6 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
6 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 6-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 359 көн ҡала (кәбисә йылында 360).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Исландия — Йоль.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мирсәй Әмир (6.01.1907—1.0.6.1980), яҙыусы, драматург, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945), Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974). Ленин (1977), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1967) ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төхвәтуллин Фәрит Нуриәхмәт улы (6.01.1958), Ишембай районы крәҫтиән-фермер хужалығының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али Карнай (6.01.1904—16.06.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.
- Хөсәйен Әхмәтов (6.01.1914—8.01.1993), башҡорт совет композиторы. 1946—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы художество етәксеһе. 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1954) ордендары кавалеры.
- Сәйфуллин Вәзих Кашап улы (6.01.1929—2.11.2002), актёр, драматург, режиссёр. 1968–1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры, 1979–1990 йылдарҙа режиссёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. (1953).
- Рашитов Мәбрус Ҡыҙрас улы (6.01.1939), төҙөүсе. 1992—1996 йылдарҙа 21-се төҙөлөш тресының баш диспетчеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы (6.1.1949), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997—2004 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институты директоры, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1993) (1993). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Үрге Каменка ауылынан.
- Сафин Рәлиф Рәфил улы (6.01.1954), Рәсәй эшҡыуары, сәйәсмән. 2002—2014 йылдарҙа Алтай Республикаһы закондар сығарыу власынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы.
- Шамсетдинова Ғәлиә Хәкимулла ҡыҙы (6.01.1959), Ҡариҙел районының Ҡараяр участка дауаханаһы фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1799 — Истомина Авдотья Ильинична, Рәсәй империяһының балет артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2019 — Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы, ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- 1981 — Вәлиев Ярулла Носратулла улы, яҙыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]