15 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
15 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
15 август — григориан стиле буйынса йылдың 227-се (кәбисә йылында 228-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 138 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
Рәсми булмаған
Рәсәй: Виктор Цойҙы иҫкә алыу көнө.
- Татлы ҡыяр көнө.
Төбәк байрамдары
Рәсәй: Тыва Республикаһы көнө.
Беларусь: Хәрби-һауа көстәре көнө.
Рәсәй: Археологтар көнө.
- Авиаэшләүселәр көнө.
- Һауа Флоты көнө (августың өсөнсө йәкшәмбеһе).
Тажикстан: Уйлап сығарыусылар һәм рационализаторҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1835: Өйөрөлөүсе барабанлы кер йыуыу машинаһына патент алына.
- 1848: АҠШ-та теш табибы ҡәнәфиенә патент алына.
- 1924: СССР-ҙа «Радиолюбитель» журналының беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1926: Өфөлә беренсе ҡала велосипед һәм мотоциклда уҙышыу ярыштары үтә.
- 1969: Нефтекама балалар сәнғәт мәктәбе асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Александр Игнатьевич (1915—11.02.1991), уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре, яҙыусы. 1950—1979 йылдарҙа Өфөләге 6-сы һөнәри-техник училище уҡытыусыһы. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордены кавалеры.
- Литвинов Сергей Александрович (1925–19.11.2003), рәссам. 1949 йылдан Өфөнөң проект институттарында архитектор, 1960 йылдар уртаһынан – 1980-се йылдарға тиклем Башҡортостан ижади производство комбинаты рәссамы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997). Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһе Муромцев районы Карташёво ауылы.
- Рәүилә Хажиева (1930), бейеүсе. 1952—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, 1972 йылдан бөгөнгө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районы хужалыҡтарының бейеү ансамблдәре етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967). Йәштәр һәм студенттарҙың VII Бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959).
- Шәйәхмәтов Ғиндулла Шириаздан улы (1930), мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1953 йылдан Ҡурған өлкәһе Искәндәр, 1957 йылдан — Ғафури районының Йөҙимән мәктәптәре директоры, 1961 йылдан — Имәндәш мәктәбе уҡытыусыһы, 1963 йылдан — Сәйетбаба урта мәктәбе директоры, 1967 йылдан — уҡытыусыһы. Жәлил Кейекбаев музейын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1991 йылдан уның директоры. Рәсәй Федерацияһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). Сығышы менән Сәйетбаба ауылынан.
- Кулаков Юрий Александрович (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1971—1978 һәм 1986—2005 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» (хәҙер Газпром Нефтехим Салауат) берекмәһенең генераль директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Маннанов Ирек Нәғим улы (1970), спортсы-паралимпиасы. 1997—2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғы ярышы (2002) һәм биатлон (2006) буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998). Почёт (1998), Дуҫлыҡ (2005), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2002) ордендары кавалеры.
- Уйылданова Айгөл Рәйеф ҡыҙы (1980), спортсы. 1995—1999 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Софтбол буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Ҡыҙҙар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Николаевка ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байышев Таһир Ғәлләм улы (1886—4.11.1974), ғалим-тел белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1933—1957 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1950). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Смирнов Валентин Борисович (1916—27.02.1993), ғалим-геофизик. 1955—1991 йылдарҙа Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институты (Ленинград) хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1954). СССР-ҙың почётлы полярнигы (1955), гидрометеорология хеҙмәте отличнигы (1967, 1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
- Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы (1931—23.10.2020), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1985 йылдарҙа Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
- Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы (1931—7.11.2006), халыҡ йырсыһы. Төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты.
- Ғәлиева Нәзимә Мостафа ҡыҙы (1936), хеҙмәт ветераны. 1961—1992 йылдарҙа «Салауатстрой» тресының 3-сө төҙөлөш идаралығы маляры, шул иҫәптән 1976 йылдан — малярҙар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Абзай ауылынан.
- Воронин Павел Филиппович (1941), хеҙмәт ветераны. 1967—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Тимашевка ауылынан.
- Сафин Радим Хәбибрахман улы (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 1969 йылдан Салауат ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1980—2003 йылдарҙа 3-сө лицей директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998) һәм мәғриф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ҡалмаҡтар ауылынан.
- Квашнин Анатолий Васильевич (1946—7.01.2022), СССР-ҙың хәрби, Рәсәйҙең хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. 1997—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының беренсе урынбаҫары, 2004—2010 йылдарҙа Себер Федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999), армия генералы (1997), Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы төп дәүләт кәңәшсеһе (2004), хәрби фәндәр докторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лобанов Анатолий Капитонович (1946), хеҙмәт ветераны һәм алдынғыһы. 1963–2013 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Силищев Николай Николаевич (1946—1.03.2012, ғалим-биотехнолог. 1999 йылдан Биология институтының өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2009). Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһе Никольское ауылынан.
