Өфө янындағы тимер юл һәләкәте
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Урын | Әшә (станция) һәм Улу-Теляк[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 4 июнь 1989 |
Зыян күреүселәр һаны | 623 |
Һәләк булғандар һаны | 645[1] |
Хеҙмәтләндереүсе | Советские железные дороги[d] |
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте Викимилектә |
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте (рус. Железнодорожная катастрофа под Уфой) — 1989 йылдың 4 июнендә (Мәскәү ваҡыты буйынса — 3 июндә) Башҡортостандың Иглин районында, Әшә ҡалаһынан 11 км йыраҡлыҡта, Әшә — Оло Тәләк аралығында килеп сыҡҡан Рәсәй һәм СССР тарихындағы иң эре тимер юл һәләкәте. № 211 «Новосибирск — Адлер» һәм № 212 «Адлер — Новосибирск» поездары ҡара-ҡаршы үткән ваҡытында яҡында урынлашҡан «Себер — Урал — Иҙел буйы» газ үткәргесенән сығып торған еңел углеводородтарҙың көслө шартлауы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. 575[2] (икенсе мәғлүмәт буйынса, 645[3]) кеше һәләк булған, шул иҫәптән 181 бала, 600-ләп кеше яраланған булған.
Һәләкәт сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Чернов һәм Дидье Сорнетт (Didier Sornette) фекеренсә, катастрофа сәбәптәре - ашығып эшләү ғәҙәте, диспетчерҙарҙың хәрәкәтте туҡтатырға хоҡуғы булмау, продукт тибын нефттән газға юғарынан баҫым яһап үҙгәртеү, поездар үтеүен арттырыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Тик илдә властар тарафынан сара күреү система сәбәптәрен бөтөрөү урынына ғәйеплеләрҙе эҙләүгә ҡайтып ҡалған[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://nl.newsbank.com/nl-search/we/Archives?p_product=CSTB&p_theme=cstb&p_action=search&p_maxdocs=200&p_topdoc=1&p_text_direct-0=0EB36E6D221E04BE&p_field_direct-0=document_id&p_perpage=10&p_sort=YMD_date:D&s_trackval=GooglePM
- ↑ 1989 год — прорыв продуктопровода ШФЛУ с последующим взрывом и пожаром у дер. Улу-Теляк . Главное управление МЧС России по Республике Башкортостан. Дата обращения: 9 март 2009. Архивировано 17 май 2009 года. 2009 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Toll up to 645 in Soviet train blast, Chicago Sun-Times (July 26, 1989)
- ↑ Chernov D., Sornette D. Ufa Train Disaster (USSR, 1989) // Man-made Catastrophes and Risk Information Concealment: Case Studies of Major Disasters and Human Fallibility (инг.). — Springer, 2016.