Арғужа (йыр)
Арғужа | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | Оҙон көй |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
«Арғужа» — рус. Аргужа — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың легендаһын һәм һүҙҙәрен тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 20‑се йылдарында С.Сәлимов яҙып алған һәм «Башҡорт аймағы» йыйынтығында (1929, № 7) баҫтырған.
30‑сы йылдарҙа тәүге тапҡыр фонографҡа яҙҙырыла, «РСФСР халыҡтары фольклоры» («Фольклор народов РСФСР»; 1979) йыйынтығында донъя күрә. Йыр лирик‑эпик йөкмәткеле.
Легендаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың барлыҡҡа килеүе Силәбе өйәҙе Ялтыр ауылы кешеһе Шәрәфетдин Вәйсилевтең яҙмышы менән бәйле. Ул ХIХ быуат уртаһында тау заводтары төҙөү өсөн башҡорт ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы сыға, шуның өсөн һөргөнгә оҙатыла. Ул тыуған яғын — Арғужа күле буйҙарын — һағынып шиғри хаттар яҙған. Көйҙөң авторы — Шәрәфетдиндең ауылдашы, халыҡ йырсыһы Баһуман тип фаразланыла.
Оҙон көйҙәргә хас булғанса, «Арғужа» көйөнөң формаһы ике төҙөлөштән тора. Көй, асыла барып, икенсе төҙөлөш башында кульминацияһына етә.
Билдәле башҡарыусылары: халыҡ йырсылары Ж. В.Вәлиев, Ғ.Нәбиуллин, Ғ.Хәмзин. Йырҙы А. М.Ҡобағошов тауыш һәм фортепьяно өсөн эшкәрткән[1].
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Арғужа» йыры хәҙерге заманда һыуһаҡлағысҡа әйләнгән ошо атамалы күл тураһында.[2]
Башҡортса | Урыҫса | Инглизсә |
---|---|---|
Арғужа ла буйы, ай, һары тал, Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә, Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә |
Вдоль Аргужи, ай, жёлтый тальник, Вдоль Аргужи когда ходил я, Вдоль Аргужи когда ходил я, |
Along Arguzhi, ah, yellow willow, Arguzhi along when I went, Arguzhi along when I went, |
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арғужа буйы
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео — Вадим Хизбуллин — Арғужа
- YouTube сайтында Видео — Арғаяшта «Арғужа» фольклор байрамы уҙҙы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Арғужа 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Bashkir folk song БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974;
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Вәлиев Д. Ж. Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы. Өфө, 1996.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арғужа (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.