Плотина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Плотина — гидротехник ҡоролма, һыуҙың юлын ҡаплаусы йә һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла. Тағы ла һыуҙың көсөн бер юлға йүнәлтеү өсөн һәм һыуһаҡлағас төҙөү өсөн ҡулланыла.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Быуаға гидротехник ҡоролмалар берләшмәһе инә (гидроузел), тәғәйен урында һыу сығанаҡтарын төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн төҙөлә: мелиорация, гидроэнергетика өсөн, көтөүлектәрҙе бүлеү өсөн һәм башҡаға. Күпселектә быуалар йылға гидротехник ҡоролмалары берелегенә инә. Әгәр ҡоролоштар берлеге йылғанан һыу алыу менән бәйле икән, уларҙы һыу алыу гидроузеле тип йөрөтәләр.

Плотинала булған гидроузелдәр составы түбәндәгесә:

  1. Быуа үҙе (һыу үткәреүсе йә көплө);
  2. Төп һыу йыйнауҙы яйға һалыусы йә һыу күтәргес ҡоролма;
  3. Гидроэлектростанция ҡоролмалары;
  4. Судно йөрөй торған шлюздар, бүрәнә үткәргестәр;
  5. Наностар менән көрәшеүсе ҡоролмалар (тондороу бассейндары, тыҙартҡыстар, ағым йүнәлткес системалары);
  6. Балыҡ үткәргес ҡоролмалар һәм балыҡ күтәргестәр;
  7. Һыу ағыҙғыстар;
  8. Яр нығытҡыстар һәм тигеҙләгес ҡоролмалар.

Плотиналар тәғәйенләнеше буйынса һыу йыйнаусы, һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүсе булалар. Һыу һаҡлау платиналары юғары һыу кимәле һәм һыуһыҡлағыстың ҙур күләме менән айырылып торалар. Һыу күтәреүсе быуаларҙың һыу кимәле баҫымы юғары түгел, бындай платиналарҙы төҙөү маҡсаты — йылғанан һыу алыуҙы яҡшыртыу, һыу энергияһын файҙаланыу һәм башҡалар. Ҙур һыуһаҡлағыстарҙа һыу ағымын көйләү мөмкинлеге бар, бәләкәй һыуһаҡлағыстарҙың һәм быуаларҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Йыш осраҡта платиналарҙы һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүселәргә бүлеү шартлы рәүештә генә була. Бының урынына платиналарҙы һыу бейеклегенә ҡарап бүлеү ҡулланыла: һыу тәрәнлеге 15 метрға ҡаҙәр — түбән баҫымлы, 15-20 метр уртаса баҫымлы, 50 метрҙан артыҡ юғары баҫымлы тип бүленә.

Йылғаларға арҡыры платиналарҙы һыу кимәлен күтәреү һәм механик энергия алыу өсөн яһалма шарлауыҡ эшләү маҡсатында төҙөйҙәр. Бәләкәй йылғаларҙа плотина ярҙамында һыу кимәлен күтәреп суднолар йөрөшөн көйләргә мөмкин. Плотина төҙөлгәс шишмә, йырын, уйпат урындарҙа һыу тотҡарлана. Йыйылған һыу ҡоро миҙгелдәрҙә һуғарыу, тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн файҙаланыла, шулай уҡ йылғаларҙың тәрәнлеге етмәгәндә суднолар йөрөшөн тәьмин итеү өсөн һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла.

Йылға яры буйлап плотиналар суднолар йөрөшөн тәьмин итеү өсөн, ә күл һәм диңгеҙ яры буйлап һыу баҫыуҙан һаҡланыу һәм диңгеҙ тулҡындары ярҡа үтеп инмәһен өсөн төҙөлә. П

Плотиналао классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ДнепроГЭС быуаһы, 1947
ДнепроГЭС плотинаһы, 1947
Рожайка йылғаһында плотина

Плотинаның тибы һәм конструкцияһы уның үлсәме, тәғәйенләнеше, шулай уҡ тәбғәт шарттары, төҙөлөш материалы буйынса билдәләнә. Платиналар төҙөлгән төп материалы буйынса һәм ҙыу үткәреү шарттары буйынса айырыла.

