Ҡырғыҙ-Миәкә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡыргыҙ-Миәкә
башҡ. Кирги́з-Мияки́
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Ауыл биләмәһе

Миәкә ауыл Советы (Миәкә районы)

Координаталар

53°38′04″ с. ш. 54°48′03″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1767

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1779

Халҡы

7473[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар, башҡорттар,урыҫтар

Конфессиональ составы

православные, мусульмане (сунниты)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34788

Почта индексы

452080

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 244 850 001

Код ОКТМО

80 644 450 101

Номер в ГКГН

0013344

Ҡыргыҙ-Миәкә (Рәсәй)
Ҡыргыҙ-Миәкә
Ҡыргыҙ-Миәкә
Ҡырғыҙ-Миәкә (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡыргыҙ-Миәкә

Ҡырғыҙ-Миәкә (рус. Киргиз-Мияки) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 7473 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80244850001.

Ауыл исеменең килеп сығышы тураһында

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 3108
1970 йыл 15 ғинуар 4298
1979 йыл 17 ғинуар 6213
1989 йыл 12 ғинуар 6905
2002 йыл 9 октябрь 7658
2010 йыл 14 октябрь 7473 3514 3959 47,0 53,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа 190 саҡрым һәм Аксёнов тимер юл станцияһы көньяҡ‑көнсығышҡа табан 43 саҡрым алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә йылғаһы буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә автомобиль юлдарында урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19301963 йылдарҙа һәм 1965 йылдан һәм Миәкә ауыл Советы үҙәге. XVI—XVII быуаттарҙа Башҡортостандың Миәкә районы урынлашҡан көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә (Дим һәм Өршәк йылғалары араһында) мең ҡәбиләһе башҡорттары йәшәгән. 1767 йылда Илсекәй-Мең улусы башҡорттары менән килешеү буйынса Хөрәмша Мостаев етәкселегендәге Ырымбур губернаһы Бөгөлмә идаралығының Келәүле һәм Мансур ауылдарынан 23 йорт крәҫтиәндәре үҙҙәренең ерҙәренә күсеп килә. 1770 йылдарҙа аҫабалыҡтарының бер өлөшөн һатыу тураһында килешеү төҙөлә. 1779 йылдың 29 июнендә сауҙагәр ҡәлғәһе төҙөлә. Үҙ улусының тарихын яҡшы белгән, Бакир Таймаҫов һөйләүенсә, шулай уҡ халыҡты ер, урман майҙандарын, иҫәпкә алыу буйынса икенсе ревизия ваҡытында ер үлсәүселәр «Ҡырғыҙ ҡыҙы» тип яҙылған ҙур таш плитаға һәм Сурҡатау битләүендәге ҙур булмаған зыяратҡа иғтибар иткән. Был исемһеҙ йылғаны Ҡырғыҙлы , Диома йылғаһын — Дим йылғаһына, Ҡоромсай йылғаһын Миәкә йылғаһы тип үҙгәртеүгә (Ҡырғыҙ-Миәкә йылғаһының һул ҡушылдығы) сәбәп була. Ауыл урыны итеп исемһеҙ йылғаның тамағынан Ҡырғыҙ-Миәкә йылғаһының һул ярын һайлағандар. Яҡында күлдәр һәм һаҙлыҡтар күп була. Старшина Таймаҫовтың кәңәше буйынса ауыл Ҡырғыҙ-Миәкә тип аталған. Ауыл 23 ихатанан торған, 138 кеше йәшәгән. 1800 йылда — улус үҙәге. 1783 йылда ауылда законлы рәүештә 35 хеҙмәтле татар һәм типтәр йәшәгән. Ҡырғыҙ-Миәкәлә 310 кеше теркәлгән. 1762 йылдағы ревизияла улар Дәүләтшә, Боғҙан, Умәр кеүек башҡа ауылдарҙа теркәлә. Халыҡтың дөйөм һаны 345 кешегә етә. Ҡырғыҙ-Миәкәлә 310 кеше теркәлгән. Бер класлы министрлыҡ урыҫ-башҡорт (1905 йылда татар) училищеһы, малайҙарҙы 4 йыллыҡ уҡытыу менән. 1905 йылда земство мәктәбе тип аталған. 2 мәсет, баҙар, 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1911 йылда 10 койкалыҡ земство дауаханаһы урынлашҡан булған, ауырыуҙарҙы земство табибы Х. Н. Васильев дауалаған. Улус старшинаһы Уруст Йыһаншин йәшәгән (1915 йыл).

18991900 йылдарҙа земство мәктәбендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғариф Ғүмәр белем бирә. Халҡы (мең кеше): 1859 йылда 710 кеше, 1870 йылда 875 кеше, 1885 йылда 1825 кеше, 1917 йылда мишәрҙәр — 2319, 1920 йылда — 2467 кеше, 1999 йылда — , 2006 йылда 2734 ихатала — 8043 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[4][5].

