Ҡариҙел (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡариҙел
Характеристика
Оҙонлоғо 918 км
Бассейн 53 100 км²
Һыу сығымы 388 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Уралтау һыртындағы Хлебное күле (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар 55°31′45″ с. ш. 60°07′04″ в. д.HGЯO
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы Өфө
 · Координаталар 55°31′45″ с. ш. 60°07′04″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 54°40′38″ с. ш. 55°59′22″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Башҡортостан
РДҺР 10010200812111100020106
Ҡариҙел (йылға) (Рәсәй)
Точка
Точка
Ҡариҙел Викимилектә

Ҡариҙел (Өфө; рус. Уфа) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел, йылға, Ағиҙел йылғаның уң ҡушылдығы.

Ағиҙел бассейны

Силәбе өлкәһе, Ҡарабаш тау итәгендәге Өфө күленән башлана.

Силәбе, Сведловск өлкәләре, Башҡортостандың Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен, Иглин, Өфө райондары аша аға.

Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла.

Ҡариҙел йылғаһының оҙонлоғы 918 км.

Төп ҡушылдыҡтары: Бисәрт, Төй уң яҡтан, Әй, Йүрүҙән һул яҡтан

Ҡариҙел йылғаһы Өфө янында

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо — 918 км, бассейн майҙаны — 53,1 тыс. км². Уртаса йыллыҡ һыу тотоноу күләме: 388 м³/с, иң күбе: 3740 м³/с, иң кәме: 55 м³/с. Октябрь уртаһынан — декабрь башы аралығында туңа, апрелдә — май башында боҙ китә. Башлыса ҡар һыуҙарынан туйына.

Өфө күленән, Силәбе өлкәһе Ҡарабаш ҡалаһынан 5 км төньяҡ-көнбайыштараҡ баш ала. Баш өлөшөндә Ҡариҙел үҙен тау йылғаларына хас тота, тар ғына үҙәндән аға. Әй ҡилеп ҡушылғандан һуң ул бер аҙ олпатлана, бында инде моторлы бәләкәй кәмәләр йөрөй ала. Әммә йырҙа бормалы һәм һайлыҡтар ҙа осрай.Ҡариҙел ауылынан түбәнерәк Павловка һыуһаҡлағысы быуаһы тәьҫирендә һыу тәрәнәйә һәм киңәйә башлай. Һыуһаҡлағыс оҙонлоғо 100 километр тәшкил итә. Плотинанан түбәнге өлөштә йылға тәрән һәм ярайһы тиҙ ағымлы. Йылға бассейнында карст йыш осрай..

1760-сы йылдарҙа П. И. Рычков үҙенең «Топография Оренбургская» тигән китабында былай тип яҙған:

«Уфа, по Татарски Уфи Идель, вышла изъ Уральских горъ на Сибирской дорогѣ, въ вотчинѣ Купаканской и Каратабынской волостей Башкирцовъ, въ урочищѣ называемомъ Кара Ташъ, то есть Черной камень. Въ вершинахъ теченіемъ своимъ захватываетъ она нѣсколько Пермской провинціи, потомъ идетъ почти самого срединою Уфинской провинціи, и выше города Уфы версты съ двѣ впала въ рѣку Бѣлую. Во время послѣдняго Башкирскаго замѣшанія построены по ней двѣ крѣпости: Красноуфинская и Ельдяцкая, въ коихъ понынѣ регулярные гарнизоны и нерегулярные служивые люди содержатся. По ней и по впадающимъ въ нее рѣкамъ мѣдных и желѣзныхъ рудъ, такожъ и всякихъ лѣсовъ имѣется довольно, для которыхъ заводчикомъ Петромъ Осокинымъ построенъ желѣзной заводъ, но по продажѣ отъ него Осокина состоитъ нынѣ за Тулянами Масаловыми; и хотя оной заводъ построенъ близъ ея вершинъ, однако внизъ по ней суда съ желѣзомъ свободно ходятъ.»

Рычков П. И.[1]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында йылғалар араһындағы аҡһыл һәм ҡараһыу сик бик асыҡ күренә.Риүәйәттә былай тип әйтелә: Урал тигән бәһлеүәндең еткән ике ҡыҙы була. Уларҙың ҡайһыһы баш булырға тейешлеге тураһында йыш бәхәсләшәләр. Урал ҡыҙҙарын үҙаллы сығарып ебәреп, үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күрергә, һуңынан кем баш булыуын хәл итергә була. Мөһабәт гранит ҡапҡаһын асып ҡыҙҙарын сығарып ебәрә. Аталары ҡыҙҙарының көс-ҡеүәтен, ныҡышлығын һынай: әле юлдарына ҡая таш сығарып ҡуя, әле һаҙлыҡ менән юлдарын бүлдерә. Атаһы күреп тора: көньяҡҡа табан йүгергән ҡыҙы ҡеүәтләнә һәм ныҡлыраҡ була бара ғына түгел, ә йөрәге лә яҡтырып, юлындағы барыһын да арбап алған. Ә икенсеһе дыуамал, үҙ һүҙле — ҡаяларға ташлана, ҡаралып-ҡарайып, һыуҙары һалҡынайып килеп сыға[2]

Йылғаны урыҫ телендә Уфимка, Уфа тип йөрөтһәләр ҙә, башҡорттар һәм татарҙар Ҡариҙел тип атайҙар[3]

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(км — тамағынан)
(йылға оҙонлоғо >50 км)

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рычков Пётр Иванович. Топографія Оренбургская. Часть первая. — СПб.: Типографія Императорской Академіи Наукъ, 1762. — С. 229—230. — 331 с.
  2. Три путешествия по рекам. Река Уфа. www.southural.ru. По Тропам Южного Урала. Дата обращения: 16 май 2019.
  3. Река Уфа (Караидель). yuzhnyj-ural.ru. Весь Южный Урал. Дата обращения: 16 май 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]