Эстәлеккә күсергә

Башҡортостанда музыка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Башҡортостанда музыка — Башҡортостан Республикаһы  халыҡтарының музыкаһы.

Өфө сәнғәт училищеһы

Башҡорттарҙың музыкаль ижады бик тәрән тамырлы. Башҡорттарҙың йыр-поэтик фольклоры ике төркөмдән тора:

1. Халыҡ ижадының текст, поэтик башланғыс өҫтөнлөк иткән әҫәрҙәре  —  иртәк һәм ҡобайыр формаһындағы «Ҡуҙыйкүрпәс һәм  Маянһылыу», «Алпамыша һәм Барсынһылыу», «Аҡбуҙат» кеүек боронғо әҫәрҙәр. Ҡобайырҙар көйләп  «әйтелә». Ритмикаһы ҡыҫҡа, речитатив төҙөлөшлө. Ҡобайыр көйҙәре ете ижекле «ҡобайыр шиғыры» метрикаһына ҡоролған.

2. Ауыҙ-тел ижады традицияларындағы эпик-поэтик жанр булып торған бәйеттәр. Бәйеттәр башлыса драматик сюжетҡа ҡорола, тарихи йә көнкүреш хәл-ваҡиғаларына, ҡаһарман шәхестәргә бағышлана. Бәйеттәр ҙә ҡобайырҙар кеүек көйләп башҡарыла. 

Тарихи йырҙар һәм көйҙәр  башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» киң таралған осорҙа барлыҡҡа килгән («Ете ырыу», «Искәндәр», «Солтанбәк», «Бояғым хан»). XVIII быуатҡа тарихи йырҙарҙың яңы ҡатламы хасил була, уларҙа илһөйәрлек һәм халыҡтың берҙәмлеге темаһы иҙеүгә, колониялаштырыуға ҡаршы көрәш мотивтары менән үрелә («Ҡолой кантон», «Тәфтиләү» һ.б.)

Тарихи йыр — башҡорт халҡы тарихының мөһим мәлдәрен сағылдырған әүҙем үҫештәге  жанр. Беренсе донъя һуғышы ваҡиғалары, революция, граждандар һуғышы, тормоштоң иҫтәлекле көндәре тураһында йырҙар бар.  

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы лирик йырҙар музыкаль ижадтың айырым төркөмөн хасил итә. «Таштуғай», «Сәлимәкәй», «Зөлхизә», «Шәүрә» кеүек йырҙар башҡорт лирик мелосының классик өлгөләре булып тора. Башҡорт музыкаһында мөхәббәт лирикаһы ярайһы уҡ үҫкән. Мөхәббәт йырҙарына тотанаҡлылыҡ, хистәр сафлығы, мөхәббәтте һәм ғашиҡтарҙы поэтиклаштырыу хас.  

Көнкүреш йырҙарын   табын, мәжлес йырҙары, шаян һәм сатирик сюжетлы йырҙар, шулай уҡ бейеү көйҙәре тәшкил итә. Бишек һәм балалар йырҙары айырым төркөмдө биләй.  XIX быуат аҙағында  промыслаларҙа, фабрикаларҙа һәм заводтарҙа эшләгән башҡорттарҙың хеҙмәтен һәм көнитмешен сағылдырған зимагор йырҙары барлыҡҡа килә. 


Башҡорт музыкаль фольклорының айырыуса боронғо жанрҙарына ҡобайыр һәм бәйеттән тыш, сеңләү һәм теләк әйтеү инә. 

Совет власы урынлашыу менән Башҡортостанда профессиональ мәҙәниәт үҫеш ала. Музыка мәктәптәре, музыка техникумы (1922, 1926 йылдан сәнғәт техникумы, 1932 йылдан Өфө музыка училищеһы) асыла, Мәскәү консерваторияһы эргәһендә Башҡорт студияһы ойошторола (1932). Тәүге профессиональ әҫәрҙәр араһында  йырҙар һәм хор өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ драма театры спектаклдәренә яҙылған музыка (Х. К. Ибраһимов, Ғ. С. Әлмөхәмәтов, С. Х. Ғәбәши, М. М. Вәлиев, К. Й. Рәхимов) бар. 40-сы йылдарҙа тәүге милли опералар — М. М. Вәлиевтең «Һаҡмар» (1940, 2-се редакцияһы «Айһылыу» тигән исемдә, Н. И. Пейко менән берлектә, 1943), А. А. Эйхенвальдтың «Мәргән» (1940) һәм «Ашҡаҙар» (1944), Н. К. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»  (1941), Х. Ш. Заимов менән  А. Э. Спадавеккианың «Аҡбуҙат» (1942), Р. Ә. Мортазиндың «Азат»  (1949) опералары — ижад ителә.

