Евстигнеев Александр Семёнович
Евстигнеев Александр Семёнович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 9 сентябрь 1894 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ районы |
Вафат булған көнө | 20 ғинуар 1945 (50 йәш) |
Ерләнгән урыны | Польша |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | Рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Евстигнеев Александр Семёнович (9 сентябрь 1894 йыл — 20 ғинуар 1945 йыл) — Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Семёнович Евстигнеев[1] 1894 йылдың 9 сентябрендә (иҫке стиль буйынса 27 август) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Пёстровка (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем алған.
Беренсе донъя һуғышы ҡатнашыусы. 1917 йылда Петроградта Путилов заводында эшләгән. 1918 йылдың аҙағында Һамар торба хәрби заводына күсә[2]. Һуңынан Стәрлетамаҡ районына күсеп килә, Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда эшләй.
1942 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты аша үҙ ирке менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына китә. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың майынан.
1945 йылдың 20 ғинуарында һәләк була. Борск Фоленски ауылында, хәҙерге Краков ҡалаһының (Польша) Лагевники — Борек-Фаленцкий районында 9-сы һанлы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. 1945 йылдың 10 апрелендә үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Ленин ордены, миҙал менән бүләкләнә.
Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«1085-се уҡсылар полкы уҡсыһы (322-се уҡсылар дивизияһы, 60-сы армия, 1-се Украина фронты) рядовой Г. С. Евстигнеев 1945 йылдың 20 ғинуарында Свошовице ҡалаһы (Краков, Польша) районында дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Дошман бронетранспортеры өҫтөнә ырғып менеп, уның экипажын граната менән юҡ итә. Дошман яңынан ҡаршы һөжүм иткән ваҡытта, А. С. Евстигнеев, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, гранаталар бәйләме менән дошман танкыһы аҫтына ташлана, уны шартлата һәм үҙе лә һәләк була. Гитлерсыларҙың танктары һәм бронетранспортерҙары беҙҙең пехотаға үтеп инә алмай, дошмандың ҡаршы һөжүме килеп сыҡмай».
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стәрлетамаҡ районының Оло Аксаков ауылында 1962 йылдың майында А. С. Евстигнеевҡа һәйкәл ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Герой Советского Союза Евстигнеев Александр Семёнович :: Герои страны. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 март 2013. 24 февраль 2013 тикшерелгән.
- ↑ Люди легенд, 1980, с. 10
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Люди легенд: документальные очерки / сост. М. Г. Свиридов — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 311 б.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1968, кн.3. / стр.82—86.
- Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах - М.: Воениздат, 1987.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Евстигнеев Александр Семёнович // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2019)
- Евстигнеев Александр Семёнович. «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Евстигнеев Александр Семёнович.
- А. С. Евстигнеев в онлайн версии краткого биографического словаря «Герои Советского Союза».
- 9 сентябрҙә тыуғандар
- 1894 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡ районында тыуғандар
- 20 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡортостан шәхестәре