Эстәлеккә күсергә

Ләмәҙе (Эҫем ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ләмәҙе
Ләмәҙе йылғаһы
Ләмәҙе йылғаһы
Характеристика
Оҙонлоғо 119 км
Бассейн 1800 км²
Һыу ағымы
Тамағы Эҫем
 · Бейеклеге 105 м
 · Координаталар 54°38′59″ с. ш. 57°55′26″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 54°47′43″ с. ш. 56°52′45″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 3,34 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Эҫем → Ҡариҙел → Ағиҙел → Кама → Волга

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
РДҺР 10010200612111100019294
Ләмәҙе (Эҫем ҡушылдығы) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Ләмәҙе Викимилектә

ЛәмәҙеРәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе[1] (Ҡытау-Ивановск районы аша), Башҡортостан Белорет, Архангель, Иглин райондары аша) биләмәләрендә аға. Йылға Эҫем йылғаһының һул ярына тамағынан 72 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 119 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019294
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101929
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Фараздарҙың береһе буйынса, Ләмәҙе гидронимы башҡорт телендәге "ләм" һүҙенән барлыҡҡа килгән - "ләмле", йәғни. Йылға төбөндәге таштарҙағы ултырмаларҙы иҫәпкә алғанда, был дөрөҫлөккә тап килә тип раҫларға була. Шулай уҡ боронғо башҡортса Ләмәҙ тигән андронимдан килеп сыҡҡан тигән фараз да бар. Мең ырыуы ләмейәҫ-төркмән нәҫел бүлексәһе атамаһынан тигән фекерҙәр ҙә ишетелә. Әйткәндәй, Үрге Ләмәҙ ауылы кешеләре йылғаны Төркмән тип тә атай.

Йылғаның оҙонлоғо — 119 км (шуның 103 км-ры Башҡортостан биләмәләренә инә), йылға бассейны майҙаны — 1900 мең. км².

Йылғаның башы (инеше) Мыш-Арҡа һәм Сухие горы һырттары араһындағы диңгеҙ кимәленән 500 м (523 м тигән дә мәғлүмәт бар) бейеклектә һаҙымат үҙәндән башланғыс ала.

Башланған урыны Ләмәҙе ҡасабаһынан төньяҡ - көнсығышта 6 км йыраҡлыҡта урынлашҡан. Көньяк -көнсығыштан төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Йылғаның үҙәндәре киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандар менән ҡапланған. Эҫем йылғаһының һул ярына тамағынан 72 км өҫтәрәк ҡушыла.

Йылға башынан күп тә үтмәй, ҙур һәм бәләкәй шишмәләр ҡушыла башлай. Шуларҙың иң ҙуры Поперечная йылғаһы. Был йылға Ләмәҙенән тулыраҡ һыулы. Әммә Ләмәҙе үҙ атамаһын һаҡлап ҡалған.

Бынан һуң Ләмәҙе үҙәнендәге тәүге тораҡ — Боронғо Ләмәҙе ауылы янынан күҙгә күренеп ҙурайған йылға булып үтә.

Ләмеҙенең тағын бер ҙур ҡушылдығы —Оло Телемез. 15 км оҙонлоғондағы был йылға Веселая тауынан башлана.

Йылға тамағының киҫелеше (урез устья)  — 103 м. Йылғаның дөйөм түбәнәйеүе  — 420 м.

Ағымы шәп, уртаса тиҙлеге 1,0 м/с-ға тиклем.

Йырҙаһының уртаса киңлеге 15-20 м-ҙан 40 м-ға тиклем. Йылға төбө ташлы. Уртаса тәрәнлеге 50 см тирәһе.

Һайлыҡтар ҡапыл ғына тәрән ятыуҙар, упҡындар менән алмашынырға мөмкин.

Йылға бассейнының урман менән ҡапланыу дәрәжәһе (урманлыҡ, ағаслыҡ) – 88% тәшкил итә.

Йылға үрендә рельефы уртаса һәм тәпәш таулы.Рифей тоҡомдарынан тора (доломит, эзбизташ, алевролиты, ҡомташ).

Йылға түбәне уба һәм арҡаларҙан тора һәм девон, карбон, пермь тоҡомдарынан (гипс, мергель, конгломерат) ғибәрәт..