Башҡорт халыҡ йырҙары һәм халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарылған көйҙәре йөкмәткеһе һәм музыкаль стиль билдәләре буйынса оҡшаш. Музыка ҡоралдарынан  ҡурайҙа, һирәгерәк ҡумыҙҙа, революциянан һуң гармунда һәм скрипкала башҡарылған башҡорт көйҙәре киң таралған. Йырҙы йә көйҙө башҡарыр алдынан йыш ҡына уның тарихын  һөйләйҙәр.

Башҡорт халыҡ музыкаһының вокаль һәм инструменталь  формаларының оҡшашлығын башҡарыуҙың үҙенсәлекле ысулы булған өзләү көсәйтә. Йырсы, көйҙө бер үҙе ике тауыш менән башҡарып, ҡурай тауышына оҡшашлыҡҡа өлгәшә. 

Халыҡ йырының классик жанры тип оҙон көй иҫәпләнә.  Оҙон көй термины халыҡ телендә көйҙөң тибын ғына түгел, уның жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен дә, башҡарыу манераһын да аңлата. Киң мәғәнәлә оҙон көй — күп быуатлыҡ халыҡ сәнғәте  тарафынан эшкәртелеп сығарылған стиль һәм жанр алымдарының йыйылмаһы ул. Тарыраҡ мәғәнәлә оҙон көй һуҙып йырлана торған һәлмәк йырҙы йә көйҙө аңлата. 

«Ҡыҫҡа көй» термины менән халыҡтың йыр сәнғәтенең киң ҡатламы, йырҙар  һәм инструменталь көйҙәр  билдәләнә.  Ҡыҫҡа көй жанрындағы әҫәрҙәр ғәҙәттә көнкүреш һәм лирик темалар менән бәйле, әммә тарихи темаларға сығарылғандары ла бар.

Оҙон көй кеүек үк, ҡыҫҡа көй стилендәге йырҙар ҙа уларға ғына хас үҙенсәлектәргә эйә, һәм ул үҙенсәлектәр ҙә бик оҙаҡ үҫешкәндер.  Ҡыҫҡа көй төшөнсәһе лә көй һәм башҡарылыу йәһәтенән билдәле бер стиль һыҙаттарына эйә. 

Йөкмәткеһе һәм жанр билдәләре буйынса ҡыҫҡа көйҙө бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәрен халыҡта һәлмәк көй тип йөрөтәләр. Улар һәлмәк темпта башҡарыла, лирик тасуирлау сифатына эйә, йышыраҡ тәбиғәт образдарын һүрәтләй. Мәҫәлән,  «Төйәләҫ», «Түңәрәк күл», «Ялан Йәркәй».  Музыкаль һүрәтләнеше һәм һыҙаттары буйынса бейеү көйҙәре лә ҡыҫҡа көйгә ҡарай. Бейеү көйҙәренең яугирҙәр башҡара торғандары, ҡыланып бейеүҙәр, лирик, шаян, туй бейеүҙәре бар, йәнә бейегәндә әйтелә торған таҡмаҡтар бар.

Башҡорт халыҡ музыкаһына хас үҙенсәлектәр: 

  • образлы-эмоциональ йөкмәтке[1];
  • милли музыканың интонацион идиомалары;
  • лад саралары (мәҫәлән, пентатоника);
  • тембр законсалыҡтары (флейтала ҡурайға оҡшатып уйнау);
  • фольклор өлгөләренә хас үҫеш типтары  (йыр-куплет һәм  вариация принциптары, ҡабатлау, остинатлыҡ формалары);
  • вокаль һәм инструменталь музыка жанрҙарының профессиональ музыка сәнғәтендә ҡабатланыуы;
  • композиция структуралары (мәҫәлән, ҡабатланыусанлыҡ, периодиклыҡ, периодиклыҡтар пары һ.б.).
  • көйҙәрҙең киң диапазоны, октавалы һикерештәр, йыр башына тоник терциянан квинтаға күсеш хаслығы, өн эсендәге бөгөлдәр.

