Эстәлеккә күсергә

Барабаш Владимир Валериевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барабаш Владимир Валериевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 сентябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Винница, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө эшҡыуар, депутат, сәйәсмән, йәмғиәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Гражданская сила[d]
Рәсми сайт barabashvv.ru

Барабаш Владимир Валериевич (9 сентябрь 1980 йыл) — эшҡыуар. 2014 йылдан Өфө ҡалаһында Ҡала проекттары фонды директоры[1]. 2019 йылдың 17 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет (СПЧ) етәксеһе[2].

Владимир Барабаш 1980 йылдың 9 сентябрендә Украиналағы Винница ҡалаһында тыуған[3]. 1987 йылда, уға ете йәш булған саҡта, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә ғаиләһе менән күсеп килә. Әүҙем хеҙмәт эшмәкәрлеген 2000 йылда «Межпромбанк коммерция ойошмаһы структураларында башлай. Артабан, 2004 йылдан алып, консалтинг бизнесы менән шөғөлләнә. 2008 йылдан алып Рәсәй сәнәғәт предприятиеларында төрлө, шул иҫәптән етәксе, вазифаларын биләй[3]. Ике юғары белемгә эйә. 2011 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетын тамамлаған.

2013 йылда Өфө ҡалаһы мерияһы советнигы вазифаһында эш башлай. 2013 йылда Виталий Пилипчук менән берлектә Ҡала үҫеше проекттары фондын ойоштора һәм 2014 йылдан әлеге Фондты етәкләй[4].

2019 йылғы һайлауҙарҙа «Гражданлыҡ көсө» («Гражданская сила») Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлегенән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдың 8 сентябрендә Берҙәм тауыш биреү көнөндә Владимир Барабаш 0,97 % тауыш йыя[3].

2019 йылдың 4 сентябрендә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса булдырылған советҡа 2019 йылдың 17 сентябрендә Владимир Барабаш етәксе итеп тәғәйенләнә[2].

Яңы консультатив орган (СПЧ) кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын яҡлау, төбәктә гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереүгә ярҙам итеү маҡсатында булдырылды. Совет бурыстары араһына ағымдағы хәлде мониторинглау, ҡануниәт боҙолоу осраҡтарын тикшереү, граждандың хоҡуҡтары боҙолған осраҡтарҙы асыҡлау, методик, аналитик-белешмә материалдар әҙерләү һәм баҫтырыу, йәмәғәт контроле механизмдарын үҫтереү, халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу, гражданлыҡ йәмғиәте институты үҫеше өлкәһендә төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм башҡалар инә[5].

Совет составына 36 кеше инә.