Павловка һыуһаҡлағысы
Павловка һыуһаҡлағысы | |
Нигеҙләү датаһы | 1961 |
---|---|
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Йүрүҙән, Әйҙос, Сөндө, Кирҙә, Байҡы, Үреш һәм Бердяшка[d] |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Ҡариҙел |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Павловка һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Павловка һыуһаҡлағысы — Ҡариҙел йылғаһында Павловка ГЭС-ы плотинаһы хасил иткән һыуһаҡлағыс. Өфө ҡалаһы өсөн һыу менән тәьмин итеү резервы булып тора.
Үрге һәм урта өлөшө Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында, түбәнге өлөшө республиканың Благовещен һәм Нуриман райондары араһында урынлашҡан.
Һыуһаҡлағысты тултырыу ГЭС төҙөлөшө башланғандан һуң 9 йылдан — 1959 йылда — башлана һәм 1961 йылда тамамлана.
Һыуһаҡлағыс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо 150 километр тәшкил итә (Муллаҡай ауылынан Павловка ауылына тиклем). Үҙәнле типҡа ҡараған һыуһаҡлағыс. Максималь киңлеге — 1750 метр (уртаса — 770 метр)[1]. Уртаса тәрәнлеге — 11,7 метр, плотина эргәһендә — 35 метрға тиклем. Түбәнге өлөшө Ҡариҙел тамағынан 170 километрҙа ята.
Һыуһаҡлағыс Өфө платоһында, ләкин ныҡ карстланған территорияла урынлашҡан (СССР-ҙа бындай тип территорияла төҙөлгән беренсе ҙур һыуһаҡлағыс була)[1].
Һыуһаҡлағыс Ҡариҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары аҡмаһына миҙгелле, аҙналыҡ һәм тәүлеклек көйләүҙе тормошҡа ашыра. Һыуһаҡлағысты нормаль терәк кимәлгә (140 м) еткереп тултырыу яҙ башҡарыла, апрель аҙағы — май башында тамамлана. Йылғаның яҙғы ағымының 16 проценты самаһы туплана[1]. Тупланған һыу күләме тулыһынса йә өлөшләтә шул уҡ йылды эшкә ҡушыла. Эшләтеү ғинуарҙа башлана һәм 140 көн дауам итә. Һыу кимәле тирбәлеүенең йыллыҡ амплитудаһы уртаса 11 метр тәшкил итә[2].
Гидроузелдың ҡапҡаһы тирәһендә һыу йыйылыу майҙаны 47 100 км² тәшкил итә, күп йыллыҡ уртаса аҡмаһы йылына 10,74 куб километрға, шул иҫәптән яҙғы ташҡын аҡмаһы 5,8 куб километрға тигеҙ[3].
Һыуһаҡлағыс ноябрҙән майға тиклем боҙ менән ҡаплана, февраль-мартта боҙ ҡалынлығы 70—80 сантиметрға етә.[2]
Павловка гидроузелы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павловка гидроузелы Нуриман районының Павловка ауылы эргәһендә урынлашҡан. Гидроузел составына үҙәнле һәм һыубаҫар плотиналар, 166 МВт ҡеүәтле плотиналы-үҙәнле Павловка гидроэлектр станцияһы һәм бер камералы шлюз инә.
Гидроҡоролмалар класы — II. Павловка суднолар йөрөү шлюзы — бер баҫҡыслы, плотина буйында, бер епле, шахталы, тимер-бетон, док тибында. Шлюздың төп функцияһы — баҫым фронтын тәьмин итеүҙә ҡатнашыу, судноларҙы, һалдарҙы һәм һирәк була торған һәләкәтле ташҡындарҙы үткәреү. Шлюздың тышҡы ситтәре араһындағы алыҫлыҡ — 164,16 м. Шлюз камераһының габарит үлсәмдәре — 120,0 × 15,0 м, камераның оҙонлоғо — 96,4 м. Ул — шахта тибындағы монолит тимер-бетон гидротехник ҡоролмаларҙың иң ҡарты, Европала иң ҙур баҫымлы шлюз[3].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡариҙел йылғаһы һәм Павловка һыуһаҡлағысы һыу транспорты юлы булараҡ, нигеҙҙә, урындағы йөктәрҙе республиканың алыҫ төбәктәренә ташыу өсөн хеҙмәт итә. Ҡариҙел йылғаһынан башҡа, Павловка һыуһаҡлағысына суднолар йөрөшлө өс ҙур булмаған ҡушылдыҡ ағып төшә: Байҡы, Йүрүҙән, Өрөш[3].
2010 йылда Павловка һыуһаҡлағысы тирәләй Павловка ауылынан «Павловка паркы» туристик тауҙан шыуыу үҙәгенә тиклем асфальт юл һалына (оҙонлоғо 7 км).
Павловка һыуһаҡлағысы тирәләй автомобиль юлдары күп түгел. Һыуһаҡлағыс үтә оҙон булғанлыҡтан (150 км) уны ҙур юлдар буйлап урап үтергә тура килә.
Павловка һыуһаҡлағысына барыу юлының һыҙмаһы. 2016 йыл 2 июнь архивланған.
Рекреация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павловка һыуһаҡлағысы территорияһында 17 ял базаһы урынлашҡан:
- Йыл әйләнәһенә эшләүсе «Павловка Паркы» ял үҙәге.
- Павловкала «Утёс» 2016 йыл 14 ноябрь архивланған. ял базаһы.
- «Башҡорт Рицаһы» 2016 йыл 4 октябрь архивланған. ял базаһы.
- «Горный воздух» 2016 йыл 7 октябрь архивланған. ял базаһы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Выбор» гәзите, № 118-119 (10044-10045) 11.08.2015. «Край тысячи озёр» мәҡәләһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Р. Ф. Абдрахманов, В. А. Тюр, А. О. Полева, В. М. Юров Особенности гидрологического и гидрохимического режимов крупных водохранилищ Южного Урала // Вестник ВГУ. Серия: География. Геоэкология. — Воронеж: ВГУ, 2009. — В. 1. — С. 2330.
- ↑ 2,0 2,1 А. Н. Данилов Павловское водохранилище // Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 В. М. Воронцов, В. А. Кривошей, А. Б. Разгуляев, В. И. Савенко. Внутренние водные пути России. — М.: По Волге, 2003. — 186 с. — 2500 экз. — ISBN 5-901916-12-3.