Көнсығыш музыкаһы һыҙаттарына эйә булған башҡорт музыкаһына  өндө уратып көйләү, биҙәлештәр, секвенциялылыҡ, остинатлылыҡ хас.

Сәнғәт белгестәре Р. Г. Игнатьев, А. Н. Оводов, Ғ. Х. Йәнекәйев һәм башҡалар башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеү һәм яҙып алыу менән шөғөлләнгән. С. Г. Рыбаков, М. И. Солтанов Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары йыйынтыҡтарын баҫтырып сығарған. Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә шәкерттәр музыкаға өйрәтелгән (уҡытыусы  Варшава консерваторияһы профессоры В. Клеменц булған), хор һәм оркестр ойошторолған.


Көйҙө биҙәү өсөн башҡорт музыкаһында ҡыҫҡа оҙайлыҡлы өндәрҙән торған мелодик әйләнештәр ҡулланыла.  Был күренеш орнаментика тигән термин менән атап йөрөтөлә. Орнаментикаға мелизмдар,  тираталар, пассаждар, колоратуралар, фигурациялар, глостар, фиоритуралар инә. Орнаментика ноталар менән яҙылырға, ноталарға индерелмәгән махсус билдәләр менән билдәләнергә йәки башҡарыусы тарафынан импровизацияланырға мөмкин. 

Вокаль һәм инструменталь импровизация башҡорт халыҡ музыкаһында башҡорт  мелосының мөһим өлөшө булып тора.  Башҡорт орнаментикаһы башҡарыу виртуозлығынан тыш айырым бер йөкмәткегә эйә һәм башҡарыусының  оҫталығына бәйле. 

Орнаментика алымдары айырыуса ҡурайҙа уйнағанда сағыу күренә. Музыкаль әҫәрҙе ҡурай өсөн нотаға һалғанда уның бөтә мөмкинлектәре һыйып бөтмәй. Ҡурайҙа уйнағанда  мелизмдарҙың төрлө төрҙәре ҡулланыла:

  • «Буранбай», «Зөлхизә», «Сибай», «Урал» һәм башҡаларҙы башҡарғанда — форшлагтар;
  • фермата — өндө йә паузаны оҙайтыу;
  • кульминацияларҙы билдәләү өсөн артикуляциялы-штрихлы айырма индереү — «Гөлнәзирә», «Байыҡ».

Башҡорт музыкаһында орнаментиканың түбәндәге төрҙәре йыш осрай:

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡорт халыҡ йырҙары.

XIX быуаттан башлап рус һәм сит ил композиторҙары үҙ әҫәрҙәрендә башҡорт музыкаһына мөрәжәғәт иткеләгән. Улар араһында — композиторҙар A.A. Алябьев («Азиат йырҙары»), А. Т. Гречанинов (ун биш башҡорт көйө),  С. Г. Рыбаков, Н. Я. Мясковский (Һигеҙенсе симфонияның өсөнсө өлөшө), A.A. Эйхенвальд, Л. Б. Степанов, Л. Н. Лебединский,  Н. И. Пейко, А. П. Гладковский,  А. Э. Спадавеккиа, Н. K. Чемберджи, К. Б. Шуберт (ҡыллы квартеттың финалы), А. Г. Чугаев.

ХХ быуаттың 20-се йылдарынан Башҡортостанда профессиональ музыка үҫә, музыка  уҡыу йорттары асыла. Башҡорт композиторҙары Х. К. Ибраһимов[2], М. М. Вәлиев, ҡурайсылар Й. М. Иҫәнбаев, Х. Б. Әхмәтов, Ғ. Ғ. Ушанов Башҡорт академия драма театры спектаклдәре өсөн музыка яҙа. Мәшһүр башҡорт музыканттары  йырсы Ғ. С. Әлмөхәмәтов[3] һәм ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев[4] ил буйлап һәм сит илдәргә гастролдәргә бара. Өфөлә Башҡортостандың көнкүрешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү йәмғиәте эргәһендә фольклорҙы, 20-се йылдарҙың профессиональ музыкаһын өйрәнеү буйынса сәнғәт белгестәре секцияһы асыла.  Секцияға  И. В. Салтыков,  Ғ. С. Әлмөхәмәтов,  С. Х. Ғәбәши, А. С. Ключарёв инә.

