Йомағужа һыуһаҡлағысы
Йомағужа һыуһаҡлағысы Юмагузинское водохранилище? | |
52°57′06″ с. ш. 56°25′03″ в. д.HGЯO | |
![]() | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
Майҙаны | 35,6 км² |
Ағып сығыусы йылғалар | Ағиҙел |
Һыу йыйылған йылғалар | 2004 |
![]() |
Йомағужа һыуһаҡлағысы — Ағиҙел йылғаһанда һыуһаҡлағыс; Йомағужа ГЭСы өсөн һыу туплай. Күгәрсен районында урынлашҡан.
1998 йылдың декабрендә төҙөлә башланы. Уның төҙөлөш проекты тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары яғынан күп тапҡыр тәнҡитләнеүгә ҡарамаҫтан,[1], 2004 йылда төҙөлөп бөттө.
2004 йылдың яҙында һыуһаҡлағысҡа һыу тултырыла башланы. Майҙың тәүге көндәрендә Ағиҙелдең ташҡын һыуын йыйып, һаҡлағыс 140 млн кубометр тирәһе һыу тупланы. Был һыу күләме йәйен Башҡортостандың көньяғындағы ҡала-ауылдарына һыу етештереүҙе еңеләйтте. Шул уҡ һыуға Йомағужа ГЭСының тәүге агрегаты эшләй башланы.
Һыуһаҡлығыстың быуаһы оҙонлоғона 605 м, бейеклегенә 65 м. Һыуҙың үрге һәм түбәнге кимәле 63 м-ға айырыла. Быуалағы дөйөм һыу йөҙө майҙаны — 35,6 кв.км.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Йомағужа һыуһаҡлағысы Викимилектә |
---|
![]() |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |