Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов
Генерал Шайморатов.jpg
Тыуған ваҡыты

27 август 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Биштәкә ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Украина ССР-ы
Ворошиловград өлкәһе

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1919—1943

Хәрби звание генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы[2]

Наградалар һәм премиялар
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1938Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1941Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалыМедаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Тыуған төйәгендә батырға ҡуйылған һәйкәл.

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала). Милләте башҡорт. [3][4][5]

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.

1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.

1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник Миңләғәле Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.

1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була.[6][7][8][9]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Памятник генерал-майору М. М. Шаймуратову - panoramio.jpg

Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы
  2. 1943 йылдың 14 февраленә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.
  3. Рождённый для славы: Генерал Шаймуратов на YouTube
  4. Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 б. — ISBN 5-7654-1499-0; 5-224-03528-7.
  5. Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии — Уфа: Китап, 2006. — 216 б. — ISBN 5-295-03902-1.
  6. ОБД Мемориал|52613772
  7. ОБД Мемориал|55027443
  8. ОБД Мемориал|83882727
  9. ОБД Мемориал|83842724
  10. Указ Президента Российской Федерации от 30.03.2020 № 230 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». (рус.) (Тикшерелгән 30 март 2020)
  11. 11,0 11,1 Минигали Шаймуратов указом Владимира Путина награждён посмертно звездой Героя России. ИА «Башинформ», 30 марта 2020 года (рус.) (Тикшерелгән 30 март 2020)
  12. В Башкирии начнут вручать новые ордена и почетные звания. ИА «Башинформ», 18 декабря 2019 (рус.) (Тикшерелгән 30 март 2020)
  13. [http://docs.cntd.ru/document/561663558 Постановление Госсобрания - Курултая РБ от 19 декабря 2019 года N ГС-782 «Об утверждении статута ордена генерала Шаймуратова»]
  14. Өфөлә Совет майҙанында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 28 июнь (Тикшерелгән 28 июнь 2019)
  15. Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 3 май (Тикшерелгән 10 май 2018)
  16. В Кармаскалинском районе состоялось открытие памятника легендарному комдиву Минигали Шаймуратову — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (рус.)
  17. Өфө ҡалаһының Рәсми сайты мәғлүмәте,
  18. Рәсәй Федерацияһы Президентының сайтына һалынған 1561-се Указы тексты
  19. Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  20. Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гумеров Ф. Х. Генерал Шаймуратов — Уфа: Китап, 1999.
  • Генерал Шаймуратов — Уфа: Китап, 2010. — 184 б. — ISBN 978-5-295-05032-9.
  • Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии — Уфа: Китап, 2006. — 216 б. — ISBN 5-295-03902-1.

«Шайморатов генерал» йыры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.

Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.

Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал.
Впереди – на аргамаке
Шаймуратов-генерал.

Шаймуратов под собою
Горячил в бою коня.
На врага кидался в бою
Вихрем грома и огня.

Шаймуратов рубит, гонит,
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит.

Храбрых конников по праву
Старый вырастил Урал,
Заслужил навеки славу
Шаймуратов-генерал

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]