Өфөлә түбәндәге уҡыу йорттары асыла: музыка мәктәбе (1920), музыка училищеһы (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы, 1922); Мәскәү дәүләт консерваторияһында һәм Ленинград хореография училищеһында башҡорт студиялары  (1932). 1938 йылда Өфөлә Башҡорт опера театры (1941 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры), 1939 йылда  Башҡорт дәүләт  филармонияһы (музыкаль лекторий менән) асыла[5].

Һуғыш йылдарында Башҡортостандың музыкаль мәҙәниәтенә композиторҙар А. Э. Спадавеккиа, Н. И. Пейко, Н. К. Чемберджи, А. А. Эйхенвальд, Л. Б. Степанов, Ф. Е. Козицкий үҙ өлөшөн индерә. Опера һәм балет театрында Чемберджиҙың «Ҡарлуғас», Х. Ш. Заимовтың һәм А. Э. Спадавеккианың «Аҡбуҙат»,  Ибраһимов менән Козицкийҙың «Ватан өсөн», Вәлиев менән Пейконың «Айһылыу», Эйхенвальдтың «Мәргән» һәм «Ашҡаҙар» опералары, Степановтың «Сыңрау торна» балеты ҡуйыла. Композиторҙар фронттағы яугирҙәр өсөн йырлы листовкалар серияһы эшләй һәм «Башҡорт композиторҙары — Ҡыҙыл Армияға» тигән 44 йырҙан торған йыйынтыҡ әҙерләй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһы уҡыусылары  Р. А. Ғәбитов, Р. Ә. Мортазин, Х. Ш. Заимов, Ш. З. Ҡолбарисов, Ш. Ш. ИбраҺимов, Х. Ф. Әхмәтов, шулай уҡ өфөлөләр М. З. Бәширов, Л. А. Атанова, К. Й. Рәхимов фронтҡа китә.

50-се йылдар башында башҡорт композиторҙары хор, симфоник һәм камера-инструменталь музыканы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Ғәбитовтың «Урал тураһында поэма»һы,  Заимовтың «Башҡортостан» һәм «Баҫыу киңлектәрендә» кантаталары, Исмәғилевтең  «Башҡортостан нефтселәре» хор өсөн сюитаһы,  Рәхимовтың, Вәлиевтең, Мортазиндың, Әхмәтовтың хор өсөн әҫәрҙәре хеҙмәтте, халыҡтар дуҫлығын данлай, тыныслыҡ өсөн көрәшкә өндәй. Симфоник музыка — Әхмәтовтың «Лирик сюита»һы, Н. Ғ. Сабитовтың «Героик поэма»һы, Исмәғилевтең «Ике башҡорт темаһына увертюра»һы, Мортазиндың «Байрам симфониэтта»һы, Вәлиевтең «Элегия»һы һәм «Бейеү сюитаһы»; балеттар — Ключарёвтың «Тау риүәйәте», Сабитов менән Әхмәтовтың  «Тау бөркөтө» барлыҡҡа килә.  50-60-сы йылдарҙа З. Ғ. Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһы  (1955), «Шәүрә» лирик-психологик драмаһы  (1963), «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы (1959), «Ағиҙел тулҡындары» лирик операһы (1972); Н. Ғ. Сабитовтың «Буратино» (1960), «Гөлнәзирә» (1963), «Тау бөркөтө» (X. Ф. Әхмәтов менән берлектә, 1959), «Мурзилка-космонавт» (1964), «Яратам һине, тормош» (1967), «Айгөл иле» (1971) балеттары;   Р. Ә. Мортазиндәң «Дауыл» операһы (1969); X. Ф. Әхмәтовтың «Замандаштар» операһы (1970); А. С. Ключарёвтың «Тау риүәйәте» балеты (1959); X. Ш. Заимов менән А. Г. Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр» балеты (1965) ижад ителә.

1968 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты асыла.

Башҡортостан музыкаль мәҙәниәтенә һәм музыканттарына булышлыҡ итеү маҡсатында 1940 йылдың 2 мартында  БАССР Совет композиторҙары союзы ойошторола. Союздың рәйесе итеп беренсе башҡорт операһы «Һаҡмар»ҙың авторы   М. М. Вәлиев һайлана.

