Али Карнай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Али Карнай
Али Карнай
Заты ир-ат
Тыуған көнө 6 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе
Рәсәй, Мишкә районы, Оло Шаҙы ауылы
Вафат булыу көнө 16 июнь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Чернигов өлкәһе
Ерләнгән урыны Чернигов өлкәһе
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, тәржемәсе
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Военная классификация потерь һуғышта һәләк була[d]

Али Карнай (ысын исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең[1] боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.

Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый.

1924 йылда Бөрө педагогия техникумының икенсе курсын тамамлағас, Мәскәүгә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерлек курсына ебәрәләр. 1924—27 йылдарҙа Мәскәүҙә, Ленинградта Центрсоюздың юғары курстарында уҡый. 1932 йылда «Далалағы уттар» повесын яҙа. Шул йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозында эшләй. 1932—35 йылдарҙа Ишембайҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә эшләй. 1940 йылда «Беҙ ҡайтырбыҙ» повесы айырым китап булып баҫылып сыға.

Бөйөк Ватан һуғышында «Башҡорт атлылары» гәзитенең яуаплы мөхәрирре була. 1943 йылдың 16 июнендә һәләк була.

1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Али Карнай бер төркөм яҙыусылар менән (икенсе рәттә)

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һайланма әçәрҙәр. F. Хөсәйенов инеш мәкәләhе. — Өфө, 1956;
  • Фонтан. — Уфа, 1935:
  • Мы вернёмся. Вступ. ст. С. Сафуанова. — Уфа, 1968.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Шаҙы ауылында Али Карнайҙың музейы бар. Уның исеме менән урам аталған[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 1 ғинуар 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 1 ғинуар 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелгән 1 ғинуар 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелгән 1 ғинуар 2019)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Али Карнай