Бүреләр (рок төркөмө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүреләр
Жанр

Поп-рок

Йылдар

2004 йылдан — бөгөнгө көнгә ҡәҙәр

Ил

Башҡортостан Башҡортостан

Состав


Илшат Абдуллин (вокал, гитара),
Денис Ибрагимов (бас-гитара, бэк-вокал),
Роман Пожидаев (гитара, бэк-вокал),
Артём Нигматуллин (ударные)
Олег Маннанов (рояль, клавишные)

burelar.com

Бүреләр — Башҡорт эстрадаһындағы рок төркөмө.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе составында ике класташ - Илшат Абдуллин менән Рафаэл Ғәйнуллин 2004 йылда башҡорт телендә рок төркөмѳ ойошторалар һәм шул уҡ йылда «Йәшлек-шоу 2004» конкурсында «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булалар. Шул уҡ йылда Рафаэл төркөмдән сығып Салауат ҡалаһындағы башҡорт театрына эшкә төшә.

2005 йылда, төркөмгә Денис Ибраһимов менән Тайфур Юлсурин ҡүшыла.

2006 йылда Урал Сиражетдинов барабандар ҡағыусы булып килә. Шул йылда беренсе аппаратура һатып алына. Репетицияларҙы Беренсе һанлы балалар йортонда, Республика Башҡорт лицей интернатында һәм «Ант» төрҡөмөнөң студияһында уткәрәләр. «Йәшлек шоу 2006» «Тере тауыш пропагандаһы» дипломы менән бүләкләнәләр.

2006 йылдың көҙөндә «Дәрүиш» төркөмөнең солисы Дим Ҡоләхмәтов иҫтәлегенә арналған концертта сығыш яһайҙар.

«Моң» студияһында яҙылған йырҙары «Көрәш йәшәү хаҡына» сыға. «Артылыш» тапшырыуында ҡатнашалар.

2007 йылдың яҙында Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһайҙар, «Башҡорт йәштәре көндәрендә» ҡатнашалар.

«Castle Rock» фестивалендә ҡатнашып, 2-се урын яулайҙар.

Көҙ «Өфө уттарында» ойошторолған «йондоҙло төн» концертында ҡатнашалар.

«Рәхмәт» киноһында төшәләр.

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2004 — Башҡорттарым
  • 2007 — Дуҫтар
  • 2008 — Минең йондоҙом
  • 2009 — Әҡлимә (ремикс)