Авдеев Михаил Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Михаил Авдеев
Эшмәкәрлеге:

прозаик, әҙәби тәнҡитсе

Йүнәлеше:

проза

Жанр:

хикәйә, повесть, роман

Дебют:

«Стальное кольцо» (1838)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Авдеев Михаил Васильевич (28 сентябрь (10 октябрь1821[1], Ырымбур — 1 (13) февраль 1876, Санкт-Петербург) — рус беллетрисы һәм тәнҡитсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығышы менән боронғо һәм бай казактар нәҫеленән. Тәүге белемде өйҙә, филоматтар эше буйынса һөргөнгә ебәрелгән Томаш Зан етәкселегендә ала. Өфө гимназияһында уҡый, артабан Петербург бәйләнеш юлдары инженерҙары институтын тамамлай.

Санкт-Петербург[2] ҡалаһының Волков зыяратында «Литераторские мостки» биләмәһендә ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Авдеев — Тургеневтың фекерҙәше һәм замандашы, ҙур билдәлелек яулаған[3]. Матбуғатта беренсе тапҡыр 1838 йылда «Стальное кольцо» хикәйәһен баҫтыра.

Авдеевтың повесть һәм романдары «Современник» журналында баҫылып сыға. Бигерәк тә уның, төп геройы — һоҡландырғыс, тик эшлекһеҙ Печориндарға алмашҡа килгән яңы эшлекле кеше тибы булған, «Тамарин» (1852) һәм ирекле мөхәббәт мәсьәләһенә ҡараш белдереүсе «Подводный камень» (1860) романдары ҡыҙыҡһыныу уята. Авдеев романдарының ваҡиғалар урыны — алпауыттар тормошоноң күркәм тыныслығында һәм университет түңәрәктәрндә тәрбиәләнгән геройҙарының бөтмәҫ бәхәстәре менән дворяндар ояһы. Авдеев үҙенең романдарында эшлекле кеше образын һүрәтләй. Уның ҡатын-ҡыҙҙарҙы азат итеү идеялары ҡыҙыҡлы.

Шулай уҡ уның «Меж двух огней» (1868; айырым баҫма 1869) романын һәм уның мәҡәләләренән торған «Наше общество в героях и героинях литературы за 50 лет (1820—1870)» (1874, 1907) китабын билдәләргә кәрәк.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Собрание сочинений.2 тт. изд. Ф. Т. Стелловского. — СПб. 18681870.
«Литераторские мостки» биләмәһендә М. В. Авдеевтың ҡәбер ташы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Муратов А. Б. Авдеев Михаил Васильевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.) — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — Б. 14—15.
  2. Могила М.
  3. Ҡалып:Из ЛЭ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Никитин Н. (П. Ткачёв). Подрастающие силы. «Дело». 1869. № 9—10.
  • Никитин Н. (П. Ткачёв). Идеалист мещанства. «Дело». 1877. № 1.
  • Никитин Н. (П. Ткачёв). Михайловский Н. Сочинения. т. II. — СПб. 1899.
  • Венгеров С. А. Критико-биографический словарь. т. I. — СПб. 1889.
  • Муратов А. Б. Авдеев Михаил Васильевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.) — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — Б. 14—15.
  • Ҡалып:ЛЭ-ОД