Шәрҙәле
Шәрҙәле | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 15 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Йүрүҙән йылғаһының |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 182 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 55°12′12″ с. ш. 58°01′26″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 10010201112111100023460 |
Шәрҙәле — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Йүрүҙән йылғаһының һул ярына тамағынан 182 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрҙәле йылғаһын урындағы халыҡ йомшаҡ ижекле итеп әйтә, ә топонимдар һүҙлегенең яңыртылған вариантында Шарҙалы тип бирәләр һәм был аңлатмаһын башҡа райондарҙағы атамаларға бәйләйҙәр. Мәғәнәһен ҡыш көнө лә һыуы туңмай ятыу үҙенсәлеге менән (шәре һүҙенә лә тартым) аңлаталар.
Урыҫ теленең йоғотоһонанмы әллә иркә-кесерәйтеү менән әйтер өсөнмө, үҙ-ара һөйләшкәндә, малаяҙҙар уны Шәрҙәйкә тип тә атайҙар.
2020 йылда «Байыҡ» республика телевизион конкурсында хореограф Нәсимә Ямалиева етәкселегендәге Салауат районы «Шәрҙәле» бейеү ансамбле финалға сыҡты[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Нязепетровск һыуһаҡлағысынан Павловск һыуһаҡлағысына тиклем (Әй йылғаһын индермәйенсә). Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201112111100023460
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102346
- Бассейн коды — 10.01.02.011
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ https://bash.news/bash/news/118261-2-marttan-bayyk-televizion-konkursy-yany-mizgelge-ezerlek-bashlany 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Шардалы .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- "Шәрҙәле" бейеү ансамбле етәксеһе Нәсимә Ямалиева 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
- "Йүрүҙән" гәзите, 11.02.2020 "Шәрҙәле" бейеү ансамбле тураһында
- "Шәрҙәле" бейеү ансамбле 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
- "Шәрҙәле" бейеү ансамбле "Байыҡ"та
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. Справочник. - Уфа, Китап, 2017. - 472 с.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