2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзында 31 композитор һәм 15 музыка белгесе була[6].

Башҡорт эстрадаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Йыл йыры» фестивале

Башҡорт эстрадаһының билдәле башҡарыусылары: Айҙар Ғәлимов, Роберт Юлдашев, Тимур ZinDan Вәлитов, Илгиз Абдрахманов, музыкаль төркөмдәр «Шау-Шоу», «Һомай»,  «Башстайл», «EuroАзия» төркөмө[7], «Йатаған» этно-төркөмө һәм башҡалар.

Республикала рок хәрәкәте барлыҡҡа килеү башында «Дәрүиш хан» һәм «Рух» башҡорт төркөмдәре тора[8]. Ил буйлап «Бүреләр»[9], ДДТ[10], Lumen , Пицца төркөмдәре гастролдә йөрөй.

Башҡорт эстрадаһының төп сараһы — йыл һайын үткәрелә торған  «Йыл йыры(недоступная ссылка)» конкурсы.

Башҡортостан территорияһында «Туған тел» күңел асыу телеканалы эшләй, ул популяр  башҡорт музыкаһын тапшыра.

Фестивалдәр һәм конкурстар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урал һәм Волга буйы  композиторҙары музыкаһы фестивале  (Өфөлә 1983, 1989, 1995 йылдарҙа үткәрелә)

«Шаляпин кисәләре» опера сәнғәте республика фестивале

Төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале

«Белая река» (2012 йылдан) рок-музыка фестивале

«Керәшен һыуыҡтары» популяр музыка һәм бейеү фестивале

Башҡарыусы музыканттарҙың Нариман Сабитов исемендәге асыҡ конкурсы.

Музыкаль коллективтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры[11]. Оркестр 11 компакт-дискынан торған «Башҡорт симфоник музыкаһының антологияһы»н яҙҙыра. Антологияға Башҡортостан композиторҙарының классик әҫәрҙәре инә. 
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры  (2001)
  • «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының оркестры
  • «Башкирия» камера оркестры
  • Бигматур — Өфөнөң музыкаль  коллективы.

Билдәле музыканттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Земфира. Популяр йырсы Өфөлә тыуған һәм карьераһын ошо ҡалала башлаған
  • Монастырский Вадим Наумович — пианист, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977)
  • Иҙрисов Фәрит Фәтих улыБашҡортостан гимны көйөнөң авторы
  • Баева Вера Михайловна (1936 йылғы) — опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы (1986).
  • Булатов Рөстәм Баян улы  (1980 йылғы) — билдәле рок-музыкант, «Lumen» төркөмөнөң вокалсыһы
  • Ғәзиев Иҙрис Мөҙарис улы  (1960 йылғы) — йырсы,  Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993), Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2002), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы  (1999)
  • Губин Андрей Викторович (1974 йылғы) — Рәсәйҙең эстрада  поп йырсыһы
  • Исмәғилев Заһир Ғариф улы (19172003) — мәшһүр башҡорт композиторы
  • Спиваков Владимир Теодорович (1944) — Рәсәй скрипкасыһы һәм дирижёры, «Виртуозы Москвы» оркестының нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)
  • Тиманова Вера Викторовна (18551942) — пианист
  • Шевчук Юрий Юлианович (1957) — совет һәм Рәсәй музыканты, шағир, композитор. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005)
  • Мортазин Владислав Львович — органсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
  • Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы — йырсы (сопрано), Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы»
  • Родионов Геннадий Степанович — йырсы бас, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
  • Никанорова Татьяна Леонидовна (1966 йылғы) — йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы (2008)
  • Ғөбәйҙуллин Марат Рөстәм улы (1980) — Рәсәй пианисы,  халыҡ-ара конкурстар лауреаты,   «Сүриәлә академик музыканы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» почетлы наградаһы бар (2011).
Салауат музыка  колледжы

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Салауат музыка  колледжы 

Өфө сәнғәт училищеһы 

Октябрьский, Дәүләкән, Учалы ҡалаларындағы музыка  колледждары һәм   училищелары 

Башҡортостанда  музыка ғилеме буйынса тәүге яҙмалар концерттар, музыканттарҙың гастролдәре, Башҡортостан артистарының һәм башҡарыусыларының сығыштары тураһында мәғлүмәт биреүҙән һәм хәбәрнамәләрҙән тора. Республикала  музыка сәнғәтенең Октябрь революцияһына тиклемге үҫеш юлын Ш. Бабич, М. Ғафури, Х. Килдебәк, С. Л. Рәмиев тасуирлай. 1917 йылдан һуң Башҡортостанда музыка-ағартыу эшмәкәрлеге менән  Ғ. С. Әлмөхәмәтов, С. Ғәбәши, М. В. Кугушева, И. В. Салтыков шөғөлләнә.

