Боғалыш
Боғалыш — рус. Бугалыш — Рәсәй, Урта Урал йылғаһы, Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.Свердловск өлкәһе Әртә һәм Красноуфимск ҡала округтары биләмәһендә аға. Баш алған урыны Кесе Дегтярканан төньяҡ-көнбайышҡа табан диңгеҙ кимәленән 300 метр самаһы бейеклектә урынлашҡан.[1]. Йылға оҙонлоғо 35 км[2]. Йылға буйында урынлашҡан тораҡ пункттар: Сажино, Попово, Турышовка, Голенищево, Үрге Боғалыш , Урта Боғалыш, Яңы Боғалыш, Боғалыштамаҡ.
Ҡойоусы йылғалар (тамағынан км алыҫлыҡта):
- 1,9 км: йылға Яманйылға (һул)
- 13 км: Титнигул (уң)
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан Павловка һыуһаҡлағысына тиклем, Әй йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидронимдың килеп сығышы тураһында яҙғанда профессор, топонимдар белгесе А. К. Матвеев башҡорт телендәге боға һүҙен ҡуллана һәм йылғаны Бычья — Боғалыш тип атай. Боға+алыш тигән фараз да осрай[3].
Боға — тоҡом үгеҙе[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лист карты O-40-129 Манчаж. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1980 год. Издание 1987 г.
- ↑ 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: река Бугалыш .
- ↑ Реки и озёра, горы и лога, поселения людей на юго-западе Свердловской области 2019 йыл 11 сентябрь архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 150-се бит
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бугалыш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит== Һылтанмалар ==