Ҡобайыр
Ҡобайыр | |
Туған тел | башҡортса |
---|---|
Ил | Башҡортостан Республикаhы |
Ҡобайыр — башҡорт фольклорының һәм ауыҙ-тел әҙәбиәтенең поэтик жанры. Теге йәки был ижтимағи, әхлаҡи күренешкә халыҡсан баһа биреүсе поэтик монолог, эпик хикәйәт[1].
Ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтың тормош тураһындағы фәлсәфәһе был жанрҙа айырыуса яҡшы күренә. Йәшәүҙең мәғәнәһен, ир-егеттең Тыуған илгә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлелеге хаҡында ҡобайыр тәрән фекер һәм юғары хистәр менән һүрәтләп бирә.
Ул боронғо башҡорт фольклорының һәм ауыҙ-тел әҙәбиәтенең универсаль поэтик жанры. Шиғыр формаһы булараҡ, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» кеүек поэмаларҙы хеҙмәтләндергән.
XIV—XVIII быуаттарҙа башлыса сәсән-импровизаторҙар, йырауҙар Ҡобайырҙарҙы телдән башҡарған. Ҡобайырҙарҙы үҙҙәренең әҫәрҙәрендә йыш ҡына башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары мотивтарын ҡулланған сәсәндәр ҡобайыр ижад иткән.
Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән ҡобайырҙарының иң боронғоһо XIV быуатҡа ҡарай. Ҡобайырҙарҙа башҡорт халҡы тарихында XIX быуат башына тиклем булған ваҡиғалар сағылдырыла.
«Ай, Уралым, Уралым» ҡобайырында Башҡорт иленә һөйөү, «Бейек тауҙың үлгәне» «Салауат батыр» ҡобайырҙарында халыҡтың азатлыҡҡа ынтылышы сағыла, ҡаһарманлыҡҡа дан йырлана. Ысынбарлыҡта тыуған ерен батырҙарса һаҡлаған ир-егеттәрҙе маҡтаған ҡобайырҙар: «Сүкем батыр», «Түлгән батыр», «Көбәк батыр»
«Йылҡыбай», «Байҙың биҙәге» ҡобайырҙарында байҙарҙың үҙ-ара ярышып байлыҡ туплауы, «Ҡурҡаҡтан ниндәй файҙа», «Яман яҡшы була алмаҫ» ҡобайырҙарында ҡурҡаҡлыҡ һәм башҡа кире күренештәрҙән сатирик тонда әсе көлә.
Ҡобайырҙарға афоризмдар формаһында әхлаҡ һәм нәсихәт биреү ынтылышы сағыла. Нигеҙен мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар тәшкил иткән фәлсәфәүи-дидактик ҡобайырҙар: «Бур байыҡмаҫ», «Тоғро һүҙ», «Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем»
Тыуған ерҙең мөһабәтлеге һәм матурлығы йырланған, һәм уны һаҡларға әҙер тороуға бағышланған лирик ҡобайырҙар: «Ай, Уралым, Уралым», «Уралып ятҡан Уралда», «Иҙел-ер»
Шулай итеп, мифологик ҡараштарға нигеҙләнгән героик-архаик, тарихи, мөхәббәт, философик-дидактик һ. б. ҡобайыр төрҙәре айырыла[2].
Ҡобайыр шиғырҙары, ғәҙәттә, бер строфала 4-тән алып 24-кә тиклем һәм унан да күберәк тирбәлгән рифмалашҡан ете ижекле юлдарҙан тора. Ҡобайыр шиғыры 7 ҡатмарлы дәүмәлгә нигеҙләнгән. Строфалар һаны парлы йәки ҡатнаш рифмалы 4-тә30-ға тиклем юл булыуы мөмкин.
Ҡобайыр шиғри һәм ҡатнаш (шиғыр һәм проза), көйлө һәм көйһөҙ формала йәшәй. Думбыра йәки ҡурай моңо менән оҙатылып, речитатив алым менән башҡарыу классик һанала.
Шиғыр төҙөлөшөнөң боронғо формаларының береһе булараҡ, Ҡобайыр парлы йәки ҡатнаш рифмалы 7 ижекле строфикаға ҡоролған. Строфалар һаны 4-тән 50 юлға тиклем тирбәлә. Шулай уҡ 9-, 9-8 ижекле үлсәмле варианттар: «Ҡуҙыйкүрпәс һәм Маянһылыу», «Заятуляк һәм Һыуһылыу».
«Юлай һәм Салауат», «Салауат батыр» ҡобайырҙары милли батырыбыҙға арналған. Үҙенең тематикаһы буйынса улар тарихи ауыҙ-тел ижады әҫәре. Салауат сәсән ижад иткән «Бүгәсәүгә ҡушылып, Ир-батырға ҡуш булып…» ҡобайыры ихтилал хәрәкәтенең программа бурыстарын асып бирә. Был ҡобайыр шулай уҡ «Салауат телмәре» исеме менән танылған.
Ҡобайыр көйҙәренең күпселеге бер көй тибына берләшә, уның нигеҙендә мажор ауышлыҡтағы ярым тонһыҙ пентатоника ята.
Танылған ҡобайыр оҫталары: Асан Ҡайғы, Байыҡ Айҙар, Ғәбит сәсән, Һабрау йырауи һәм башҡалар.
Ҡобайыр жанрына Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы, Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы, Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы, Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы, Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы, Ҡәҙим Аралбай, Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы мөрәжәғәт иткән һәм итә[3].
Башҡорт халыҡ ижады ҡобайырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике сәсән
- Йомаҡ
- Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне
- Үҙән күрке тал булыр
- Бейек тауҙың үлгәне
- Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем
- Яман яҡшы була алмаҫ
- Заманға заман уралған
Шағирҙар ижад иткән ҡобайырҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәми Ғарипов. «Аманат», «Уралым»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сальманова Л. К. О ритуальной функции песен о батырах //Эпос «Урал-батыр» и мифология: материалы Всерос. науч. конф. Уфа, 2003.
- Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1993; БХИ. 3-сө т.: Эпос. Өфө, 1998.
- Кирәев А. Н. Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1981;
- Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө кит. Эпос. Өфө, 1982;
- Башкорт халыҡ ижады, т. 1, Ѳфэ , 1954.