- Харитонов Павел Николаевич (1951), комсомол һәм профсоюз органдары ветераны. 1975 йылдан «Сода» производство берекмәһенең ВЛКСМ комитеты секретары, 1981 йылдан профоюз комитеты рәйесе урынбаҫары, 1988—2012 йылдарҙа — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Хурамшин Иштимер Шәғәли улы (1951), ғалим-табип-невролог. 1994—2001 йылдарҙа «Янғантау» шифаханаһы директоры. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Баҡыева Рәзилә Минләхмәт ҡыҙы (1956), хеҙмәт ветераны, уҡытыусы, журналист. 1981 йылдан Балаҡатай районының «Новая жизнь» — «Яңы тормош» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән тәржемәсе, мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары, 1997—1998 йылдарҙа «Яңы тормош» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылынан.
- Төхвәтуллина Мөнирә Сәхиулла ҡыҙы (1961), малсылыҡ алдынғыһы һәм ветераны. Көйөргәҙе районы Киров исемендәге хужалыҡтың элекке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Фәтихова Эльвира Миҙхәт ҡыҙы (1971), йырсы. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әғләмов Нәғим Харислам улы (1932—24.12.2008), төҙөлөш новаторы, монтажсы. 1958—1992 йылдарҙа «Гидромонтаж» тресының Зәй монтажсылар участкаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973).
- Аминев Юлай Ғәзиз улы (1937—2011), яҙыусы, тәржемәсе. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районының Иҫке Ҡаратаулы ауылынан (хәҙер Малаяҙ ауылы составында).
- Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы (1937), ғалим-инженер-механик һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991) һәм вице-президенты (1991). Техник фәндәре докторы (1984), профессор (1986), Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1970), почетлы нефтсе (2002).
- Хәбисламов Вәсил Карам улы (1937), үҙешмәкәр композитор, 1972—1997 йылдарҙа Борай музыка мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Абдулла ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Авдошкин Семён Егорович (1918—9.03.1963), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Мырҙағәлимов Ғәзиз Ғәбиҙулла улы (1923—11.06.1990), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сөләймән Абдуллин (1928—11.03.2002), башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- Гаврилова Валентина Трофимовна (1938), Ишембай машиналар эшләү заводы эшсеһе, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Молчанов Анатолий Александрович (1938), ғалим—геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
- Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы (1943—10.03.2022), театр режиссёры. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ҡаратәкә ауылынан.
- Сөләймәнова Нурия Сәғҙи ҡыҙы (1948), хеҙмәт ветераны, һатыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылынан.
- Шәрипова Әлиә Хәйҙәр ҡыҙы (1948—7.08.1921), театр актёры, йәмәғәтсе. 1967—2021 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы (1963), хәрби хеҙмәткәр, вице-адмирал. 2019 йылдың 1 мартынан — Рәсәй Федерацияһы Хәрби-Диңгеҙ флоты Баш командующийының ҡоралдар буйынса урынбаҫары.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904—20.12.1971), Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1937—1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм БАССР Юғары Советы Президиумы (1938 йылдан) Рәйесе. СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы (псевдонимы Воронин Аркадий Иванович; 1919–19.11.1991), ғалим һәм яҙыусы. 1939–1960 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби фәндәр кандидаты. Александр Фадеев исемендәге халыҡ-ара әҙәби пермия лауреаты (1981). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Наратаҫты ауылынан.
- Путятинский Виктор Александрович (1934—28.01.2012), хәрби хеҙмәткәр, инженер‑механик, юғары хәрби мәктәп уҡытусыһы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1998), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2001). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Үрге Троицкий ауылынан.
- Мороз Елена Александровна (1944), пианист, педагог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1976—1999 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2000 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған артисы.
- Медведев Юрий Анатольевич (1949), ғалим-иммунолог‑аллерголог, 1975—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1769: Наполеон I Бонапарт, Франция императоры.
- 1750: Пьер Сильвен Марешаль, Франция философы, әҙәбиәт|яҙыусы, сәйәси эшмәкәр.
- 1785: Томас де Квинси, Англия яҙыусыһы.
- 1810: Лауринас Ивинскис, Литва яҙыусыһы.
- 1890: Жак Ибер, Франция композиторы.
- 1910: Леонид Душкин, СССР ғалимы, реактив двигателдәр конструкторы.
- 1925: Оскар Питерсон, Канаданың джаз пианисы.
- 1930: Шәмши Ҡалдаяҡов, Ҡаҙағстан композиторы, илдең Дәүләт гимнының көйө, күп популяр йырҙар (шул иҫәптән «Әниемә» йыры) авторы.
- 1930: Людмила Хитяева, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1983).
- 1945: Ален Жюппе, дәүләт эшмәкәре, 1995—1997 йылдарҙа Францияның премьер-министры.
- 1945: Екатерина Васильева, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- 1955: Али Лараед, дәүләт эшмәкәре, 2013 йылда Тунистың премьер-министры.
- 1990: Дженнифер Лоуренс, АҠШ актрисаһы, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1990: Нюша (төп исеме Анна Шурочкина), Рәсәй йырсыһы, актёр, йырҙар авторы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]