Эстәлеккә күсергә

Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө 28 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы (1 февраль 1940 йыл — 28 сентябрь 2016 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1987—1995 йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры. РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993). Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1993).

Альфрет Хәбиб улы Түрйәнов 1940 йылдың 1 февралендә Боҙаяҙ районы Подлуб ауылында партия-совет хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуа. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында вафат була. Альфрет Хәбиб улы студент йылдарында спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). Игеҙәге Мэлс менән бергә күп тапҡырҙар СССР, Башҡортостан һәм Рәсәй беренселеге чемпиондары булалар.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө паровоздар ремонтлау заводында слесарь булып башлай.

1965 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын отличие менән тамамлап, шунда уҡ эшкә ҡала.

1976—1984 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1984—1987 йылдарҙа — министрҙың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары, 1987—1995 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры.

М. Х. Камаловтың уҡыусыһы булараҡ, уның халыҡҡа махсус медицина ярҙамы сифатын камиллаштырыу буйынса традицияларын дауам итә. Был вазифала Өфөләге фенол һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөү (1989—1990), Оло Тәләк янындағы тимер юл һәләкәтендә зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса эштәрҙе ойоштора (1989). Уның әүҙем ҡатнашлығында ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының һәм санитар-эпидемиология хеҙмәттәренең эшмәкәрлек нигеҙе әҙерләнә. Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың сәләмәтлегшенг һаҡлау тураһындағы кодексы (1993), яман шешкә ҡаршы программа (1995), республика һаулыҡ һаҡлау органдарын мотлаҡ медицина страховкалауы системаһына күсереүҙең методологик нигеҙҙәре авторҙарының береһе.

1995—1999 йылдарҙа 1-се Республика психиатрия дауаханаһының баш табибы.

2000 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтының поликлиника медицинаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004—2006 йылдарҙа — БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институтының дауалау эше буйынса проректоры, 2008 йылдың апреленән — йәмғиәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу профессоры.

200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы. Ҡыҫҡа ваҡытта ике медицина фәндәре докторҙы һәм дүрт фән кандидаты әҙерләй.

РСФСР халыҡ депутатарыы советының 12-се саҡырылыш депутаты (1990—1993), Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәт һәм физик культура буйынса комитет ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары 11-се саҡырылыш, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]