Үҙәнендәге эзбизташтарҙа карст ныҡ урын алған. Аралатып ҡоро үҙәндәр, тау ҡыуышлыҡтары, мәмерйәләр осрай.

Тулайым алғанда ҡар һыуҙары менән туйына. Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылы эргәһендә йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апрель—май), 20%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—октябрь), 15%‑ы ҡышҡы (ноябрь.—март) осорҙарға тура килә.

Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 32,7 м³/с.

Боҙ ятыуы ноябрь уртаһы — декабрь башы араларына тура килә. Боҙҙан әрселеүе апрель урталарында күҙәтелә. Һыу ташыуҙың иң көслө мәле апрель аҙағы — май баштары тирәһе.

Йылға башынан Үрге Ләмәҙ ауылына тиклем йылға Лемеза тау йылғаһы булып урғылып аға. Унан түбән йылға тамағына тиклем үҙән йылғаһы булып тын аға.

Иң эре ҡушылдыҡтары : уңдан — Бәҙәреш, Ҡыҫыҡ, Икен; һулдан — Поперечный һәм Бирҙәш.

Йылғаның үҙенсәлекле яҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исҡушты йылғаһы (Белорет районы) ҡушылған ерҙән аҫтараҡ ике шаршы бар: Ҡыҙылташ (Красный камень) һәм Ҡара йылға (Чёрная речка).Йәй көнө һыу һай саҡта хәүефһеҙ булһалар ҙа, яҙ көнө бик ҡурҡыныс урындар булып торалар.

Ҡыҫыҡ йылғаһы тамағынан 15 км тирәһе аҫтараҡ, Ләмәҙенең үҙәненең уң битләүендә Атыш шарлауығы —йылғаның иҫтәлекле урындарының береһе урынлашҡан.

Ә яҡындағы ҡаяларҙа ҡыуышлыҡтар, мәмерйәләр күп. Мәмерйәләрҙең береһендә мәмерйә айыуының һөйәктәре табылған. Шуға Айыулы (Медвежья) мәмерйәһе тигән атама бирелгән.Мәмерйәне Заповедный тигән атама менән дә йөрөтәләр.

Ләмәҙе йылғаһы исеме менән ултырма тоҡомдарҙың береһенә лемезит атамаһы бирелгән. Был таш төҙөлөш эшкәрендә биҙәү өсөн файҙаланыла.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның үре һәм урта ағымы Көньяҡ Уралдың таулы өлөшөнә, түбәнге ағымы тигеҙлектәргә тура килә. Шуға үҫемлектәр донъяһы ҡараңғы ҡара ылыҫлы һәм ҡарағай урмандарынан (ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы) ҡатнаш урмандарға күсеп, араларына йүкә, ҡарама өҫтәлә. Йылға түбәнендә йүкәлек өҫтөнлөк итә.

Йылғала балыҡтарҙан алабуға, сабаҡ, суртан , ажау, шамбы, ташбаш, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ(бин һирәк ҡалған) (практически не осталось), йомро сабаҡ, аҡ сабаҡ, гальян, еҙмыйыҡ, опто, зөгәй тереклек итә.

  • 29 км: Новь — Рәсәй йылғаһы.Башҡортостан Республикаһының Архангель һәм Иглин райондары аша аға. Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 29 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылғаның оҙонлоғо — 17 км.
  • 46 км: Икен (рус. Икинь, Икен, Экень) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Архангел районында башлана, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 46 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 34 км
  • 61 км: Атыш— Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 61 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.
  • 63 км: Бирҙәш— Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының һул ярына тамағынан 63 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.
  • 71 км: Йылыу—рус. Илыу - Рәсәй йылғаһы,Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының һул ярына тамағынан 71 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
  • 73 км: Ҡыҫыҡ (русс. ҡыҫыҡ — «узкий») — Рәсәй йылғаһы. Көньяҡ Уралдың көнбайыш өлөшөнән башланғыс алып, көньяҡҡа ҡарай аға. Ләмәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 17 километр.
  • 94 км: Бәҙәреш— Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[2] биләмәләрендә аға.Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 94 км өҫтәрәк ҡушыла. Оҙонлоғо 40 км.
  • 104 км: Саля (Сәлә) йылғаһы
  • 106 км: Оло Телемез—Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Ләмәҙе йылғаһының һул ярына тамағынан 106 км өҫтәрәк ҡушыла. Оҙонлоғо 13 км.
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ләмәҙе.