Эстәлеккә күсергә

Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта
 Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы Викимилектә

Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы (рус. Нязепетровское водохранилище) — Ҡариҙел йылғаһында быуылған һыуһаҡлағыс.

Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы 1976 йылда төҙөлә башлаған. Дамба Наҙы-Петровск сиктәрендә урынлашҡан. Һыу тултырғанда Ҡариҙел һәм Ҡуҡаҙар йылғалары буйҙары һыу аҫтында ҡала. Һыу ятҡылғы көҙгөһөнөң майҙаны — 310 м[2].

  • Майҙаны — 24,2 км²
  • Оҙонлоғо яҡынса 10 км
  • Максималь киңлеге-700 м етә
  • Уртаса тәрәнлеге 7,8 м, максималь — 20
  • Тулы һыу күләме 0,153 км³, шул иҫәптән файҙалыһы — 0,138 км³.
  • Һыу төбө ләмле, урыны менән ташлы.

Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан махсус эшләнгән ҡылымыҡ аша Чусовая йылғаһы тулыландырыла, шулай итеп Екатеринбург ҡалаһы ла өлөшләтә унан һыу ала. Һыу ятҡылығының уң ярында минераль һыу сығанағы бар[3].

Ихтиофаунаһы: судак, ҡорман, алабуға һәм Урта Уралға хас башҡа балыҡтар тереклек итә.

Ҡалала шулай уҡ айырым Наҙы быуаһы ла бар.

Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы Екатеринбургҡа ла һыу бирә
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысы плотинаһы
Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысында яҙғы боҙ
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Карта бите O-40-XXXVI Нязепетровск. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1986-1991 год. Издание 1993 г.
  3. Нязепетровское водохранилище, tyr74.ru.