Эстәлеккә күсергә

Йомағужа ГЭС-ы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомағужа ГЭС-ы
Изображение
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йылға

Ағиҙел (Ҡама ҡушылдығы)

Собственник

«Башҡорт генерирлаусы компанияһы» ЯСЙ-е

Статус

эшләүсе

Төҙөлә башлағын йыл

1998

Агрегаттарҙы сафҡа индереү йылдары

2004-2005

Төп характеристикалар
Йыллыҡ электр энергияһы етештереү , млн кВт·с

150

Электростанция төрө

плотиналы

Иҫәп баҫымы, м

40

Электр ҡеүәте

45

Ҡорамалдар характеристикаһы
Турбина тибы

Әйләнмәле-көрәк башлы турбина

Турбиналар һаны һәм маркаһы

3хПЛ-50-В-230

Генераторҙар һаны һәм маркаһы

3x

Генераторҙар ҡеүәте, МВт

3x15

Төп ҡоролмалары
Плотина төрө

бетон һәм ерҙе йыуҙыртып ҡоролған

Плотина бейеклеге, м

70

Плотина оҙонлоғо, м

605

Шлюз

юҡ

Бүлеүсе ҡорамал

220, 110 кВ

Картала
Йомағужа ГЭС-ы (Рәсәй)
Красная точка
Йомағужа ГЭС-ы

Йомағужа гидроэлектростанцияһы — Башкортостандың Күгәрсен районы Ағиҙел йылғаһында урынлашҡан ГЭС.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ГЭС 1998 йылда төҙөлә башлаған, 2007 йылда тамамланған. ГЭС ҡоролмалары составында:

  • 605 м оҙонлоҡтағы һәм 70 м бейеклектәге балсыҡһыл үҙәктән торған өйөп яһалған быуа плотина;
  • өҫкө яр буйындағы һыу ағыҙғыстар;
  • 90 м оҙонлоғондағы килтереүсе подводящий канал;
  • 70 м оҙонлоғондағы килтереүсе подводящий һыу үткәргес;
  • ГЭС плотинаһына яҡын бина.

ГЭС-тың ҡеүәте — 45 МВт. ГЭС бинаһында иҫәбе 40 м баҫым көсө менән эшләгән ҡеүәте 15 МВт-лы өс әйләнмәле-көрәк башлы гидроагрегат урынлаштырылған. ГЭС-тың баҫымлы ҡоролмалары 35,6 км² майҙанлы, тулы күләме 890 млн.м³ тиң булған Йомағужа һыуһаҡлағысын барлыҡҡа килтерә.

ГЭС-ты «Гидропроект» институты проектлаған.

Йомағужа гидротехник ҡоролмалары, иң тәү сиратта, юл айҡан электр энергияһы эшләп сығарыу менән бергә, һыу менән тәьмин итеү һәм ташҡындарҙан һаҡлау мәсьәләһен хәл итә.

Йомағужа ГЭС-ы «Башҡорт генерирлаусы компанияһы» ЯСЙ-е составына инә, төҙөлөштө «Йомағужа һыуһаҡлағысы» ЯСЙ-е тормошҡа ашырған.

Экологик проблемалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомағужа һыуһаҡлағысы тар тау үҙәнендә төҙөлгән, һәм ҡиммәтле ерҙәрҙең һыу аҫтында ҡалыу майҙаны ҙур түгел. Гидротехник ҡоролма һыуы «Башҡортостан» милли паркы эсендәге ерҙәрҙе баҫыуы, һирәк осраусы күп кенә хайуан һәм үҫемлектәр ареалының ҡыҫҡарыуы өсөн тәнҡитләнә. Һыуһаҡлағыстың һәм Ағиҙел йылғаһы һыуының сифаты насарайыуы, шулай уҡ һыуһаҡлағыс һыуының карст бушлыҡтарына ағып төшөп кәмеүе сәбәпле хәүефле фекерҙәр ишетелгеләне.

Йомағужа ГЭС-ы плотинаһы

Башҡорт АССР-ының сәнәғәт райондарын һыу менән тәьмин итеүҙе хәл итеү маҡсатында 1970-се йылдарҙан уҡ һыуһаҡлағыс төҙөү проектланған була. 1982 йылда, Йомағужа ГЭС-ы (күләме 3 км³ һәм майҙаны 150 квадрат километрҙан артыҡ) створынан 14 км түбәнгәрәк, Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөү буйынса әҙерлек эштәре башлана. Һыуһаҡлағыс төҙөү 1980-се йылдарҙа йәмәғәтселектең ҙур хуплауына таянған экологтарҙың әүҙем ҡаршылығына юлыға, һәм 1989 йылда туҡталып ҡала.

Артабан, Иштуған һыуһаҡлағысы урынына Ағиҙел йылғаһында һыубаҫар майҙандары бәләкәйерәк булған өс һыуһаҡлағыстан торған каскад проекты эшләнә. 1998 йылда шуның береһе — Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлә башлай.

Гидроузел төҙөлөшө йылдам темптарҙа бара. 2003 йылдың 10 июнендә Ағиҙел йылғаһы үҙәне ҡаплана, 2004 йылдың 7 октябрендә беренсе гидроагрегат, 2004 й. декабрендә — икенсеһе, 2005 й. 2 апрелендә — өсөнсөһө ебәрелә. 2007 йылдың 21 июлендә һыуһаҡлағысты сафҡа индереү тантанаһы ойошторола.