Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
«112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» проекты |
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.
Һайланған мәҡәлә
Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл — 16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.
1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.
Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый. Артабан уҡырға
Һайланған шәхес
Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы (10 март 1904 йыл — 30 октябрь 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы. Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡов 1904 йылдың 10 мартында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Иҫке Мораптал ауылында тыуған. Артабан уҡырға
Һайланған рәсем
Беләһегеҙме…
- Дивизияның 3 860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, уларҙың 78-е — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, биш кеше — Дан орденының тулы кавалеры.
- «Ҡыҙыл атлылар» — 1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февралендәге тарихи рейдҡа тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡорт телендә сыҡҡан гәзите. Ул башҡорт атлыларының легендар юлын яҡтыртып бара. Мөхәррире — яҙыусы Али Карнай
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар аты — Керчь.
- Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн республиканан йәмғеһе 13,5 мең баш ат фронтҡа оҙатыла.
Дивизияның хәрби юлы
- Брянск фронтында һуғыштар
- Сталинград һуғышында ҡатнашыу
- Ворошиловград өсөн һуғыштарҙа ҡатнашыу
- Донбасc героик рейды
- Чернигов өсөн һуғыш
- Днепр операцияһы
- Белоруссияны азат итеү
- Уң яҡ Украина һәм Көнсығыш Польшаһын азат итеү өсөн һуғыштар
- "Багратион" операцияһында ҡатнашыу
- Варшава-Познан һөжүм итеү операцияһында ҡатнашыу
- Көнсығыш Померан һөжүм итеү операцияһы
- Берлин стратегик һөм операцияһы
- Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡатнашҡан төп алыштар исемлеге
Сығанаҡ: Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии