Бажа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бажа — үҙ-ара туғанлыҡ мөнәсәбәтендә тороусы кәләштәргә (ҡатындарға) өйләнүсе кейәү (ир) кеше; апалы-һеңлеле ҡатындарҙың ирҙәре (бер-береһенә ҡарата). Улар бер туған, ике туған, өс туған һәм яҡын булмаған туғандар ҙа бажалар тип йөрөтөлә. Өндәшкән ваҡытта бажа ғына тип мөрәжәғәт итһәләр ҙә, таныштырған ваҡытта, туғанлыҡ дәрәжәһен әйтеп таныштыралар.

Шулай уҡ, ситтәге ауылдарҙа, башҡа райондарҙа ауылдаш кәләштәргә (ҡатындарға) өйләнһәләр ҙә бер-береһенә бажа тип мөрәжәғәт итеүселәр бар.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)