28 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
28 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
28 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 271-се көнө (кәбисә йылында 272-се). Йыл аҙағынаса 94 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Ҡотороуға ҡаршы көрәш көнө.
- Мәғлүмәтте дөйөм ҡулланыу мөмкинлеге көнө
: Белеүгә хоҡуҡ көнө.
Рәсми булмаған
- Ваҡ-төйәккә иғтибар биреү көнө
Ҡаҙағстан: Атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй: Атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Хәрби-Диңгеҙ Флотының радиоэлектрон разведкаһы көнө.
Таиланд: Флаг көнө.
Тайвань: Уҡытыусылар көнө.
Рәсми булмаған
Рәсәй: Генераль директор көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1773: Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) башлана.
- 1901: Өфөлә беренсе кино сеансы үткәрелә.
- 2010: Мәскәү мэры Юрий Лужков отставкаға китә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Грубина Прасковья Ивановна (1925), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Труд» колхозы бригадиры, 1978—2005 йылдарҙа Талалаев сусҡа фермаһы мөдире. Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2002). Сығышы менән элекке Дубниковский ҡасабаһынан.
- Латыпов Данис Мансур улы (1990), спортсы, боксёр, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Төрлө кмәлдәге ярыштар еңеүсеһе һәм призёры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Авдеев Михаил Васильевич (1821—1.02.1876), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, публицист. Башҡортостан тәбиғәтен һәм башҡорттарҙың 19-сы быуат уртаһындағы көнкүрешен урыҫ әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып һүрәтләүсе.
- Воробьев Владимир Иванович (1946), спорт ветераны, хоккейсы, тренер. 1969—1975 йылдарҙа Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһы уйынсыһы. 1976 йылдан Олимпия резервының «Салауат Юлаев» балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең тренеры, өлкән тренеры, 1992—1993 йылдарҙа «Салауат-Новоил» командаһының баш тренеры. Шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1974); СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһынан.
- Франк Лев Александрович (1946), музыкант-пианист. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, пианистарҙың Италияла уҙған халыҡ-ара конкурсы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Әкбәров Рәфиз Әхмәтзыя улы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-агроном. 1978—2017 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1990—1995 йылдарҙа агрономия факультеты деканы урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылынан.
- Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (1951), ғалим-химик. 1975 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).
- Андреев Игорь Владимирович (1956), спорт ветераны. «Динамо» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе. 1980—1984 йылдарҙа хәҙерге бишбәйге буйынса СССР һәм РСФСР-ҙың йыйылма командалары ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байрак Константин Алексеевич (28.09.1913—24.02.1993), хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, нефтсе-ғалим. 1956—1961 йылдарҙа Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1962). Башҡорт АССР-ының 3—4‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Әзербайжандың Баҡы ҡалаһынан.
- Степанов Евгений Федорович (28.09.1923—3.09.2008), төҙөүсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Мәләүез районының Ергән МТС‑ы, 1963—1985 йылдарҙа Күмертау колхоз‑ара күсмә механизацияланған колоннаның балта оҫтаһы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1974), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Көйөргәҙе районының почётлы гражданы. Сығышы менән Һарытау губернаһының Макаров ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28.09.1954), ғалим-химик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Бикмәт ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 551 б.э.т. — Конфуций, Ҡытай философы.
- 1803 — Проспер Мериме, француз яҙыусыһы.
- 1897 — Мөхтәр Әүәзов, ҡаҙаҡ яҙыусыһы («Абай юлы»).
- 1918 — Василий Сухомлинский, совет педагогы.
- 1924 — Марчелло Мастроянни, итальян актёры.
- 1934 — Брижит Бардо, француз актёры.
- 1976 — Фёдор Емельяненко, Рәсәй спортсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1829 — Николай Раевский, Батша Рәсәйе генералы.
- 1927 — Виллем Эйнтховен, Нидерланд физиологы.
- 2000 — Яныбай Хамматов, башҡорт яҙыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- 2016 — Шимон Перес, Израилдең 9-сы президенты (2007—2014).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]