Абдуллин Сөләймән Әйүп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Үтәғол, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 11 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Абдуллин Сөләймән Әйүп улы (15 август 1928 йыл — 11 март 2002 йыл) — башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 19481974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 1928 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында тыуған.

Сәхнәгә башҡорт халыҡ йырҙарын башлап алып сығыусыларҙың береһе. Бөтә ғүмерен ошо эшкә арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар быуынына башланғыс һалыусы, юл ярыусы шәхес.

Ижади юлы «Ҡаҫмарт буйы» йыры менән башланып китә. 1948 йылда Өфөгә килеп, радио аша ошо тыуған еренә арналған йырҙы башҡарып, атаһының һуғышҡа китер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын үтәй.

Лирик тенорға эйә булға көслө тауышлы егетте (микрофонһыҙ ҙа йырлай алған) Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар.

26 йыл филармонияла солист һәм концерт бригадаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап данлыҡлы йырсы булып китә.

1986 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

Билдәле ғалим Рәшит Шәкүр билдәләүенсә[1]:

Беҙҙең йыр сәнғәте тарихында ижад ғүмерҙәрен иң элек башҡорт халыҡ йырҙарына арнаған һәм шул әлкәлә ҙур популярлыҡ ҡаҙанған атаҡлы оҫталар бар. Сөләймән Абдуллин нәҡ ана шундай, бөтөн йәне-тәне менән үҙ халҡының йыр-моң хазинаһына ғашиҡ кеше. Халыҡ моңо уның өсөн атанан улға, быуындарҙан-быуындарға, быуаттарҙан-быуаттарға тап­шырыла килеүсе изге аманат. Ә аманатҡа хыянат юҡ, тигән ата-бабалар. Шуның өсөн дә үҙенең бар булмышы менән халыҡ йырының рухына тоғро.

Ул, әлбиттә, фәҡәт үҙенсә йырлай, уның тауышының тембры ла, башҡарыу манераһы ла, йырҙы интерпретациялау алымы ла тик үҙенсә. Башҡорт йырының тәрән нескәлектәрен, иң ҡатмарлы боролоштарын, ғөмүмән, ысын милли үҙенсәлеген һәр яҡлап асып, тасуирлап бирә Сөләймән ағай.

Сөләймән ағай, бер ҡараһаң, үтә тыныс, һис кенә лә артыҡ көс һалмайынса йырлай һымаҡ. Ләкин ниндәй тетрәндергес моң, йәнеңде ярып үтерҙәй кисерештәр унда! Хатта ысын-ысынында поэтик драма дәрәжәһенә күтәрелә, мәҫәлән, «Мәҙинәкәй» исемле мәшһүр башҡорт халыҡ йырында тауыш яңғырашы аша тыуҙырылған бына был образ:

Ыласындар оса, ай, һауала,

Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәсем,

Һандуғастар ҡуна ла талдарға.

Был йырҙың тылсымлы асылын, асылып бөтмәгән серҙәрен Сөләймән Абдуллин һымаҡ асып, тасуирлап бирә белеү маһирлығы ниндәй генә йырсы өсөн дә үҙе бер ҙур ҡаҙаныш булырлыҡ:

Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы,

Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәсем,

Яҙмыш һата ла икән дәй малдарға.

Йырсының йөрәге, аңы-зиһене аша үтеп, үҙе үк аҫыл ыласын ҡош һымаҡ, ваҡыт киңлектәренә талпынып оса был йыр-хикәйәт. Хәйер, йыр ғына түгел, йырсының үҙенең ғүмере лә, уның һәр саҡ йырға тоғро булып йәшәүе лә килер быуындарға хикәйәт итеп һөйләрлек.

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 2002 йылдың 11 мартында 73 йәшендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Репертуарында алтмыштан артыҡ халыҡ йыры була. Шулар иҫәбендә «Мәҙинәкәй», «Зәлифәкәй», «Әрме», «Буранбай», «Урал», «Һырдаръя», «Кәмәлек», «Таштуғай», «Артылыш», «Шафиҡ», «Порт-Артур», «Ҡара ат», «Илсе Ғайса».

Бынан тыш Ейәнсура ерлегендә тыуған «Ҡаҫмарт буйы», «Хисам», «Ҡара сурай», «Ергәйеш» (был көйҙө уға бәләкәй сағында Ергәйеш буйҙарына емешкә йөрөгәндә әсәһе көйләй торған булған), үҙе ижад иткән «Ҡайынғабаҡ» йырҙары ла бар".

Йырҙың тарихын белеп, эстәлеген йөрәге аша үткәреп йырлауы һәр йырҙы музыкаль әҫәр итеп балҡыта. Тамашасы күңелендә танһыҡ бер моң булып уйылып ҡала.

Композиторҙарҙан Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов йырҙарын үҙ итә.

Йырсы тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1992 йылдан алып Ейәнсура районында Сөләймән Абдуллин исемендәге призға халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе үҙғарыла.
  • Үтәғолдағы һәм район үҙәге Иҫәнғолдағы урамдарға йырсы исеме бирелгән[2].
  • Иҫәнғолдағы балалар сәнғәт мәктәбе Сөләймән Абдуллин исемен йөрөтә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шәкүр Р. Ыласындар оса, ай, һауала… //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996
  2. 2,0 2,1 2,2 «Башҡортостан» гәзите, 2013, 16 август(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Культура Башкортостана. Учебник для 9 класса / С. А. Галин, Г. С. Галина, Ф. Т. Кузбеков, Р. А. Кузбекова, Л. Н. Попова. — Өфө: Китап, 2004. — 312 с.:ил.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәкүр Р. Ыласындар оса, ай, һауала... //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.