Архангел районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Архангел районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Рәсәй

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан Башҡортостан Республикаһы

Берләштерә

12 ауыл советы

Административ үҙәк

Архангельск ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1930 йылдың 20 авгусында

Муниципаль район башлығы

Комзалов Александр Анатольевич

Муниципаль район советы председателе

Простакишин Александр Владимирович

Халҡы (2016)

17 674[1] (0.43 %, 51 урын)

Тығыҙлығы

7.3 кеше/км²

Майҙаны

2 422 км² (21 урын)

Архангел районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО коды

80 20300000

Архангел районы — Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә, Өфөнән көньяҡ.-көнсығыш, Инйәр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Район үҙәге Архангель ауылы, Өфөнән 88 км алыҫлыҡта.

Халыҡ һаны 19 829 (2010) кеше (1970 — 29,1, 1979 — 25,1, 1989 — 20,7 мең).

Күпселек башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район территоряһының көнбайыш яртыһы тау алды тигеҙлеген, Көнсығыш Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыштағы алғы һырттарын үҙ эсенә ала. Тупраҡ-климат шарттары һәм үҫемлек япмаһы ер өҫтө төҙөлөшө формаһы менән бәйләнгән. Тигеҙ өлөшөнә — йылы, бер аҙ ҡоро климат, асыҡ һоро урман ландшафты һәм көлһыу ҡара тупраҡлы урман-дала ландшафты, таулы өлөшөнә яуым-төшөм муллығы, һыуыҡ климат, ҙур майҙандарҙың урмандар менән ҡапланыуы (урыны менән 70 % тиклем һәм унан да күберәк), асыҡ һоро таулы урман тупрағы өҫтөнлөк итеүе хас. Район территорияһы буйлап ҡушылдыҡтары менән Инйәр һәм Ләмәҙ йылғалары аға. Райондың төньяҡ-көнбайыш ситенән — Эҫем, көнбайыш — Ағиҙел, көньяҡ-көнбайыш — Еҙем йылғалары ағып үтә. Тәбиғи ландшафты туризм һәм ял ойоштороуҙы үҫтереү өсөн уңайлы. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы, Орловка ауылы эргәһендәге Мүк еләге һаҙлығы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Һыу ҡоштарын ҡурсыу буйынса Архангель дәүләт заказнигы ойошторолған.

Район территоряһының төп өлөшө Урал алды бөгөлө сиктәрендә ятауылы Нефттең (Архангель, Карташевка, Малышевка), кирбес сеймалының (Аҙау, Князево балсығы), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ғәйфулла, Воробьёвка), ҡырсынташ (Баҫыу, Подгорский), эзбизгә яндырыу өсөн эзбизташ (Кинтерле), агрономик рудаларҙың (Сикйылға) һ.б. бәләкәйерәк ятҡылыҡтары асылды.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[2] 2008[3] 2009[4] 2010[5] 2012[6] 2013[7]
20 165 20 026 19 913 18 514 18 292 18 215
2014[8] 2015[9] 2016[1]
18 019 17 801 17 674


5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
2010
2016
Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башкиры — 45,4 %, русские — 38,5 %, татары — 10,6 %, чуваши — 2,4 %, лица других национальностей — 3,1 %[10].

В Арх-Латышском сельсовете района компактно проживают латыши.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Архангель районы— аграр-урман сәнәғәте районы. Ауыл хужалығы ерҙәре — 65,0 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр 35,4 мең га майҙанды биләй. Район ауыл хужалығы производствоһы махсуслашыуының ике зонаһына инә. Улар — Төньяҡ урман-дала (тигеҙ өлөшө) һәм Тау-урман (тау өлөшө) зоналары. Тигеҙ өлөшөндә сәселгән төп культуралар — яҙғы бойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө, тау өлөшөндә — ужым арышы һәм һоло. Һөт-ит тоҡомло һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ һәм йылҡы үрсетәләр. Умартасылыҡ алға киткән. Урмандар 163 мең га ерҙе биләй. Ағас запасы 21918 мең м3, шуларҙың 8791 мең м3 өлгөргән һәм ҡартайған ағастар иҫәбенә инә.

Архангель леспромхозы байтаҡ күләмдә ағас әҙерләй. Ағас эшкәртеү предприятиелары араһында Архангель ағастан йәшник эшләү заводы айырылып торауылы Нефть ятҡылығығы «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланыла.

Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы һәм Булгаково—Архангель—Белорет автомобиль юлы киҫеп үтә.

Районда 50 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта; муз. мәктәбе һәм ПУ, 24 китапхана, 35 клуб учреждениеһы, 2 дауахана бар. Урыҫ телендә «Архангельский вестник», башҡорт телендә «Инйәр» гәзиттәре сыға.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 февраль 2016. 21 февраль 2016 тикшерелгән.
  2. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  3. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  4. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  10. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 март 2013. 5 март 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]