Эстәлеккә күсергә

Шакиров Дамир Фәйез улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шакиров Дамир Фәйез улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 февраль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Ҡырғыҙ-Миәкә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө гигиенист, университет уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Шакиров Дамир Фәйез улы (15 февраль 1956 йыл) — ғалим-гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2006). 1982 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы[1].

Дамир Фәйез улы Шакиров 1956 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуа. 1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлай. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Республика санитария мәғарифы йортонда эшләй. 1982 йылдан алып (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина университетында «Дөйөм гигиена», «Ғәҙәттән тыш хәлдәр гигиенаһы һәм эпидемиологияһы» дисциплиналары буйынса уҡыта[2].

1991—93 йылдарҙа “Биос” преприятиеһының (Өфө) өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге производство мөхитендәге химик бысратыусыларҙың химия, нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәре һаулығы торошона йоғонтоһон өйрәнеүгә, хеҙмәт шарттарына гигиеник баһа биреүгә, тирә-яҡ мөхиттең зарарлы факторҙары тәьҫир иткәндә донозологик критерийҙар эшләүгә һ.б. арналған. 400 фәнни хеҙмәт, 30 методик эш һәм 3 уйлап табыу авторы.

  • Энергообеспечение жизнедеятельности человека в норме и патологии. 2‑е изд., доп. и перераб. Уфа, 2005 (авторҙ.).