Материал буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төҙөлгән материалы буйынса плотиналар:

  • грунт
  • бетон
  • металл
  • туҡыма
  • ағас
  • тимер-бетон
  • габион

Төҙөү ысулы буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • өйөп яһалған платина
  • йыуылған ҡомдан төҙөлгән плотина
  • йүнәлешле шартлатыу

Нагрузканы ҡабул итеү ысулы буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • гравитацион
  • арка
  • контрфорс
  • аркалы-гравитацион

Һыу үткәреү ысулы буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • тотош (плотина һырты аша һыу ташып аҡмай)
  • һыу йыйыу
  • фильтрлаусы (һык плотина аша аға)
  • ташып ағыусы (катастрофического действия)
  • һүтелмәле

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Римдәге Корнальво дамбаһы, Эстремадура, Испания, 1-2 быуат беҙҙең эраға тиклем

Плотиналар төҙөү сәнғәте бик боронғо замандан уҡ билдәле. Һыу күтәреү плотиналары тураһында Геродот телгә ала. Әлү-л-Фида хәбәр итеүенсә, фарсиҙар Тостара ҡалаһынан һыу алыу өсөн плотина төҙөгәндәр.Кашан ҡалаһы янындағы плотина 36 метр оҙонлоҡта, 12 метр бейеклектә һәм 10 метр ҡалынлыҡта булған. Шулай итеп, боронғо заманда уҡ, мәҫәлән, Б.Э. тикле II быуатта ғәрәптәр йәшәгән ерҙәрен һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн шаҡтай ҙур плотина төҙөгән. Әлү-л-Фида хәбәр итеүенсә, Сүриәнең Эмис ҡалаһы янындағы Кадис күле ташып һыу баҫмаһын өсөн Александр Македонский ошондай эштәрҙе башҡарған.

Шлюз фундаментын төҙөгән ваҡытта. Ока йылғаһында плотина , Мәскәү губернаһы. 1912

Иң боронғо плотиналар беҙҙең эраға тиклем 3000 йылдарҙа төҙөлгән. Амман ҡалаһынан йөҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан плотина 4,5 метр бейеклектә, 1 метр ҡалынлаҡта булған. Беҙҙең эраға тиклем 2800[1]/2600[2] йылдарға Ҡаһирҙан 25 км алығлыҡта 102 м оҙонлоғондағы плотина төҙөлгән һәм ҡойма ямғырҙа емерелгән [1][2][3][4].. III быуат урталарында һинд ҡалаһы Дхолавир янында плотиналар системаһы төҙөлә. Ҡоро миҙгелдә ҡулланыу өсөн Римлеләр плотиналарҙы ғәйәт күп төҙөгән. Иң бейек Рим плотинаһы 50 м булған һәм бары тик 1305 йылда ғына емерелгән.

1998 йылдан йыл һайын донъяның тиҫтәләгән илендә 14 мартта «Халҡ-ара йылғалар селтәре» ойоштороу башланғысы «Халҡ-ара плотиналарға ҡаршы көрәш» көнөн уткәрә (башҡа төрлө әйткәндә «Йылғаларҙы, һыуҙы, тормошто яҡлау көнө»н билдәләп үтә. Был хәрәкәттең активистары ҡайһы бер нәтижәләргә иреште лә инде. АҠШ-та ике 60 метрлы плотина ҡутарылды, ә Швецияла 15 метрҙан бейегерәк плотинаны төҙөүҙе тыя торған закон ҡабул ителде [5]. .

Нурекс быуаһы — ныҡ бейек, ташлы-ерҙән өйөп яһалған быуа, галечниктан һәм үҙәге сафедоб ҡомло тупрағынан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Günther Garbrecht: «Wasserspeicher (Talsperren) in der Antike», Antike Welt, 2nd special edition: Antiker Wasserbau (1986), pp.51-64 (52f.)
  2. 2,0 2,1 Mohamed Bazza overview of the hystory of water resources and irrigation management in the near east region (PDF) (28-30). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 1 август 2007 тикшерелгән.
  3. Günther Garbrecht: «Wasserspeicher (Talsperren) in der Antike», Antike Welt, 2nd special edition: Antiker Wasserbau (1986), pp.51-64 (52)
  4. S.W. Helms: «Jawa Excavations 1975. Third Preliminary Report», Levant 1977
  5. Агентство Социальной Информации(недоступная ссылка)