Совет майҙаны (Өфө)
Совет майҙаны | |
Кем хөрмәтенә аталған | СССР |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Совет майҙаны Викимилектә |
Совет майҙаны Өфөнөң Киров районында, Совет һәм Пушкин урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет майҙаны биләмәһе Күгәрсен биҫтәһенә ҡараған. Бында, Телеграф (Цюрупа урамы) һәм Губернатор (хәҙер Совет урамы) урамдары араһында таҡ һан яғында биш усадьба була, иң ҙуры сауҙагәр Артемий Нагаревтың (Ногарев йорттары) йорто була.
1930-сы йылдарҙа Ногарев усадьбаһын һүтәләр, ә уның урынына БАССР-ҙың Дәүләт планы бинаһын төҙөйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң был бинаға өҫтәлмә төкәтмә бүлмәләр эшләйҙәр, уларҙы Сәнәғәт йорто менә тоташтыралар.
1930—1960 йылдарҙы Совет майҙаны ҡаланың төп майҙаны була. Ошонан һуғыш йылдарында фронтҡа һалдаттар китә. Бында демонстрациялар, ҡаланың төрлө байрамдары үтә, ә 1955 йылдың декабрендә майҙанда тәүге ҡала шыршыһы барлыҡҡа килә. 1967 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә майҙанда Башнефть бинаһында куранттар һуға. 1960 йылдар уртаһында өфөлө Подашевскаяның шәхси милеге булған мөйөш бинаһы һүтелә, элек бында почта һәм урамға исем биргән телеграф булған, ә 1920 йылда — «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең редакцияһы. Был бина урынына яңы бина төҙөлә, шунан һуң майҙан заманса төҫ ала.
Хәҙер майҙанда Ауыл хужалығы министрлығы бинаһы (элек — БАССР-ҙың совнарком бинаһы, архитектор Н. Зарубин), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы (элек — Өфө дворяндар йыйылышы), куранттары менән «Башнефть» компанияһы бинаһы һәм № 3 Өфө гимназияһы (элек — Мариинский ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы).
Әлеге ваҡытта майҙан рәсми ҡала үҙәге статусын юғалта, ул Октябрь проспектында урынлашҡан ҡала советы ҡаршыһындағы Ленин майҙанына күсә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Чечуха. Советская площадь. Ч.1 . Уфимские ведомости (2 декабрь 2004). Дата обращения: 14 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.(рус.). Уфимские ведомости (2004-12-02). Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 4 март архивланған. архивланған 25 сентябрь 2012. 14 июнь 2012 тикшерелгән.
- А. Чечуха. Советская площадь. Ч.2 . Уфимские ведомости (9 декабрь 2004). Дата обращения: 14 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.(рус.). Уфимские ведомости (2004-12-09). Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 4 март архивланған. архивланған 25 сентябрь 2012. 14 июнь 2012 тикшерелгән.
- А. Чечуха. Парки, скверы, площади Уфы . Горобзор. Дата обращения: 14 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.(рус.). Горобзор. Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 20 сентябрь архивланған. архивланған 25 сентябрь 2012. 14 июнь 2012 тикшерелгән.
- Советская площадь (Уфа) на Wikimapia
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.