Илсеғол (Миәкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Илсеғол
башҡ. Ильчигулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Ауыл биләмәһе

Илсеғол ауылы Советы (Миәкә районы)

Координаталар

53°49′23″ с. ш. 55°00′07″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1700

Халҡы

569[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452089

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 828 001

ОКТМО коды

80 644 428 101

ГКГН номеры

0523354

Илсеғол (Рәсәй)
Илсеғол
Илсеғол
Илсеғол (Миәкә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Илсеғол

Илсеғол (рус. Ильчигулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 569 кеше[2]. Почта индексы — 452089, ОКАТО коды — 80244828001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 692
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 509
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 663
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 569 275 294 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дим (урамы), (рус. Демская (улица))
  • Йәштәр (урамы), (рус. Молодежная (улица))
  • Октябрь (урамы), (рус. Октябрьская (улица))
  • Революцион (урамы), (рус. Революционная(улица))
  • Совет (урамы), (рус. Советская (улица))[3]

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илсеғол ауылына 17 быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1700 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында Бөрйән улусы (ауылдың үҙҙәре ултырған өлөшөн Бөрйән-Илсеғол тип атағандар) һәм шулай уҡ даруғаның Тамъян улусы Ҡушый ауылы (хәҙерге Әбйәлил р‑ны) башҡорттары, 1762 йылда мишәрҙәр килеп ултырған, тип фаразлана.[4]
Һуңғылары 1763 йылдың 22 июлендәге килешеү буйынса керҙәш сифатында ҡабул ителгәндәр. Ошо ауылдың Бөрйән улусы башҡорттары тураһында сығанаҡтарҙың береһендә былай тип әйтелә: " Уларҙың Ырымбур губернаһының Һаҡмар йылғаһы буйлап Верхнеурал өйәҙендә үҙҙәренең аҫаба ерҙәре бар, ләкин ысын төбәген белмәйҙәр. Акттары ла юҡ. Улар бында элек-электән. Унда күсергә теләйҙәр (йәғни үҙҙәренең аҫаба еренә). Уларҙың тамғалары бөтә бөрйәндәрҙең дөйөм тамғаһына тап килә- = —> — I (яғылбай).
Керҙәш башҡорттарҙың был ауылға керҙәшлек ваҡыты тураһында һөйләгәндә, 1822 йылда хорунжий Аман Дәүләтҡолов үҙенең үтенесендә былай тип яҙған: "122 йыл элек (йәғни 1700 йылда) улар батша Иван Васильевич тарафынан раҫланған ерҙә,Илекәй-мең улусы Илсеғол ауылында 20 йорт төҙөп,һөрөнтө ерҙәрҙе, бесәнлектәрҙе, урман биләмәләрен бергәләшеп, тиң файҙаланып, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, йәнлек аулап, балыҡсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнеп, 1821 йылға тиклем бәхәсһеҙ-ниһеҙ йәшәгәндәр. «Ҡапыл ауылдаштарыбыҙ һәм Ҡунҡаҫ халҡының яртыһынан күберәге беҙҙе, керҙәштәр тип атап, тәүҙә сабылған бесәндең 995 күбәһен тартып алыу менән ҡыҫырыҡлай башланы. Бәләбәй суды беҙҙе яҡламаны. 7143 йылдың 18 ғинуарында (йәғни, 1635 йыл) бирелгән хәтер ҡағыҙы буйынса, ер бөтәһенеке лә булып иҫәпләнә.» Асыҡланмаған сығанаҡтарһыҙ, Аман Дәүләтҡоловтың ата-бабаларының ошо ауылға керҙәшлек ваҡыты тураһында раҫлауҙарын иҫбатлау мөмкин түгел. Бәлки, был ауылдың ул ваҡытта исеме икенсерәк булғандыр. Ләкин Илсеғол — антропонимдан, документтарҙа тәүге тапҡыр 1738 йылда теркәлгән һәм һуңынан 14 улус старшинаһы булған Илекәй-Мең улусының аҫаба башҡорто Илсеғол Таймаҫов исеме менән бәйле. Уның тамғаһы — //
1795 йылда,13 йорттан 35 аҫаба башҡорт,22 йорттан 115 керҙәш башҡорт (башлыса бөрйәндәрҙән), шулай уҡ ике ғаиләнән 10 мишәр — атаһы һәм улының ҡатыны ревизия иҫәбенә алына.[5] Икенсе сығанаҡтан мәғлүмәт. 1795 йылда Илсеғолда 37 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 йылда 44 йортта — 276 кеше (малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр; мәсет булған), Бөрйән-Илсеғолда 66 йортта — 305 кеше (малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр). 1906 йылда бер Илсеғол ауылы, 1920 йылда Иҫке Илсеғол (Яңы Илсеғол бүлендек ауылы 20 быуат башынан алып 2005 йылға тиклем булған) һәм Бөрйән‑Илсеғол ауылдары иҫәпкә алынған, 30‑сы йылдарҙан башлап улар хәҙерге исемде йөрөткән ауыл булараҡ бергә иҫәпкә алына. И. И.Ғүмәров, С. С.Яҡшығолов ошо ауылда тыуған.[6]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмаларҙа һәм матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]