Эстәлеккә күсергә

Әбсәләм (Балаҡатай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абсалямово
башҡ. Әбсәләм
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Урғалы

Координаталар

55°31′28″ с. ш. 59°30′42″ в. д.HGЯO

Халҡы

244[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452570

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 210 834 002

Код ОКТМО

80 610 434 111

Абсалямово (Рәсәй)
Абсалямово
Абсалямово
Әбсәләм (Балаҡатай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абсалямово

Әбсәләм (рус. Абсалямово) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Урғалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 244 кеше[2]. Почта индексы — 452570, ОКАТО коды — 80210834002.

Әбсәләм ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Оло Урғыла йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 55 километр һәм Урғалы тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 4 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Әбсәләм ауылына Силәбе өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1835 һәм 1840 йылдарҙа (башҡа мәғлүмәт буйынса 1795 йылда) нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе Әбсәләм исеме менән аталған. Әбсәләмдең улдары — Сәйетғәле һәм Ҡауыс Әбсәләмовтар билдәле. Шулай уҡ Урғалы-Әбсәләм тип тә теркәгәндәр[4].

1795, 1816, 1834 йылдарҙа иҫәпкә алынмаған, сөнки ул осорҙа ауыл булмаған. Тәүге төпләнеүсенең улдарының исеме билдәле: 1805 йылғы Ҡауыс Әбдесәләмов, 1808 йылда тыуған Сәйетғәле Әбдесәләмов. Әммә ауыл халҡының генетик бәйләнештәре билдәле түгел. Тәүге йылдарҙа уны Әбдесәләм тип атағандар.

1870 йылда 63 йортта 334 кеше, 1898 йылда 74 йортта — 409 кеше йәшәгән[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы улусы Себер даруғаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан улус Советы (1918 й.), Яңыбай ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Урғалы ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Урғалы ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Урғалы ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Урғалы ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Әбсәләм ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда 29 йортта 359 кеше, 1866 йылда 63 йортта 334 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

XIX быуат аҙағында Әбсәләм ауылында 12 хужалыҡта мал аҫыралмаған. Был осорҙа ауылдарҙы төҙөкләндереү, эреләтеү, раҫланған план буйынса урамдарҙы дөрөҫ урынлаштырыу һәм сыуал-мейестәрҙе бөтөрөү эше барған[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда 70 йортта — 387, ә 1920 йылда 65 йортта — 322 кеше донъя көткән.

1906 йылда шулай уҡ бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Ҡуҫа заводына утын ташыу менән шөғөлләнгәндәр.

Игенселектә төп ҡорал — көңгөр һуҡаһы була, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауылда тирмән булған. Мәсет йорто, кибет була. Община көсө менән мөгәзәй төҙөлә[7][8].

Әлеге ваҡытта ауылда Урғалы урта мәктәбенең филиалы — Әбсәләм башланғыс мәктәбе, клуб бар[9].

Әбсәләм ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 419
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 420
1959 йыл 15 ғинуар 310
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 209 96 113 45,9 % 54,1 %
2002 йыл 9 октябрь 294 145 149 49,3 % 50,7 %
2010 йыл 14 октябрь 244 128 116 52,5 % 47,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • М. Шайморатов урамы (рус.  М. Шаймуратова (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)[11]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Әбсәләм (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4. 565 б.
  8. ЦГИА. Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 26, 29. Речь идет о переуст­ройстве деревень, об их укрупнении, правильном расположении улиц по утвержденному плану и уничтожении сыуалов-каминов. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 773
  9. Әбсәләм (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Известные люди Белокатайского района: НАФИКОВА ФАРИДА НИЗАМОВНА — заслуженный работник сельского хозяйства Республики Башкортостан. «Белокатайский район. История и современность» сайты 2018 йыл 26 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2018)
  11. Карта д. Абсалямово. Улица