Иҡтисад һәм социаль өлкә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабала 2 дөйөм белем биреү мәктәбе, «Дружба» ЯСЙ-һы, «Ерлыковское» ЯСЙ-һы, «Сытырбаш» ЯСЙ-һы, урман хужалығы, «Молзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Миәкә балыҡ компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 5 балалар баҡсаһы, район мәҙәниәт һарайы, спорт-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, район элемтә үҙәге, Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы филиалы, «Уралсиб» банкы, пионерҙар йорто, музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, район китапханаһы, 2 парк, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына статуялары менән һәләк булғандар исемлеге менән сквер бар.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[6]

1 Май тыҡрығы (рус. 1 Мая (переулок))

8 Март урамы (рус. 8 Марта (улица))

9 май урамы (рус. 8 Марта (улица))

Абдуллина урамы (рус. Абдуллина (улица))

Аҡмуллы урамы (рус. Акмуллы (улица))

Аҡмуллы тыҡрығы (рус. Акмуллы (переулок))

Аҡтуғанов урамы (рус. Актуганова (улица))

Алмалыҡ урамы (рус. Алмалык (улица))

Көнсығыш урамы (рус.  Восточная (улица ))

Высоковольтная урамы рус.  Высоковольтная (улица))

Ғариф Ғүмәр урамы (рус. Г.Гумера (улица))

Ғ.Туҡай урамы (рус. Г.Тукая (улица))

Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))

Тау урамы (рус. Горная (улица))

Ғөбәйҙуллин урамы (рус. Губайдуллина (улица )

Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))

Завод урамы (рус. Заводская (улица))

Йондоҙ урамы ({{lang-ru|Звездная (улица)})}

Аҫылгәрәй Нафиҡов урамы (рус. Им. Асылгарея Нафикова (улица))

Ғәлләнур Бохараев урамы (рус. Им. Галлянура Бухараева (улица))

Хәсәнйән Солтанов урамы (рус. Им. Хасаньяна Султанова (улица))

Шакир Сатыев урамы (рус. Им. Шакира Сатыева (улица))

Шифа Рәжәпов урамы (рус. Им. Шифы Разяпова (улица))

К.Маркс урамы (рус. К.Маркса (улица))

Калинин урамы (рус. Калинина (улица))

Шишмә урамы (рус. Ключевая (улица))

Комаров урамы (рус. Комарова (улица))

Коммунальная урамы (рус. Коммунальная (улица))

Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))

Корнеев урамы (рус. Корнеева (улица )

Космонавттар урамы (рус. Космонавтов (улица))

Крупская урамы (рус. Крупская (улица))

Мәҙәниәт һәм ял паркы (рус. Культуры и отдыха (парк))

Лазурная урамы (рус. Лазурная (улица))

Ленин урамы рус. Ленина (улица)

Урман урамы (рус. Лесная (улица))

Йәйге лагерь урамы (рус. Летний лагерь (улица ))

Болон урамы (рус. Луговая (улица ң))

М.Ғафури урамы ( рус. М.Гафури (улица))

М.Горький урамы (рус. М.Горького (улица))

Магистраль урамы рус. Магистральная (улица)

Максимча урамы (рус. Максимча(улица))

Матросов урамы (рус. Матросова (улица))

Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))

Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))

Муса Йәлил урамы (рус. Мусы Джалиля (улица))

Надежда урамы (рус. Надежды (улица))

Яңы урам (рус. Новая (улица))

Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица )

Ғәлиәнур Бохараев территорияһы (рус. им. Галианура Бухараева (территория))

Беренсе май урамы (рус. Первомайская (улица))

Пионер урамы (рус. Пионерская (улица))

Тыныслыҡ урамы (рус. Победы (улица))

Ялан урамы (рус. Полевая (улица))

Правда урамы (рус. Правды (улица))

Пролетарская урамы (рус. Пролетарская (улица ))

Пушкин урамы (рус. Пушкина (улица))

Эшселәр урамы (({{lang-ru|Рабочая (улица }))

Йәйғор урамы (рус. Радужная (улица))

Таң урамы (рус. Рассветная (улица))

Йылға урамы (рус. Речная (улица)

Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица)

Рәсәй урамы (рус. Российская (улица))

Миләшле урамы ((рус. Рябиновая (улица))

С.Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))

Яҡты урам (рус. Светлая (улица))

Ирек урамы (рус. Свободы (улица))

Сирень урамы (рус. Сиреневая (улица))

Мал зыяраты территорияһы (рус. Скотомогильник (территория))

Совет урамы ((рус. Советская(улица))

Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица))

Спорт урамы (рус. Спортивная (улица))

Дала урамы рус. Степная (улица))

Төҙөлөш урамы (рус. Строительная (улица))

Собханҡолов урамы (рус. Субханкулова (улица))

Т.Йәнәби урамы (рус. Т.Янаби (улица))

Тербунская урамы (рус. Тербунская (улица )

Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))

Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок))

Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица )

Юбилей урамы (рус. Юбилейная (улица))

Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))

Ясная урамы (рус. Ясная (улица))

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар һәм матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Ҡырғыҙ-Миәкә. Тәбиғәт ҡомартҡылары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башҡорт Википедияһы / Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы
  4. Р. М. Валиахметов, Р. З. Шакуров. «Миякинский район — Родина Акмуллы». — Өфө: «Скиф», 2006. — С. 54.
  5. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 443-сө б. 2022 йыл 8 апрель архивланған.
  6. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы
  7. Давлетшин Марат Булатович – биография. Сайт Viperson (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2020)
  8. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 443-сө бит б..
  9. Башҡорт эниклопедияһы — Шакиров Дамир Фәйез улы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]