Эстәлеккә күсергә

Айҙаҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Айдакаево
башҡ. Айҙаҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Ҡарлыхан ауыл Советы

Координаталар

55°54′29″ с. ш. 58°43′14″ в. д.HGЯO

Халҡы

336[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452592

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 813 002

ОКТМО коды

80 610 413 106

Айдакаево (Рәсәй)
Айдакаево
Айдакаево
Айҙаҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Айдакаево

Айҙаҡа́й (рус. Айдака́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Ҡарлыхан ауыл Советы соствына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 336 кеше[2]. Почта индексы — 452592, ОКАТО коды — 80210813002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 38 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарлыхан): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 74 км

Айҙаҡай ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 38 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Айҙаҡай ауылына Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

1795 йылда 25 йортта 170 кеше йәшәй. Ауылда тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. Уның улдары — 1771 йылғы Хәбибулла, 1773 йылғы Хәби, 1795 йылғы Дусмөхәмәт Айҙаҡаевтар тураһында мөғлүмәт бар. Хәбибулланың улы — Абдулғәзе, Абдулғәзенең улдары — Ғөбәйҙулла, Ғәлиулла, Мөхәмәтғәәни. Хәбиҙең улдары — Динмөхәмәт, Фәтҡулла, Кәлимулла. Дусмөхәмәттең улы Бикмөхәмәт[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Ҡошсо улусы Себер даруғаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -сы йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -сы йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан улус Советы (1918 й.), Ҡарлыхан ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Ҡарлыхан ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡарлыхан ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ҡарлыхан ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Ҡарлыхан ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Айҙаҡай ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда — 37 йортта 229, 1859 йылда - 26 йортта 311, 1865 йылда 55 йортта 336 кешк йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, училище булған. 1870 йылда - 55 йортта 336, 1895 йылда - 79 йортта 422 кеше донъя көткән.

XIX быуатта игенселек системаһыҙ алып барылған. Ике атлы ағас һабан менән ер һөргәндәр. 2-шәр һуҡҡыс һәм елгәргес, дегет етештереү оҫтаханаһы булған. Мәсет эргәһендә мәктәп эшләгән[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айҙаҡай ауылында 1920 йылда - 117 йортта 629 кеше йәшәгән[6].

Әлеге ваҡытта ауылда төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].

Айҙаҡай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 629
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 485
1959 йыл 15 ғинуар 439
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 284 142 142 50,0 % 50,0 %
2002 йыл 9 октябрь 338 164 174 48,5 % 51,5 %
2010 йыл 14 октябрь 336 164 172 48,8 % 51,2 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Байышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл, Балаҡатай районы, Монас ауылы — 6 ғинуар 1993 йыл, Балаҡатай районы, Айҙаҡай ауылы) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).

  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Фәнил Байышев урамы (рус.  Фаниля Баишева (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Нәжип Моғафин урамы (рус.  Нажипа Мугафина (улица)
  • Шайморатов урамы (рус.  Шаймуратова (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)[8]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Айҙаҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 565. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Айҙаҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Карта д. Айдакаево. Улица