Дворян йыйылышы (Өфө)
Иҫтәлекле урын | |
Здание депутатского дворянского собрания
| |
Здание депутатского дворянского собрания в Уфе | |
Ил | Россия |
Город | Уфа |
Проект авторы | Хабаров |
Төҙөлөшө | 1844—1856 йылдар |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310004000 |
Здание депутатского дворянского собрания Викимилектә |
Өфө дворян йыйылышы — 1867 йылдан алып 1917 йылға тиклем Өфө дворян ҡатламы үҙидара органы йыйылышы. Дворян йыйылышында дворян һәм дөйөм урындағы эштәр ҡаралған, дворянлыҡтың башлыҡтарын һәм исправниктарын һайлағандар. 1860 йылғы реформаларҙан һуң дворян йыйылышында башлыса дворянлыҡ эштәре хәл ителә.
Беренсе дворян башлығы коллегия асессоры Селиверст Матвеевич Артемьев була, уны 1767 йылды һайлап ҡуялар, артабан башлыҡты ике йылға бер, 1792 йылдан һуң өс йылға бер һайлайҙар.
1854 йылға тиклем Дворян йыйылышы Өфөлә төрлө шәхси йорттарҙа урынлаша.
Өфө дворян йыйылышы бинаһы XIX быуат уртаһында төҙөлгән һәм Өфө ҡалаһының Киров районында Ленин урамы, 14 йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII—XIX быуаттарҙа Өфө Уралда дворяндар иң күп йәшәгән ҡала була. Мәҫәлән, 1797йылда дворяндар Өфөлә йәшәгән халыҡтың 15 % тирәһен тәшкил иткән, 1864 йылға был күрһәткес 19 % тиклем тиерлек арта. Дворян йәки Затлы йыйылышы Өфөлә 1819 йылда ойошторола. Дворяндарҙың күбеһе бында һөргәндә йәки батша йәбере сәбәпле булалар.
Баштараҡ бында Аничков, Гладышев, Сумароков, Самариных, Кольцов, Каловский? Барсуков, Ураковтар нәҫел дворяндары йәшәгән. Артабан уларҙың иҫәбенә Өфө чиновниктарының балалары рәтенән дворяндар, яңы суҡындырылғандар (новокрещены), татар мырҙалары, һуңғараҡ, бигерәк тә Екатерина II 1785 йылдағы указына ярашлы дворяндар сафына инеү хоҡуғы Өфө Дворян йыйылышына бирелгәндән һуң, башҡорттар араһынан да, инәләр.
1844—1856 йылдарҙа Дворяндар йыйылышы өсөн архитектор Хабаров проекты буйынса классик стилдә айырым бина төҙөлә, был ваҡытта Өфө дворяндарының һаны ике мең тирәһе була. Бина ике этажлы, таштан төҙөлгән, тимер ҡыйыҡлы һәм ағас түшәмле була. Барыһы ла классик стилдә башҡарылған. Вестибюле орнамент менән биҙәлгән, алғы баҫҡыс суйындан ҡойолған, ә фасадында һылап яһалған Өфөнөң гербы булған, ул бер ваҡыт юғалған да була, әммә хәҙер тергеҙелгән. Өфө дворяндары өсөн ошо бина бер нисә тиҫтә йыл йыйыла торған төп урын була.
Дворян йыйылышы бинаһы тантаналы рәүештә (проекты архитекторы Хабаров, архитекторы А. А. Гопиус)1856 йылда асыла. 1885 йылда бинала дворяндарҙы, чиновниктарҙы һәм Өфө интеллигенцияһын берләштергән йыр, музыка һәм драма сәнғәте һөйөүселәре Йәмғиәте урынлашҡан була. Бында 1891 йылдың 6 майында Федор Иванович Шаляпин. Рубинштейн «Демон» операһында ҡарт хеҙмәтсе ролендә сығыш яһай. Йырсы хөрмәтенә Дворян йыйылышы бинаһы эргәһендә 2007 йылда һәйкәл ҡуйыла. 1967 йылда йырсының ҡыҙы И. Ф. Шаляпина бина фасадында мемориаль таҡта аса.
Барыһы ла 1917 йылғы Революцияһы менән селпәрәмә килә. Өфө дворяндары закондан тыш тип иғлан ителәләр һәм репрессияларға дусар булалар, 1918 йылда бинаны Бишенсе ҡыҙыл Армияһы һалдаттары талап бөтәләр, архив яндырыла. Бинала Үҙәк Рәсәйҙән аслыҡ менән бәйле алып киленгән балаларҙың интернаты урынлаштырыла.
1920 йылдарҙа бинала Крәҫтиән йорто, һуңынан Үҙәк коммунистик клуб, сауҙа хеҙмәткәрҙәре союзы Клубы була.
1940 йылдарҙа бында ВКП (б)-ның Үҙәк партия архивы һаҡлана, улар араһында Ленин һәм Карл Маркс ҡулъяҙмалары була.
1930—1960 йылдар осоронда Дворян йыйылышы бинаһында Республика китапханаһы урынлаша, уны Музыка училищеһы алмаштыра. 1964 йылда училищеға Дмитрий Шостакович килеп китә, ул Рәсәй композиторҙар ойошмаһының етәксеһе була. Бында Рәсәй композиторҙар союзының пленумы үткәрелә, шулай уҡ башҡорт музыкаһы Аҙнаһы.
1968 г. йылда Дворян йыйылышы бинаһында Өфө дәүләт сәнғәт институты асыла, 2003 йылдан Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тип исемләнә. 2015 йылдың 8 декабрендә Рәсәй федерацияһының Мәҙәниәт министрлығының 3004-се һанлы Приказына ярашлы ҡабаттан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты тип атала башланы.
Сәнғәт институтының беренсе ректоры күренекле композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы, Глинка исемендәге РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Заһир Ғариф улы Исмәғилев була, Институт хәҙерге көндә уның исемен йөрөтә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- Журнал «Бельские просторы» № 11 (120), ноябрь 2008.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Достопримечательности Уфы