Эстәлеккә күсергә

Шөғөр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шөғөр
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ҡариҙел
Ҡушылдыҡ Стеклянка[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 30 km
Карта
 Шөғөр Викимилектә

Шөғөр (иҫкесә — Үръяҙы, Үреүҙе) — рус. ШугуровкаӨфө ҡалаһы йылғаһы, Башҡортостан, Рәсәй. Оҙонлоғо — яҡынса 30 км. Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.

Инеше — Иҫке Турбаҫлы ауылынан төньяҡтараҡ урман массивында. Шөғөргә 7 шишмә һәм Тирмән күленән сыҡҡан 2 ҡылымыҡ ҡоя. Орджоникидзе һәм Калинин райондары аша аға. Калинин районында Ҡариҙел йылғаһына ҡоя.

1 — Ағиҙел, 2 — Ҡариҙел, 3 — Дим, 3А — Димдең элекке йырҙаһы, 4 — Соҡалаҡ, 5 — Шөгөр.

Шөғөр йылғаһында бик борондан өс тирмән быуаһы булған, исеме лә шунан алып Тирмән күле тип аталған. Яр буйҙарында үҫә барған Өфө ҡалаһын икмәк менән тәьмин итеү өсөн иген үҫтерелгән. Был йәһәттән иң танылған ер биләүсе дворян Гладышевтар булған, уларҙан рус. слобода Шугуровка-Гладышевка биҫтә атамаһы һәм Шөғөр йылғаһы исеме ҡалған. "Пермь йылъяҙмаһы"нда аңлатылыуынса, атама Шөғөр исемле башҡорттоң Өфө үҫешенә индергән хеҙмәттәре өсөн бирелгән[1]

1939 йылға тиклем, беренсе крекинг-завод асылғансы, йылғала бағыр балыҡтары булған. Шул ваҡыттан бирле йылғаны предприятиеларҙың тотонолған һыу ағымы даими бысратып тора: ҡаланың төньяҡ өлөшөндә нефть эшкәртеү предприятиелары һәм ААЙ «Уфахимпром» йыуынтылары, ғөмүмән, шул майҙандарҙан төшкән ҡар һыуҙары, ағынты һыуҙар ҙа төшә. Шөғөр бик бысранып Ҡариҙелгә — Өфө ҡалаһын эсәр һыу менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡтарҙың береһенә барып ҡоя[2].

Фенол менән бысраныу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шөғөр йылғаһы 1990 йылдың феноллы яҙынан һуң Бөтә СССР-ҙа билдәлелек ала.

1989 йылдың 22 ноябрендә «Химпром» предприятиеһында 90 куб метр фенол ергә аға. Тейешле саралар күрелмәү арҡаһында 1990 йылдың мартында ҡар һыуҙары менән фенол быуаға ағып төшә.Артабан ул Шөғөр йылғаһына, уныһынан — Ҡариҙелгә, Өфө ҡалаһының көньяҡ эсәр һыу ҡоролмаһына барып етә. Көньяҡ һыу алыу эсә торған һыуҙағы фенолдың максималь күләме яҡынса 30 ПДК тәшкил итә. Фенол өҫтәлеп ағыуын дауам итә һәм көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһында фенол рөхсәт ителгән максималь стандарттарҙан 100 тапҡырҙан күберәккә артып китә.

Шөғөр йылғаһындағы фенол күләме «Химпром» УПО-һынан түбәнерәк 98000 ПДК һәм 101000 ПДК тәшкил итә.

Өфө халҡына кран һыуын эсеү хәүфле булыуы тураһында мәғлүмәт бирелә. Ағыуланған эсәр һыуҙы ҡулланыусылар һаны 672,876 кешегә етә.[3]

Шөғөр йылғаһы шул ваҡыттан даими иғтибар үҙәгендә.