Эстәлеккә күсергә

Урайым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ураим битенән йүнәлтелде)
Урайым
Характеристика
Оҙонлоғо 74 км
Бассейн 468 км²
 · Координаталар 55°41′39″ с. ш. 59°32′09″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
РДҺР 10010201112111100020452

Урайым (рус. Ураим) — Рәсәй йылғаһы.

Урайым йылғаһы Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Урайым Ҡариҙел йылғаһына уң ярынан ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 74 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан Павловка һыуһаҡлағысына тиклем, Әй йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201112111100020452
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102045
  • Бассейн коды — 10.01.02.011
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Шәп ағымлы, һалҡын һыулы йылға. Киңлеге 10-20 метр. Оҙонлоғо яҡынса 20 км. Тәрәнлеге 1-1,5 метр.

Урайым йылғаһы Ҡариҙелдең (Өфө йылғаһы) һул ҡушылдығы, уға Нязепетровск янында барып ҡоя.

Көслө ағымлы йылғаларҙан кәмәлә төшөргә яратыусылар өсөн ылыҡтырғыс булып тора. Һыу аҫты таштары һәм шаршылары күп, йылға бормаланып аға.

Шулай уҡ был йылға балыҡҡа ярайһы бай, көҙҙәрен ҡармаҡҡа суртан эләккеләй. Тик бәрҙе өлкәнең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Йылға ярындағы тораҡ пункттар: Бозово, Котово, Постникова, Урайым.

Ҡушылдыҡтары: Йырғалаш, Рыга, Кесе Бакуева, Сухой Лог, Исакова, Бакуева, Комова, Бағарҙы, Тарышлы, Ҡотҡор, Бөгөрәк, Ҡуғаш, Береснёвка[3].


Топоним башҡорт телендәге «урау», «урайым» тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тип яҙа Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә. Икенсе төрлө «бормалы йылға» тип әйтеп була, тип аңлата автор[4].

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ураим.
  3. Ураим, река 2019 йыл 28 апрель архивланған.
  4. Шувалов Н. И. Ураим// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Шувалов Н. И. Ураим// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7