Ғилданов Хәләф Ғилван улы
Ғилданов Хәләф Ғилван улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1 февраль 1932 |
Тыуған урыны | Кесе Бишҡурай ауылы, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 ғинуар 1994 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Кесе Бишҡурай ауылы, Илеш районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тракторсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғилданов Хәләф Ғилуан улы (1 февраль 1932 йыл — 7 ғинуар 1994 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, 1952—1992 йылдарҙа Илеш районы «Коммунар» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1975).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәләф Ғилван улы Ғилданов 1932 йылдың 1 февралендә БАССР-ҙың Илеш районы Кесе Бишҡурай ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1948 йылда Илеш районы «Коммунар» колхозында башлай. 1952 йылдан шул уҡ колхозда тракторсы.
Хәләф Ғилданов үҙен эшенең оҫтаһы итеп таныта. 1974 йылда колхоз һәм район механизаторҙарының социалистик ярышында беренсе урынды яулай. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың (1971—1975) бер тракторға етештереү буйынса йөкләмәһен ваҡытынан алда — өс йыл да һигеҙ ай эсендә үтәй 1974 йылда туңға һөрөүҙә юғары күрһәткестәргә ирешә. Шулай, бер сменала туңға һөрөү нормаһы 3,5 гектар булһа, уңған тракторсы 22 һәм 23 августа ДТ-54 тракторында ике сменала 25 гектар ерҙе туңға һөрә. Туңға һөрөүҙе 28-30 сантиметр тәрәнлектә һәм яҡшы сифат менән башҡара.
1971—1974 йылдарҙа, йөкләмәгә ярашлы, сығымдар 286 һум һәм 1 190 килограмм ҡаралған була, техниканы ҡарап тотоу сығымдарын экономиялау 343 һум, яғыулыҡ-майлау материалдарын экономиялау — 1 567 килограмм тәшкил итә.
Үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән X. Ғ. Ғилданов колхоз һәм район хеҙмәтсәндәре араһында ныҡлы абруй яулай. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, беренсе класлы тракторсы була.
Х. Ғ. Ғилданов эшләгән звено айырым участкаларҙа рекордлы уңыш: 65 гектар майҙандан 39,2 центнер яҙғы бойҙай, 50 гектар майҙандан — 40,1 центнер һоло йыйып ала.
Дөйөм алғанда, 1974 йылда «Коммунар» колхозы иген культуралары уңышы буйынса республика буйынса беренсе урын ала һәм дәүләткә 53 059 икмәк һата. Иген әҙерләү халыҡ-хужалыҡ планы 125 процентҡа, ит — 100,3 процентҡа, һөт — 125 процентҡа, йомортҡа — 141 процентҡа һәм йөн −103 процентҡа үтәлә.
Бөтә Союз социалистик ярышында яуланған ҙур уңыштары һәм туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне, дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продуктарын етештереү һәм һатыу буйынса ҡабул ителгән йөкләмәләрен арттырып үтәгәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 10 февралендәге Указы менән X. Ғ. Ғилдановҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1992 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем «Коммунар» колхозының комплекслы бригадаһы бригадирының ярҙамсыһы булып эшләй.
Хәләф Ғилван улы Ғилданов 1994 йылдың 7 ғинуарында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)
- Ленин ордены (1975)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1975).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Х. Ғ. Ғилдановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, уның исеме Илеш районы Кесе Бишҡурай ауылындағы урамға бирелә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғилданов Хәләф Ғилван улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- Сергей Каргапольцев. Ғилданов Хәләф Ғилван улы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2016.