Эҫем (Ағиҙел ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Эҫем (башҡ. Эҫем  — (урыҫса — Сим). Уралдағы йылға, Рәсәй Федерацияһының ике субъекты — Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәләренән аға. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо 239 километр. Һыу өҫтө майҙаны — 11700 км². Тамағындағы йыллыҡ һыу ағымы — 145 м³/с[1].

Мыш-Арҡа (Амшар) һыртынан башлана. Уның ярҙарындағы ауыл-ҡалалар: Силәбе өлкәһендә Сим, Минйәр, Әшә,Башҡортостанда Оло Теләк, Ҡаҙаяҡ-Ҡотош, Петровское, Кузнецовка, Серпиевка.

Ҡушылдыҡтары: Инйәр, Минйәр, Әшә, Ләмәҙе, Уҡ. Эҫем йылғаһы ярында Игнатьев мәмерйәһе бар.

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағиҙел бассейны
Эҫем йылғаһында. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1910

Атаманың аныҡ ҡына аңлатмаһы юҡ. Башҡорт телендә «сим» һөйләштәге «сөм» (йылғалағы тәрән, сөмгөл урын) тигәнгә яҡын. Ғәбделәхәт Вилданов «эсемлек» тигән менән яҡынайта, ваҡыт уҙыу менән ҡыҫҡарып «эҫем» рәүешендә ҡалған, тип аңлата. Рәил Кузеев фин-уғыр телдәренә яҡынлыҡ күрә. Оло Иҙел буйы башҡорттары һәм сыуаштары аралашып, уртаҡ атама барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә булған. Сыуаштарҙа ла «сим» боронғо эсемлек[2] Татарҙың «үҫәм» (һыу үләне) тигәненән килеп сыҡҡан тиеүселәр ҙә бар[3].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эҫем йылғаһы бассейнын ике өлөшкә — тау һәм уйһыулыҡҡа — бүлеп була. Эҫемдең үрге ағымдары Әшәгә тиклем тауҙар, ике яҡтан баҫҡан урмандар аша килә. Һул яҡ ярынан Атьегәрҙек (урыҫ. Аджигардак) һырты һуҙыла, уң яҡ ярынан — Турғай тауҙары (Воробьиные горы). Әшә ҡалаһы янында ландшафт үҙгәрә, йырҙа тауҙарҙы ҡалдырып көньяҡ-көнсығышҡа борола. Артабан яр буйҙарында ҡуйы ҡыуаҡлы урмандар, ҙур булмаған һаҙҙар, һәм үле йылғалар китә. Ҡаҙаҡ-Хөснулла ҡасабаһы янында тәпәш тауҙар бар.

Сим ҡалаһы янында плотина ҡоролған, ул Сим быуаһы барлыҡҡа килтергән.

Сим Ямаҙыташ мәмерйәһе янында (Игнатьев мәмерйәһе), палеолит осоро ҡомартҡыһы

Экологик проблемалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сим, Әшә һәм Минйәр ҡалалары йылғаға 25 000 000 м³ бысраҡ һыуҙар ағыҙа. Яр буйҙарындағы сүп-сар тауҙары ла ҙур проблема тыуҙыра[4]. Эҫем ярында тораҡ пункттар:

  1. Эҫем
  2. Минйәр ҡалаһы
  3. Әшә ҡалаһы
  4. Оло Теләк
  5. Түбәнге Лютик
  6. Петровское
  7. Кузнецовка


Ҡушылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 6 км: Инйәр (оҙонлоғо — 307 км)
  • 28 км: Ҡорт
  • 46 км: Гучунга
  • 60 км: Бөйөндө
  • 72 км: Ләмәҙ (оҙонлоғо — 119 км)
  • 91 км: Тәләк
  • 103 км: Оло-Тәләк
  • 106 км: Эҫемғаҙы
  • 107 км: Әрҙегүл
  • 108 км: Арғауыҙ
  • 117 км: Уҡ
  • 120 км: Әшә (оҙонлоғо — 59 км)
  • 124 км: Мәнйылға
  • 137 км: Кеҫәл
  • 150 км: Бирҙе
  • 160 км: Минйәр
  • 162 км: Малайөҙ
  • 167 км: Көлөслө
  • 170 км: Яралҡы
  • 186 км: Көрәк
  • 194 км: Тәнкәл
  • 202 км: Ғамаҙа
  • 220 км: Эҫембаш
  • 225 км: Кесе Эҫем

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]