Эстәлеккә күсергә

Монас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Монас
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Координаталар

55°45′13″ с. ш. 58°35′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 840 003

ОКТМО коды

80 610 440 111

Монас (Рәсәй)
Монас
Монас
Монас (Башҡортостан Республикаһы)
Монас

Монас (рус. Мунасово) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 123 кеше[1]. Почта индексы — 452594, ОКАТО коды — 80210840003.

Монас — Ҡайынлы урамы
  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңыбай): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 66 км

Монас ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Оло Ыҡ йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көнбайышҡа табан 30 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 66 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Хәҙерге Балаҡатай районының өс ауылы — Монас, Миҙәт, Яңыбай Дыуан улусына ҡараған. Яңыбай ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Дыуан улусы сотнигы Монас Иманов исеме бирелгән. Шулай уҡ Мәрйәмғул (Мерзенгулово, Мурженгулово), Манасово, Со(у)колино) тип тә теркәлгән. Мәрйәмғул атамалы өс ауыл — Һарт, Дыуан, Ҡошсо улустарында — булған.

XVIII быуат аҙағында, 1795 йылда, 20 йортта 84 кеше йәшәгән.

Тәүге төпләнеүсенең улы — 1805 йылда тыуған Юлдаш Монасов булғаны билдәле[3].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы улусы Себер даруғаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан улус Советы (1918 й.), Яңыбай ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Яңыбай ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Яңыбай ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Яңыбай ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Монас ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда Монас ауылындағы 19 йортта 101 кеше, 1859 йылда — 25 йортта 150 кеше, 1865 йылда 30 йортта — 163 кеше йәшәгән. МАлсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1895 йылда 48 йортта 269 кеше йәшәгән[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монас ауылында 1905 йылда — 58 йортта 320 кеше, 1920 йылда — 75 йортта 439 кеше йәшәгән.

1906 йылда 2 бакалея кибете теркәлгән[5].

Ауылда Яңыбай урта мәктәбе филиалы — Монас башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[6].

Монас ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 439
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 348
1959 йыл 15 ғинуар 318
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 196 94 102 48,0 % 52,0 %
2002 йыл 9 октябрь 193 87 106 45,1 % 54,9 %
2010 йыл 14 октябрь 123 55 68 44,7 % 55,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Монас ауылы янында Оло Ыҡ йылғаһы
  • Ҡайынлы урамы (рус.  Берёзовая (улица)[7]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Ыҡ, Исҡуш

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

  • Ҡыҙылъяр

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Тирмәнғул