Урал (йыр)
«Урал» | |
Йыр Юлай Ғәйнетдинов Абдулла Солтанов, Ишмулла Дильмөхәмәтов, Азат Айытҡолов Мөхәммәт Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Түләбаев | |
---|---|
Жанр |
башҡорт халыҡ йыры |
Башҡарыу теле | |
Дауамлығы |
4:15 |
Авторы |
халыҡ |
Урал — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тарихи йыр[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Урал» — башҡорт халҡының иң билдәле йырҙарының береһе. Уны 1915 йылда фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың Орск өйәҙе Һабыр ауылы (хәҙер Йылайыр районы) йырсыһы Әфләтүндән һәм 1920 йылда Ырымбур өлкәһенең Верхнеурал өйәҙенең Иҙрис (хәҙер Баймаҡ районы) ауылында йәшәгән Ғәбит сәсәндән яҙып алыуы билдәле.
Легенда буйынса, «Урал» йыры XIV быуаттан билдәле булған. Йырҙа XVI быуатта Ете башҡорт ырыуы берләшмәһенең барлыҡҡа килеүенә бәйле тарихи ваҡиғалар сағылдырылған, уның тәүге «Ете ырыу» исеме шунан алынған. Төбәкте колониялаштырыу осоронда, Төбәк колониялаштырыу дәүерендә, XVII-XVIII башҡорт ихтилалдары осоронда «Урал» йырының төп идеяһы тыуған ерҙе һаҡлау һәм исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ батырҙарҙы данлау була, төп лейтмотивы - колониаль һәм социаль иҙеүгә ҡаршы көрәшкә саҡырыу.
Легендаһында боронғо ваҡыттарҙа башҡорттарҙың үҙ-ара татыу йәшәмәгәнлеге, бер-береһенең ерҙәрен баҫып алыуҙары, мал-тыуарҙарын,ҡатын -ҡыҙҙарын алып китеүе һөйләнә. Аҡһаҡалдар, оло йәштәге абруйлы кешеләр бындай йәшәйешкә сик ҡуйырға уйлайҙар. Көньяҡ Уралдың Ҡырҡтытау итәгендә ете башҡорт ырыуы осраша. Улар тыныс тормош урынлаштырып, татыу йәшәргә вәғәҙәләшәләр.
Ошо мөһим ваҡиғаға арнап, Байыҡ Айҙар сәсән «Урал» йырын ижад иткән тигән фараз да бар. Айҙар сәсән ижад иткән варианты ла бар. Тимәк, XVIII быуатҡа йыр Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғына түгел, төньяҡ-көнсығышында ла билдәле булыуына нигеҙ бирә.[2] Шулай уҡ «Урал» башҡорт халҡы гимнының авторы билдәһеҙ сәсән булған тигән фекер ҙә бар[3].
«Урал» йыры тәүге тапҡыр композитор Хөсәйен Әхмәтов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙарында» нәшер ителгән. Йырҙың варианттарын С. Ә. Галин, Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, Иван Васильевич Салтыков, Р. С. Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-эпик йүнәлешле йыр. Йырҙа Урал образы Тыуған илде символлаштыра.
Йыр киң таралған, төрлө исемле варианттары билдәле. «Боронғо Урал», «Иҫке Урал» тигән йырҙарҙың текстары ла төрлө һәм «Урал» (ҡыҫҡа көй) йырҙары һалмаҡ көй һәм оҙон көй стилдәрендә башҡарыла. Көйө киң диапазоны (дуодецима), һалмаҡ темп, мажор-минорлы алмашыныулы пентатоника, ижектәрҙең эсендә бай биҙәкләнеп һуҙып йырланыуы менән айырылып тораЛәлә Аралбаева, журналист, музыка белгесе</ref>.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы -
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Урал да ғына Урал тип әйтәһеҙ,
Уралығыҙ ҡыҙырым сауҡа икән.
Күрмәгән дә саҡта, ай, зауҡы икән,
Күрҙең иһә күңелдәй ҡайта икән.
Урал да ғына Урал тип әйтәһеҙ,
Уралығыҙ ҡаялы тау икән.
