Эстәлеккә күсергә

Сурай (Миәкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сурай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°42′06″ с. ш. 54°34′27″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 840 004

ОКТМО коды

80 644 440 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сурай (Рәсәй)
Сурай
Сурай
Сурай (Миәкә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сурай

Сурай (рус. Чураево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 130 кеше[1]. Почта индексы — 452082, ОКАТО коды — 80244840004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 130 66 64 50,8 49,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Сурай (Сурин) ауылы Илекәй-Мең улусына ҡарай. Тәүге төпләнеүсенең улы Ишкилде Суров 1763 йылда Ғәйнәямаҡ ауылына Тайна улусы башҡорттарын индереүҙә ҡатнаша. Ер эштәре ҡағыҙҙарында башҡа Суров та телгә алына (Илсенәй). Шул уҡ улустың аҫабаһы. Әммә Суров ауылы Стәрлетамаҡ өйәҙенән 1743 йылғы килешеү буйынса ҡабул ителгән ерһеҙ башҡорттарҙы үҙенә һыйындыра. Уларҙың тамғалары- X Т 1Ь Т Р Х.
Һандарға иғтибар итәйек. 1795 йылда 4 йорт була, унда 9 ир-ат һәм 13 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.Керҙәш башҡорттар һаны ҡырҡа арта: 1816 йылға 205 кеше, 1834 йылда - 179, 1859 йылда - 196, 1870 йылда - 156, 1920 йылда - 313 1843 йылда 179 башҡортҡа 440 бот яҙғы иген сәселә.[2]