Музыка ғилеме буйынса тәүге эштең береһе — Әлмөхәмәтовтың «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» очеркы (1933). Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский һәм башҡалар башҡорт  музыкаль  мәҙәниәте тураһында яҙа: «Башҡортостан композиторҙары» (1955), «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре», «РСФСР-ҙың автономиялы республикаларының музыкаль мәҙәниәте» (1957).  Н. Ш. Ғөбәйҙуллиндың «Башҡорт совет музыкаһы тарихы» (1968) материалдары «История музыки народов СССР» (1—5-се томдар, 1970—1974) баҫмаһына индерелә.

ХХ быуаттың 60—70-се йылдарында музыка ғилеме буйынса эштәр авторҙарынан Л. П. Атанова — Әлмөхәмәтов, М. М. Вәлиев, Р. Л. Ғәбитов, Х. Ш. Заимов, Р. Ә. Мортазин;  Ә. Һ. Бикчәнтәев — Сабитов; Р. М. Бикмөхәмәтова — Ш. Ш. Ибраһимов тураһында; Р. Х. Хәйруллин — «Мастера оперного искусства Башкирии», «Мастера балетного искусства Башкирии» китаптарын, М. Х. Хисмәтуллин тураһында; Б.Бикбай «Халыҡ йырсыһы Хәбир Ғәлимов»; Р. Р. Әхмәҙиева  Ғ. С. Хәбибуллин, Б. Н. Вәлиева тураһында яҙа.

70—90-сы йылдарҙа Башҡортостанда башҡорт профессиональ һәм халыҡ музыкаһы тураһында хеҙмәттәр баҫыла: «Научно-методические записки», «Вопросы музыковедения», «Вопросы искусствознания», «Вопросы искусствоведения», «Вопросы истории башкирской музыкальной культуры», уларҙың авторҙары Л. И. Алексеева, Г. Н. Әхмәҙиева, Г. С. Ғәлина, Н. Ф. Ғарипова, Н. А. Еловская, Р. Х. Исламғолова, С. Ю. Кәримова, Е. К. Карпова, В. К. Ланге, М. Ғ. Мортазина, Т. М. Русанова, М. П. Фоменков, Р. Ю. Шәйхетдинов була.

1980—2000-се йылдарҙа белешмә баҫмалар сыға: Атанованың «Композиторы Башкирии» (1982), Э. М. Давыдованың «Композиторы Советской Башкирии» (1987), шулай уҡ «Башкирская профессиональная музыка» (1994), «Композиторы и музыковеды Башкортостана» (2002);  «Музыкальное искусство Башкирской АССР в период развитого социализма» библиографик белешмәлеге (1985); «Башкирская народная музыка» нота яҙмалы белешмәлеге (1988; төҙөүсеһе Әхмәтйәнова).  90-сы йылдарҙа фольклористика буйынса монографиялар нәшер ителә — Әхмәтйәнованың «Башкирская инструментальная музыка. Наследие» (1996), Рәхимовтың «Фактура башкирской монодии. Инструментальное исполнительство» (1998), Ғәлинаның «Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика» (2006); «Бишек йыры» (1994; төҙөүсеһе А. М. Ҡобағошов) фольклор йыйынтығы, «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» (1997; төҙөүсеһе Ф. А. Нәҙершина),  «Халҡым йыры» йыйынтығы (1995; төҙөүсеһе  Ф. А. Килдейәрова), «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте» (1—3 сығарылыштар, 2001—2005; төҙөүсеһе  Р. С. Сөләймәнов) баҫмаһы, «Башкирские народные протяжные песни»; төҙөүсеһе Л. К. Сәлмәнова, Әхмәтйәнованың «Башкирская этномузыкология» (2008) китабы һәм башҡалар, композиторҙар ижады тураһында — Ғәлинаның «Хусаин Ахметов» (1994), «Загир Исмагилов» (1997), Скурконың «Башкирская академическая музыка. Традиции и современность» (2005), Л. Р. Латипованың «Зеркало для маэстро» (2007); дәреслектәр — «Очерки по истории башкирской музыки» (1—2 сығарылыштар, 2001—2006), М. С. Алкиндың «Башҡорт йыры» (2002), мәктәптәрҙең 7—10 кластары өсөн «Культура Башкортостана» («Музыкальное искусство» киҫәге; 2002—2005), балалар музыка мәктәптәре өсөн «Башкирская музыкальная литература»  (2005)[12].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында йәшәгән композитор Г. Свиридов, башҡорт музыкаһы бөтә төрки һәм көнсығыш халыҡтары музыкаһынан тамырҙан айырыла һәм тәбиғәте менән кельт халыҡтарының пентатоникаһына ныҡ оҡшаш, тигән[13].