Батшаларға етеп, ай, даулашҡан,
Ҡан-яу һалған Урал да шул микән?
Шылтырап та аҡҡан һыуы буйҙарына
Ырыуҙарын туплап йыйған ул.
Йырҙың өҫтәлмә варианты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылғы Ватан һуғышы яландарында ла уның тексына яңы өҫтәмәләр индерелә. Шулай итеп, һәр дәүерҙең тарихи ваҡиғалары боронғо ҡомартҡыбыҙҙың моңо менән һуғарыла һәм уның ҡөҙрәтен, хәҡиҡәтте сағылдырған шөһрәтен раҫлай.
- Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —
- Ете лә ырыу — илдең төйәге.
- Ирек яулап үлгән иркәйҙәрҙең
- Шунда ята изге лә һөйәге.
- Уралҡайым, һинең өҫкәйеңдән
- Аҡ томанҡайҙарың китмәне.
- Кемдәр килеп һиңә кем китмәне,
- Һиңә, Уралым, ниҙәр етмәне.
- Урал ғына тауы бигерәк бейек —
- Яҡшы аттар юртып менә алмай.
- Беҙҙең генә тыныс йәшәгәнде
- Сит ил дошмандары күрә алмай.
- Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай —
- Башҡорт еркәйенең межаһы;
- Әле лә генә һаман иҫтән сыҡмай
- Ватан һуғыштарының нужаһы.
- Атҡайымды тышап, ай, ебәрҙем
- Урал буйы ғына йәшелгә.
- Ҡалған батырҙарға васыятым шул:
- Гел Уралды һаҡлап йәшәргә[4].
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Урал» йыры йырсылар С. Ә. Абдуллин, М. С. Ғәйнетдинов, Ф. Ә. Килдейәрова, А. А. Солтанов, М. Х. Хисмәтуллин, Рамазан Йәнбәков, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәмзин, Райман Ишбаев, Азамат Тимеров репертуарына ингән.
- Ҡурайҙа Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Ғата Сөләймәнов, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев башҡара.
Композиторҙар А. Т. Кәримов, Хөсәйен Әхмәтов, Ғ. З. Сөләймәнов «Урал» йырын тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән. Йырҙы Н. Ә. Дауытов - «Халҡым йырҙары» вокаль-симфоник циклында, көйөн З. Ғ. Исмәғилев «Урал илселәре» операһына ике башҡорт халыҡ йырына Увертюраһында, Ключарёв Александр Сергеевич «Урал» музыкаль картинаһында, М. М. Вәлиев симфоник оркестр өсөн «Легенда» әҫәрендә, Х. Ф. Әхмәтов һәм Р. А. Мортазин «Совет Башҡортостаны» документаль фильмында ҡулланған. «Урал» көйө темаһы Фәрит Фәтих улы Иҙрисовтың Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнында ла ҡулланылған.
Нотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАШҠОРТ ХАЛҠ ЙЫРҘАРЫ — Х.Әхмәтов, А.Харасов, Л.Лебединский (1954г) 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- САЛ УРАЛДЫҢ МОҢДАРЫ — Кәрим Дияров(недоступная ссылка)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "УРАЛ” песня
- ↑ Башкирская протяжная песня «Урал»
- ↑ [Риф Сөләймәнов «Урал халыҡ ижады ынйылары». Китап.1995 й.244 -се б.]
- ↑ Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. Ю. И. Ғәйнетдинов. Әҙһәм ҡурайы.Өфө. "Китап" нәшриәте. 2009. Т.2000 экз. 176 бит
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахметов Х. Ф. Башкирские протяжные песни. — М.: Всесоюзное издательство «Советский композитор», 1978. −24 с.
- Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.
- Галин Салауат Әхмәҙи улы Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
- Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры. — Өфө, 2011. — 400 бит.
- Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. — Өфө, 1997. — 288 бит.
- Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. Ю. И. Ғәйнетдинов. Әҙһәм ҡурайы. — Өфө. "Китап" нәшриәте. 2009. Т.2000 экз. —176 бит.