Керчь (ат)
Керчь | |
Тыуған көнө | 1936 |
---|---|
Тыуған урыны | Илсеғол ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1959 |
Вафат булған урыны | Илсеғол ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Әһәмиәтле урын | Бөйөк Ватан һуғышы |
Икенсе исеме | Корос |
Керчь (Кирич, Ҡорос) — Башҡортостандың Миәкә районы Илсеғол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына алынып Илсеғол ауылына әйләнеп ҡайтҡан айғыр ат.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Колхоз рәйесе Харис Зарипов Өфө ат заводынан Керчь исемле ат һатып ала. Атты ауыл кешеләре башҡортслап «Кирич», «Ҡорос» тип тә йөрөтәләр. Айғыр ат һуғыш башланыр алдынан Миәкәлә үткән һабантуйҙарҙы гел беренселекте алып булған. Аттың маңлайында ап-аҡ йондоҙ, башы ғорур күтәрелгән, оҙон муйынлы, бейек кәүҙәле, оҙон, төҙ аяҡлы, киң күкрәкле, шыма тояҡлы, тип хәтерләйҙәр был атты ауыл кешеләре.[1]
Керчтың үткән яу юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Керчь һуғышҡа алына. Һуғыш михнәттәрен хужаһы гвардия мойоры Фәттәхов Ибраһим Ислам улы менән бергә үтә. Иҙел, Дон ,Висла,Одер, Шпрее йылғаларының кисеп сыға, ике мәртәбә яраланы. Хатта ысын яугир кеүек хәрби лазеретта ла ятып сыға, тағы ла яугирҙар сафына баҫа.
Яугир ат барлыҡ хәрби командаларҙы ла яттан белә: кәрәк саҡта ята, хәүефле урындарҙы сабып үтә. Немец самолеттарының тауышын кешенән алда һиҙеп иҫкәртә.
Һуғыштың михнәтле юлдарында ныҡ ябыҡҡан саҡтары ла була. Яугирҙар ни күрһә, Керчь та шуны күрҙә. Хужаһын бер нисә тапҡып ут эсенән алып сыға.
Керчтың хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов 4 тапҡыр орден, 3 тапҡыр миҙал менән наградлана.
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еңеү көнөн Керчь Бранденбург ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта ҡатнашҡан аттарҙы кере ҡайтарыу тәртибе булмаһа ла Керчты тыуған иленә ҡайтарыуҙы Советтар Союзы маршалы Будённый Семён Михайловичтан һорайҙар. Шулай итеп, Кировобад ҡалаһынан вагонда Башҡортостанға оҙатыла. Керчь Башҡортостанға ҡыйтарыла тип хәбәр иткәс, уны алырға тип дивизияла хеҙмәт иткән Солтан Илекәевты, Мәжит Рәхмәтуллинды Өфөгә ебәрәләр.
Керчь ауылға яҡынлашыу менән, кешнәп ебәрә һәм вагон тәртәһен емереп ауыл яғына сығып саба. Атты бала-саға, халыҡ уратып алып, иҫтәре китеп ҡарап тора, атты муйынынан ҡосаҡлай. Ат шул тиклем матур- көмөш йүгәнле, ҡупшы бейек эйәрле. Шулай итеп ул Илсеғол ауылында тағы бер тапҡыр Еңеү көнө килә. Ат артабан тыныс тормошта «Большевик» колхозында хеҙмәт итә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 5 майында Миәкә районы Илсеғол ауылында, РБ Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Виталий Обращенко һәм Руфина Шаһапова, миниципаль район хакимиәте башлығы ришат Айтуғанов ҡатнашлығында, аттың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташ асыла.[2]
«Әйҙәгеҙ һуң, Башҡорт атлы дивизияһының иҫән-имен илгә ҡайтарылған аты — Керчҡа һәйкәл ҡуяйыҡ! Республика Башлығының грантын юллайыҡ, рәссам-скульптор табайыҡ һәм Керчты тағы ҡайтарайыҡ! Ат кәрәк бит беҙгә, яугир ат кәрәк! Уның ҡото беҙгә кире ҡайтырға тейеш!», — тигән уйҙар менән йәшәй Илсоғол халҡы.[3]
Видеояҙмаларҙа һәм матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео БСТ «Беҙҙең тормош» Илсеғол ауылы.Беҙҙең Керчь
- YouTube сайтында Видео Яугир ат — Керчь! Фильм, 1986 й.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Солтанов Й. Башҡорт дивизияһы(төрлө мәғлүмәттәр)Өфө-2007.-276 бит
- ↑ «Аҡмулла төйәге» гәзите. 2015 13 май
- ↑ Киске Өфө. 18.04.20
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Насыров А. Х. Подвиг генерала.-Өфө.Китап, 2006.-216с
- Класстан тыш уҡыу китабы 3 класс
- Ағиҙел журналы № 6
- Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Өфө:"Китап" нәшриәте.2000.-(Ҡарайғыр хикәйәте,-163 сө биттә)
- Ватандаш 2000.№ 3 (Сурина С. Яугир ат Керчь, 26 бит)
- Солтанов Й. Башҡорт дивизияһы(төрлө мәғлүмәттәр)Өфө-2007.-276 бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәрүәр СУРИНА. Яугир ат кәрәк! Башҡортостан. 08.05.2020 2021 йыл 21 май архивланған.