9 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
9 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 252-се (кәбисә йылында 253-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 113 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
КХДР: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Коста-Рика: Бала көнө.
Рәсәй: Рәсәй империяһының Севастополде обороналауҙа һәм Ҡырым һуғышында һәләк булған яугирҙарын иҫкә алыу көнө.
Тажикстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Япония: Хризантема көнө.
Рәсми булмаған
Ер: Тестировщиктар көнө.
Бразилия: Администраторҙар, менеджерҙар көнө.
Молдова: Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсми булмаған
Рәсәй: График-дизайнер көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1776: «Америка Берләшкән Колониялары» атамаһын «Америка Ҡушма Штаттары» итеп үҙгәртеү рәсми раҫлана.
- 1886: Швейцария баш ҡалаһы Бернда Әҙәби һәм нәфис әҫәрҙәрҙе һаҡлау тураһында Конвенцияға ҡул ҡуйыла, был автор хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тәүге халыҡ-ара килешеү була.
- 1892: АҠШ астрономы Э. Барнард Юпитерҙың бишенсе юлдашы — Амальтеюны аса.
- 1893: Германияла «Штутгарт» футбол клубы ойошторола.
- 1911: Англияла авиапочта эшләй башлай.
- 1913: Рәсәй империяһы хәрби осоусыһы Пётр Нестеров тәү тапҡыр ҡатмарлы юғары пилотаж фигураһы «мёртвая петля» яһай.
- 1933: Мәскәү «ДЕТГИЗ» (1963 йылдан «Детская литература») китап нәшриәте ойошторола.
- 1970: «ВАЗ-2101» — «Жигули» еңел автомобилен сығарыу башлана.
- 2000: Рәсәй Федерацияһының Мәғлүмәт именлеге доктринаһы раҫлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хомяков Константин Петрович (1935—21.05.2001), спортсы-сәйәхәтсе, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһы Турист-спорт союзының беренсе президенты (1991—2001), «Урал» туристик клубының тәүге рәйесе. СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәй Федерацияһы Турист-спорт союзының «Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе» исемен алыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Барабаш Владимир Валериевич (1980), эшҡыуар. 2014 йылдан Өфө ҡалаһының Ҡала проекттары фонды директоры. 2019 йылдың 17 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет (СПЧ) етәксеһе. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Губкин Иван Михайлович (1871—21.04.1939), ғалим-геолог-нефтсе. Башҡортостан биләмәләрендә нефткә тәүге геологик разведка эштәрен ойоштороусы. 1929 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1936 йылдан — вице-президенты, профессор (1920). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Ленин премияһы лауреаты (1929). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Навашин ҡала округына ҡараған Поздняков ауылынан.
- Гөлли Мөбәрәкова (1936—20.02.2019), башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы (1946), ғалим-химик-технолог. 1991 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, махсус химик технология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан химик технология факультеты деканы, 1997—2003 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының баш ғилми секретары, 2011 йылдан — вице президенты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре (2006).
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы (1956), ғалим-тарихсы, 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1988), доцент. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенән.
- Макрушина Татьяна Владимировна (1961), театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Халыҡ-ара «Театр без границ» фестивале (Магнитогорск ҡалаһы, 1997) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (1912—16.07.1999), ғалим, инженер-механик, техник фәндәр докторы (1964), профессор (1965).
- Ғосманов Нәзих Миннихан улы (1952), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1989—2016 йылдарҙа «Дүртөйлөгаз» предприятиеһы директоры. 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дүртөйлө район Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Салпар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бедренко Николай Васильевич (1923—3.07.1985), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, һауа-десант батальоны сапёры, гвардия ефрейторы. Еңеү Парадында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Лев Толстой (1828—20.11.1910), Рәсәй империяһының бар донъяға танылған яҙыусыһы, мәғрифәтсе һәм публицист. Башҡорттар тураһында әҫәрҙәр авторы.
- Серёгин Иван Тимофеевич (1933—24.06.1996), нефтсе, 1962—1994 йылдарҙа Краснохолм быраулау идаралығы мастеры. СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Богородский ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Евстигнеев Александр Семёнович (1894—20.01.1945), Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы (1929—12.02.2010), төҙөүсе, 1957–1984 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Рәхмәтуллин Рафаэль Йосоп улы (1944), ғалим-философ, 1988—2002 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Сосновоборский районы Индерка (Усман) ауылынан.
- Рязанов Леонид Иванович (1949—8.05.2011), тимер юлсы. 1970—2004 йылдарҙа Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст локомотив депоһы машинисы. Почётлы тимер юлсы (1985). СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Староверовка ауылынан (хәҙер бөткән).
- Баянов Илдар Рәүис улы (1959), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983) һәм йыйылма командаһы ағзаһы (1983—1985). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Шәхси һәм команда зачёттарында Европа кубогын яулаусы (1983). РСФСР чемпионы (1985). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемпионы (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Садиҡов Рәфис Рауил улы (1959), спортсы, дәүләт хеҙмәткәре. 1999—2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. Грек‑рим көрәше буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994) һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1790: кенәз Сергей Петрович Трубецкой, Рәсәй империяһы офицеры, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, декабрист.
- 1828: Лев Толстой, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1930: Надежда Румянцева, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1968: Лила Дoунс, Мексика актёры, йырсы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1793: Питер Перез Бурдетт, картограф, художник, геодезист.
- 1976: Мао Цзэдун, Ҡытайҙың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]