Эстәлеккә күсергә

Ишле (Һүренйәк ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишле ауылы һәм йылғаһы
Ишле
Характеристика
Оҙонлоғо 17 км
Һыу ағымы
Тамағы Һүренйәк йылғаһының һул ярына тамағынан 4,5 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°48′56″ с. ш. 57°48′54″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
РДҺР 10010200612111100019515

Ишле (рус. Ишля) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Белорет районының Ямантау яны[1] биләмәләрендә аға. Йылға Һүренйәк йылғаһының һул ярына тамағынан 4,5 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ишле ауылы һәм йылғаһы

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019515
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101951
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Тәбиғи байлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорет районы Ишле йылғаһы исем биргән Ишле ауылы янында запасы 4 млн т тип иҫәпләнгән флюорит ятҡылығы табылған. Был урынды ошонан йыраҡ түгел аҡҡан икенсе йылға исеменән Һүрән флюорит ятҡылығы тип атайҙар

Ятҡылыҡты 1980-се йылдарҙа Н. Н. Ларионов геологик эҙләнеүҙәр ваҡытында фотоға төшөрөп йөрөгәндә тапҡан[3].

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ишле.
  3. Һүрән ятҡылығы http://webmineral.ru/deposits/item.php?id=400