Эстәлеккә күсергә

Ҡараҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кәркәй битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Кирикеево
башҡ. Ҡараҡай, Кәркәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Билән

Координаталар

56°04′02″ с. ш. 59°14′05″ в. д.HGЯO

Халҡы

310[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452586

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 804 004

ОКТМО коды

80 610 404 121

Кирикеево (Рәсәй)
Кирикеево
Кирикеево
Ҡараҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Кирикеево

Ҡараҡай, Кәркәй (рус. Кирикеево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 310 кеше[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804004.

Ауыл Өфө йылғаһы бассейнына ҡараған Төпкәнде йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 58 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 31 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

«Башҡортостан Республикаһында берәмектәр сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» законда, «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо» исемле белешмә китабында 2020 йыл 28 октябрь архивланған., Башҡорт энциклопедияһында һәм тарихсы Ә. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдары тураһындағы хеҙмәтендә ауылдың атамаһы Ҡараҡай тип алынған, ә Урыҫ Википедияһы биргән текста, Хисамитдинова Ф. Ғ. һәм Сиражетдинов З. А. авторлығындағы «Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттары атамалары» белешмә һүҙлегенә таянып, (башҡ. Кәркәй — һаҙлыҡлы урын атамаһынан — Кәркәй (кәркә, керәкә (һаҙ) тигән мәғәнәле тип аңлатыла[5]).

Ҡараҡай ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл тураһында тәүге мәғлүмәт 1765 йылдан билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. 1859 йылда ошо ауылда уның улдары — 70 йәшлек Сөләймән һәм 54 йәшлек Амандыҡ Ҡараҡаевтар[6][7].

1869 йылда Ҡараҡай ауылындағы 65 хужалыҡта 369 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

Ауылды Кәркәй тип тә, Ҡараҡай тип тә йөрөткәндәр.

1834 йылда 277, 1859 йылда — 421 кеше йәшәгән.

1842 йылда 267 кешегә 1032 бот яҙғы иген сәселгән. Йәйләүгә сыҡҡандар[8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда — 461 кеше йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Кәркәй ауылында башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[9].

Кәркәй ауылында башҡорттар (97 %) йәшәй[10] (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 461
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 471
1959 йыл 15 ғинуар 315
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 293 143 150 48,8 % 51,2 %
2002 йыл 9 октябрь 316 148 168 46,8 % 53,2 %
2010 йыл 14 октябрь 310 144 166 46,5 % 53,5 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Муса Гәрәев урамы (рус.  Мусы Гареева (улица)[11]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Ҡараҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. Уфа, 2004
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. ЦГИА Д. 4873. Л. 141; ЮАС. Вып. 2. С. 205; ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 773-а.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Ҡараҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  11. Карта д. Кирикеево. Улицы