Арғужа һыуһаҡлағысы
Арғужа һыуһаҡлағысы | |
Нигеҙләү датаһы | 1946 |
---|---|
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Мейәс |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Мейәс |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 269 метр |
Оҙонлоҡ | 11 km |
Майҙан | 102 км² |
Күләме | 650 гектометр кубический |
Арғужа һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Арғужа һыуһаҡлағысы — рус. Аргази́нское водохрани́лище - яһалма һыу ятҡылығы, 1939—1946 йылдарҙа Мейәс йылғаһында Арғужа һыуһаҡлағысы өсөн плотина төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. Һыуһаҡлағыс Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районында төҙөлгән[1]. Силәбе өлкәһенең иң ҙур һыуһаҡлағысы. Һыу баҫтырған ваҡытта Арғужа күле һыуһаҡлағыс эсенә инеп ҡалған[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу өҫтө майҙаны — 84,4 км²[3]. Һыуҙың тулы күләме — 0,9661[4] км³. Һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 2800 км²[3]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 270 м[5].
Һыуһаҡлағыс күп йылдарға көйләнә. Яр һыҙаты тотороҡло түгел, сөнки һыу кимәле алмашынып торе[2] до 6 метров), бормалы , ҡултыҡтары күп, ярҙарына бик яҡын булып ҡарағай һәм ҡайын урмандары үҫә. Утрауҙары күп[6].
Файҙаланылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе ҡалаһы өсөн төп эсәр һыу сығанағы булып хеҙмәт итә[7].
Рекреация әһәмиәтенә эйә: һыуһаҡлағыс ярҙарында ял йорттары урынлашҡан.
Балыҡ тотоу өсөн популяр урын. Һыуһаҡлағыста төрлө балыҡтар тереклек итә: суртан, опто, себер сабағы (сабаҡ), алабуға, шамбы,алабалыҡ, ҡорман, ҡарабалыҡ, һыла, этеш. Арғужа һыуһаҡлағысы рипус үрсетеү буйынса төп һыу ятҡылығы булып тора.Һирәкләп карп, бикре, йәйғорло бағыр һәм кумжа (Оло Ҡыялым йылғаһынан инә, ул һыуһаҡлағыстан саҡ ҡына өҫтәрәк Мейәс йылғаһына ҡоя)[2].
Тораҡ пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуһаҡлағыс ярҙарында урынлашҡан ауылдар:
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса Арғужа тигән ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙа. "Ар" (арыу, яҡшы) һәм хужа (ғужа) тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тигән аңлатма бирә[8].[9].
Атама мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ йыры "Арғужа" (башҡ. Арғужа ) хәҙерге заманда һыуһаҡлағысҡа әйләнгән ошо атамалы күл тураһында. [10]
Башҡортса | Урыҫса | Инглизсә |
---|---|---|
Арғужа ла буйы, ай, һары тал, Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә, Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә |
Вдоль Аргужи, ай, жёлтый тальник, Вдоль Аргужи когда ходил я, Вдоль Аргужи когда ходил я, |
Along Arguzhi, ah, yellow willow, Arguzhi along when I went, Arguzhi along when I went, |
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]width="25%" |
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Юрий Богатенков. Зыковская могила . газета «Уральский курьер» (6 июнь 2001). Дата обращения: 14 июль 2008. Архивировано из оригинала 16 апрель 2013 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Озеро Аргази . Рыбалка в Челябинской области. Дата обращения: 15 июль 2008. Архивировано 15 март 2012 года.
- ↑ 3,0 3,1 «Аргазинское водохранилище» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Научно-популярная энциклопедия «Вода России»
- ↑ Лист карты N-41-13 Карабаш. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ О городе: Озеро Аргази . ЗАО «Урал-Интеркард». Дата обращения: 15 июль 2008. Архивировано 15 март 2012 года.
- ↑ Миасс «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Bashkir folk song БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Челябинский рабочий от 21 мая 2004 (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- Ссылка на статью в журнале Ватандаш
- Ссылка на [Каталог водохранилищ] 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Аргазинское водохранилище на сайте ООПТ России