Эстәлеккә күсергә

Ереклекүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ереклекүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°34′18″ с. ш. 54°31′48″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 810 002

ОКТМО коды

80 644 410 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ереклекүл (Рәсәй)
Ереклекүл
Ереклекүл
Ереклекүл (Башҡортостан Республикаһы)
Ереклекүл

Ереклекүл (рус. Зириклыкуль) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 71 кеше[1]. Почта индексы — 452077, ОКАТО коды — 80244810002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 71 35 36 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ереклекүл (Урта Тамъян, Тамъян-Ереклекүл) Ереклекүл ауылы (Урта Тамъян, Тамъян-Ерекле-Күл) Тамъян һәм Ҫарайлы-Мең улустарынан керҙәш башҡорттарҙы берләштергән. 1821 йылда был ауылдан 10 ғаилә һәм Тамъян-Таймаҫтан 13 ғаилә Көсөк Таймаҫов етәкселегендә үҙ аҫаба ерҙәренә ҡайта. (Быҙаулыҡ өйәҙенең Оло һәм Ҡыр-Сораны буйына).

Ауылдың үҫеше түбәндәге һандарҙа сағыла.
1795 йылда 21 йортта 130 кеше иҫәпләнгән,
1816 йылда - 158, 1834 йылда - 228, 1850 йылда - 268, 1870 йылда - 274,
1917 йылда - 149, 1920 йылда - 112 башҡорт.

Хужалыҡ хаҡында бер нисә мәғлүмәт бар.
1843 йылда 228 башҡортҡа 8 бот ужым һәм 320 бот яҙғы иген сәселгән.
1917 йылда 29 йортҡа 117 дисәтинә һөрөнтө ер тура килә. Уларҙың 10-һы - 4 дисәтинәгә, 11-е - 10 дисәтинәгә, 3-һө 15 дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ер биләгән.
• 5 хужалыҡтың сәсеүлеге булмаған.[2]

• Туғай урамы рус. Луговая (улица)
• Яңы урамы рус.  Новая (улица)
• Күл урамы рус. Озерная (улица)[3]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.434
  3. https://www.gosspravka.ru/02/038/000077.html «Налог Белешмәһе системаһында» Ереклекүл ауылы