Ямантау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ямантау
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1638 м
Сағыштырмаса бейеклегеа1330 метр
Урынлашыуы
54°15′18″ с. ш. 58°06′07″ в. д.HGЯO
Страна
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ямантау
 Ямантау Викимилектә

Ямантау — Башҡортостанда тау массивы.

Төньяҡ-көнбатышҡа һуҙылған, киңлеге — 3 км, оҙонлоғо — 5 км. Тау түбәләре — Оло Ямантау (1640 м) һәм Кесе Ямантау (1510 м). «Оло Ямантау» Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе. Башҡортостандың Белорет районы Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 700—1100 мм. Ҡар ҡатламы 80—100 см һәм уртаса 180-ҙән 205 көнгә тиклем ята. Ландшафттың юғарыла биллелеге билдәләнә. Ғинуарҙа уртаса температура −14—17 °C, июлдә +9—16 °C.

Тау итәгендә Межгорье ҡалаһы (ябыҡ административ-территориальберәмек) урынлашҡан, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса эре масштаблы серле ер аҫты төҙөлөшө башҡарыла. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, был ракета осороу шахтаһы, башҡалары буйынса — VIP-бункер. Халыҡта «Путин бункеры» тип атала[1][2][3].

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар йыш осраҡта географик объект исемдәренә ғәмәли мәғәнә һалған. «Яман тау» исеме, бәлки, көтөү көтөргә мөмкинлек бирмәгән һаҙлы һәм ваҡ ташлы тау бите булғанға көндәлек тормошҡа кереп ҡалғандыр. Шулай уҡ урындағы башҡорттар араһында, тау башына менгән ваҡытта аттар үлә, тигән ышаныс йәшәй. Ниһайәт, тау битендә йәшәгән күп һанлы айыуҙар булыуы мөһим ысынбарлыҡ.

П. И. Рычков үҙенең «Ырымбур топографияһы»нда былай тип яҙа:

Ноғай даругаһындағы Яман Тау, йәғни әшәке тау, уҫал тауҙа һәр ваҡыт ҡарҙар ята…

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ульяна Петрова. Ноевият ковчег на руския президент(недоступная ссылка) 24.04.2008  (болг.)
  2. What Is That There Under the Mountain? «Белорецкий рабочий», 24 марта 1996. Дата обращения: 19 май 2009.  (инг.)
  3. Despite Cold War’s End, Russia Keeps Building a Secret Complex. The New York Times (инг.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рычков П. И. Топография Оренбургская. — СПб., 1762. — С. 243.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]