1 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
1 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 32-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 333 көн ҡала (кәбисә йылында 334).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | |||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 481 — Вандал короле Хунерих Карфагенда католик һәм ариан епископтары араһында бәхәс ойоштора.
- 772 — 72-се Рим Папаһы итеп консул һәм герцог Теодат ғаиләһенән римлян һайлана, ул Адриан I исемен ҡабул итә.
- 1186 — Госпитальерҙар Сүриәләге Маргат (Маркаб) ҡәлғәһен ала, Иерусалим бирелгәс, ул ордендың үҙәгенә әйләнә.
- 1327 — Англияла барондар фетнәһе һөҙөмтәһендә 15 йәшлек Эдуард III тәхеткә ултыртыла. Ысын хакимлыҡ уның әсәһе Изабелла һәм уның һөйәре Роджер Мортимер ҡулында була.
- 1411 — Бер яҡтан Тевтон ордены, икенсе яҡтан Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге араһында Беренсе Торунь солохо төҙөлә. Ул 1410 йылда Грюнвальд алышында орден ғәскәрҙәре тар-мар ителгән 1409—1911 йылғы Бөйөк һуғышты тамамлай.
- 1709 — Тымыҡ океанда Хуан-Фернандес архипелагында Робинзон Крузоның прототибы буласаҡ матрос Александр Селкирк табылған.
- 1720 — Швеция һәм Пруссия солох килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1732 — Рәсәй һәм Персия Ғосман империяһына ҡаршы бергәләп көрәшеү хаҡындағы Рәшт килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1793 — Франция Англияға һәм Нидерландҡа һуғыш иғлан итә.
- 1816 — Декабристарҙың тәүге йәшерен сәйәси ойошмаһы «Ҡотҡарыу союзы» барлыҡҡа килә.
- 1819 — Оло урҙа ҡырғыҙҙары Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1865 — АҠШ-та ҡоллоҡ бөтөрөлә.
- 1884 — Инглиз теленең Оксфорд һүҙлегенең тәүге баҫмаһы донъя күрә.
- 1898 — Өфөлә тәүге ҡала электростанцияһы (ҡеүәте — 560 кВт) эшләй башлай.
- 1924
- — Бөйөк Британия рәсми рәүештә СССР-ҙы таный.
- — «Белем» (хәҙер «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналы сыға башлай.
- 1926 — Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола.
- 1930 — «Таймс» гәзитендә беренсе кроссворд баҫыла.
- 1935 — ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһына Анастас Микоян индерелә.
- 1937 — Өфөлә трамвай йөрөй башлай.
- 1940 — СССР Финляндияға ҡаршы һуғышта Карел муйынында һәм Кумо күле янында һөжүмгә күсә.
- 1942 — Немец ғәскәрҙәре үҙҙәренең йәшерен диңгеҙ коды «Энигма»ны «Тритон»ға алыштыра.
- 1945 — Икенсе донъя һуғышы: Эквадор Германияға һуғыш иғлан итә.
- 1946 — Трюгве Ли БМО-ның беренсе генераль секретары итеп һайлана.
- 1962 — Куба Америка Дәүләттәре Ойошмаһынан сығарыла.
- 1963 — Өфөлә «Эре панелле йорттар төҙөү» тресы ойошторола.
- 1969 — СССР менән Перу Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1980 — СССР менән Лесото араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1992 — Һалҡын һуғыш тамамланыу тураһында Рәсәй—Америка декларацияһы.
- Сальвадорҙа утты туҡтатыу үҙ көсөнә инә, 16 йыл барған граждандар һуғышы тамамлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы (1.02.1930—7.01.1997), актёр, режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1980) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт Билдәһе (1971) ордендары кавалеры.
- Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы (1.02.1940—30.07.2018), музыка белгесе. 1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Айрат Ҡобағошов (1.02.1950), композитор, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Фәрзәнә Аҡбулатова (1.02.1960), яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әмиров Марсель Мәғрүп улы (1.02.1936), философ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1967). Сығышы менән Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1.02.1932—1.01.2010), инженер—конструктор. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ғилданов Хәләф Ғилван улы (1.02.1932—7.01.1994), хеҙмәт алдынғыһы, 1952—1992 йылдарҙа Илеш районы «Коммунар» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1975).
- Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы (1.02.1932—27.08.2004), ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Рәхмәтуллин Салауат Ибраһим улы (1.02.1942), шағир.
- Ғилманов Ғәлимйән Хәмитйән улы (1.02.1957), яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, ғалим. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әсән ауылынан
- Матвеева Людмила Михайловна (1.02.1957), спортсы, мәғариф хеҙмәткәре, ғалим. Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Социология фәндәр кандидаты (2004), профессор (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаляпин Фёдор Иванович (1.02.1873—12.04.1938), рус опера һәм камера йырсыһы. 1890 йылдың сентябренән 1993 йылғаса Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Совет Рәсәйенең беренсе халыҡ артисы (1918).
- Теләпов Әҙеһәм Зариф улы (1.02.1903—1976), хәрби эшмәкәр, полковник, Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Фәрит Вәхитов (1.02.1933), журналист, тарихсы, 2002—2006 йылдарҙа Республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2000).
- Иванов Владимир Николаевич (1.02.1938—9.07.1993), спортсы, тренер, РСФСР-ҙың еңел атлетика буйынса атҡаҙанған тренеры (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһынан.
- Әхиәров Венер Хатип улы (1.02.1938—2001), ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тамъян ауылынан.
- Дәүләтбаева Мәрйәм Ағил ҡыҙы (1.02.1943), штукатур-буяусы, 1984—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһының производствоға өйрәтеү мастеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1.02.1943), рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. 1996—2010 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001).
- Салауатов Юнир Хәй улы (1.02.1948), нәфис һүҙ оҫтаһы, юморист һәм сатирик, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Ноғоманова Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙы (1.02.1963), Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1.02.1939), ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.
- Муса Сиражи (1.02.1939—14.09.2019), шағир, журналист. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).
- Захарова Евгения Александровна (1.02.1944—16.01.1993), рәссам, уҡытыусы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1973—1993 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Иҫке Салаван ауылынан.
- Зөфәр Вәлит (1.02.1949), шағир, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2015).
- Хәсәнов Әнүәр Ғиниәт улы (1.02. 1954), ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премия лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан.
- Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы (1.02.1989), Рәсәй опера йырсыһы (сопрано). Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1857 — Владимир Михайлович Бехтерев, рус невропатологы, психиатр, психолог һәм физиолог.
- 1884 — Евгений Иванович Замятин, рус яҙыусыһы.
- 1931 — Борис Ельцин, Рәсәйҙең тәүге президенты.
- 1942 — Лев Лещенко, эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]