1890 йылдың 18 декабрендә Өфөлә ҡышҡы театр бинаһында С. Монюшконың С. Я. Семёнов-Самарский труппаһы ҡуйған «Галька» операһында Ф. Шаляпиндың дебют сығышы үтә. Өфөлә уның тәүге соло партияһы, тәүге бенефисы, тәүге  автографы, тәүге вокал дәрестәре була.

1964 йылдың сентябрендә Өфөлә Башҡорт музыкаһы аҙнаһы үтә.  Өфөгә РСФСР Композиторҙар союзы секретариаты ағзалары, шулай уҡ  Д. Д. Шостакович килә. Смотр тамамланғас, Д. Д. Шостакович былай ти:«…башҡорт композиторҙарының юғары кимәле бик шатландырҙы. Шул уҡ ваҡытта бер нисә тәнҡит һүҙе лә әйтке килә. Башҡорт композиторҙары әлегә беҙҙең эшсе синыф тураһындағы әҫәрҙәрҙе аҙ ижад итә. Уның көнкүрешен, һоҡланғыс хеҙмәт ҡаҙаныштарын, ҡаһарманлығын һүрәтләү  — уларҙың иң төп бурысы, һәм мин ышанам, был бурысты тиҙ арала үтәрҙәр».[14]

Өфөлә Ф. И. Шаляпин һәйкәле
  • С. Г. Рыбаков «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» (СПб., 1897)
  • Сборник М. И. Султанов «Башкирские и татарские мотивы» (Саратов, 1916).
  • Сборник народных песен «Мусульманские песни» (в том числе ок. 50 баш.), А. Т. Гречанинов, Лейпциг, изд. Т. Беляева.
  • Башкирские народные песни, сост. X. Ф. Ахметов, Л. Н. Лебединский, А. И. Харысов, Уфа, 1954.
  • Сборник «Союз композиторов Республики Башкортостан. Очерки жизни и творчества», Уфа. 2009.
  • Башкортостан. Краткая энциклопедия под ред. Р. З. Шакурова Уфа, изд-во: «Башкирская энциклопедия», 1996 г.
  • Очерки по культуре народов Башкортостана. Сост. Бенин В. Л. Уфа, изд-во: Китап, 1994 г.
  1. Русские композиторы и Башкирия — автореферат и диссертация по искусствоведению.
  2. Композитор Х. 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
  3. Бельские просторы
  4. Информационно-рекламная газета «Деловой мир» 2014 йыл 2 февраль архивланған.
  5. О филармонии — башкирская государственная филармония 2012 йыл 17 октябрь архивланған.
  6. Региональная общественная организация «Союз композиторов Республики Башкортостан» 2014 йыл 13 март архивланған.
  7. Официальный сайт группы «EuroАзия» 2017 йыл 27 ғинуар архивланған.
  8. Легенды башкирского рока: творчество группы «Рух» | Центр Льва Гумилева
  9. burelar.com — Официальный сайт группы БУРЕЛАР 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. ДДТ «ИНАЧЕ»
  11. Национальный симфонический оркестр РБ
  12. Юридический портал 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  13. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2016 йыл 4 март архивланған.
  14. Республика Башкортостан//К 100-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ ВЕЛИКОГО КОМПОЗИТОРА :Музыканты всегда в первых рядах человечества. 2016 йыл 4 март архивланған.