Мәнәйер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәнәйер (Оло Мәнәйер)
Характеристика
Оҙонлоғо 20 км
Һыу ағымы
Тамағы Инйәр йылғаһы
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 149 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°11′16″ с. ш. 57°29′00″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200612111100019577

Мәнәйер (Оло Мәнәйер)Рәсәй йылғаһы. Башҡортостандың Белорет районы Арышпар ауылының[1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 149 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км. Һыу объекты системаһы: ИнйәрЭҫемАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этимологияһы буйынса аныҡ ҡына фекерҙәр юҡ. Арышпар ауылы ҡарттары һөйләүе буйынса, ҡасандыр завод төҙөүселәр ерҙе ялғанлап һатып алып, аҫаба ерҙәренән ҡыуылғас, халыҡ ер эҙләп китеп барған һәм ошо төбәккә килеп сыҡҡан. Йылғалы, асыҡ ҡына яландары, матур тауҙарын оҡшатып, ҡорҙоң аҡһаҡалы: "Бына ер!" - тип әйткән, имеш, ти (Инйәр-ҡатай һөйләшендә "мына ер!"). Шул һүҙҙән сығып, тауын да, йылғаһын да шулай атай башлағандар тип фараз итәләр.

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был йылға буйында бер генә ауыл - Арышпар урынлашҡан. Һөҙәк тауҙар, әммә Инйәр ҡасабаһынан килгән юл яйлап ҡына үргә тарта бара. Күберәге - ҡатнаш урмандар. Инйәр төбәгенең күп кенә ауылдарынан айырмалы, сабынлыҡтар, болондар мул ғына.

Мәнәйер буйына урынлашҡан Арышпар ауылы юлы

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019577
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101957
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Мәнәйер (Оло Мәнәйер).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]